Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2021, 13:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Ут менән һаҡ булайыҡ. Үткән аҙнала Мәләүез районының Ергән ауылында янғында ике бала – 2015 һәм 2016 йылғы малайҙар һәләк булған.

Ут менән һаҡ булайыҡ. Үткән аҙнала Мәләүез районының Ергән ауылында янғында ике бала – 2015 һәм 2016 йылғы малайҙар һәләк булған.
Демография
Үткән аҙнала районда 4 сабый тыуған, ике пар законлы никахҡа ингән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 3 пар никахын тарҡатҡан. 4 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.
Ут менән һаҡ булайыҡ. Үткән аҙнала Мәләүез районының Ергән ауылында янғында ике бала – 2015 һәм 2016 йылғы малайҙар һәләк булған. Тағы бер бала – 2012 йылғы малай Салауат ҡала дауаханаһына медицина тикшереүенә оҙатылған. Ул һөрөм еҫенән ағыуланған. Уларҙың 30 йәшлек әсәһе лә дауаханаға килтерелгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
02 хәбәр итә
Февралдең 5-енән 12-һенә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 46 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә хәрби припастарҙы законһыҙ һаҡлау (1), эскән килеш ҡабатлап транспорт сараһы менән идара итеү (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), битлек режимын боҙоу (7), туҡмау (1), механик зыян килтерелгән юл-транспорт ваҡиғаһы (3), телефон юғалтыу (3), утлы ҡоралды һаҡлау ҡағиҙәһен боҙоу (1), законһыҙ араҡы һатыу (1), ғаилә низағы (3), тейешле документтарһыҙ ағас ташыу (1), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (1), административ күҙәтеү урынлаштырылған шарттарҙа тейешле бурыстарҙы үтәмәү (1), ваҡ хулиганлыҡ (1), ваҡ урлашыу (1) һ.б. бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 74 протокол төҙөлгән. Шуларҙың 53-ө - ЮХХДИ йүнәлешендә. 3 кеше эсеп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: