12 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Бөрйәндә эш сәфәре менән булды.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, район хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары А. Ғәлин оҙатыуындағы сәфәр барышын ул райондың социаль объекттарын ҡарауҙан башланы.
Башта И. Тажетдинов Иҫке Собханғол мәктәбенең 120 урынға иҫәпләнгән интернатының эше менән танышты. Артабан Ҡайынтүш балалар баҡсаһын ҡараны. 1988 йылда уҡ төҙөлгән ағас бина санитар һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тап килмәй, аҫҡы бүрәнәләре серей башлаған, шул сәбәпле бина ныҡ ултырған. И. Тажетдинов етәкселәрҙе борсоған мәсьәләне үҙ күҙҙәре менән күрҙе, тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Киләсәктә 60 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөүҙә ярҙам күрһәтергә тырышырмын, тип вәғәҙәләне.
Сираттағы объектта И. Тажетдинов тулыһынса шәхси инвестиция иҫәбенә төҙөлгән ҡояш электр станцияһының эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Станция файҙаланыуға тапшырылған, әммә электр линияларында авария һәм ремонт үткәрелгән ваҡыттарҙа районды туҡтауһыҙ электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн “Башкирэнерго” ойошмаһы ҡарамағындағы “Бөрйән” подстанцияһының реконструкция үтеп бөтөүе шарт. Ул ваҡытта ҡояш электр станцияһы электр уты һүнгән хәлдә тәүлек әйләнәһенә ут менән тәьмин итерлек көскә эйә буласаҡ.
Мастер Ғ. Шәмиғолов, “Хевел” компанияһының диагностика һәм аналитика бүлеге начальнигы О. Бадаев етәкселәргә ҡояш электр станцияһында барған эштәр тураһында бәйән итте.
Ҡоролмалар, уларҙың схемаларын тикшереү уңышлы үткән һәм улар һынау үткәрергә килеүҙәре хаҡында әйттеләр. Ҡояш электр станцияһының тулы ҡеүәтендә эшләй башлауы өсөн кәрәкле шарттар, шулай уҡ проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.
Артабан И. Тажетдинов Морат туғайында урынлашҡан «Шүлгән-Таш» тарихи-мәҙәни музей комплексының төҙөлөшө менән танышты. Музей комплексының директоры Ф. Маликов һәм баш архитекторы, “Архтамға” проект бюроһы етәксеһе Р. Әлибаев, күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Д. Ғәйнуллин тәүге экскурсияла ҡатнашыусыларға музей экспозицияһын күрһәтте. Әлегә тик планшеттарҙа ғына күрһәтелгән экспозиция бик ҙур масштабҡа эйә һәм халыҡҡа, туристарға Шүлгәнташ мәмерйәһен өйрәнеү өсөн алдынғы заманса технологиялар ярҙамында бик бай мәғлүмәт бирмәксе.
Артабан И. Тажетдинов туристик объектты файҙаланыуға тапшырыу, туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Күсмә кәңәшмәлә мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәкселәре, капиталь төҙөлөш идаралығы, шулай уҡ төҙөлөш һәм проект компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.
Музей комплексы Өфөлә үтәсәк 47-се «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар конгресы өсөн мөһим элемент булып тора.
Төбәктә туристарға уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсатында төҙөкләндереү эштәре Ағиҙел йылғаһы буйына ла ҡағыла, бынан тыш, комплекс тирәләй туристик зона үҫеше лә ҡаралған.
Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса бөгөнгө көнгә бик күп эштәр башҡарған.
-Тарихи-мәҙәни үҙәкте файҙаланыуға тапшырыу 2021 йылдың йәй айҙарына күҙаллана. Ул мәмерйәне һаҡлау өсөн бик кәрәкле объект.
Морат туғайын комплекслы төҙөкләндереү бөтә донъя туристарын йәлеп итәсәк. Туристик ағымды яйлау һәм мәмерйәләге һүрәттәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында төҙөлгән музей комплексы Бөрйән районының үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ, - тине И. Тажетдинов.
Ул шулай уҡ мониторинг системаһының эше менән танышыу маҡсатында Шүлгәнташ мәмерйәһенә лә барҙы.
Кәңәшмәлә музей комплексының экспозицияһын әҙерләү буйынса алдынғы алымдарҙы ҡулланып, боронғо һүрәттәрҙең күсермәһен алыу эштәрен әүҙемләштереү, туристик Морат туғай биләмәһен үҫтереү буйынса генераль планды әҙерләү мәсьәләләренә ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул ителде.