Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2021, 14:00

АФҒАНСТАНДАН СОВЕТ ҒӘСКӘРҘӘРЕНЕҢ СЫҒАРЫЛЫУЫНА – 32 ЙЫЛ

Һаман һыҙлай Афған яраһы...

Һаман һыҙлай Афған яраһы...
1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың февраленә тиклем барған афған һуғышы ил тарихында, меңләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып һаҡлана. 70-се йылдар аҙағында Афғанстанда феодаль ҡоролош, ярлылыҡ, наҙанлыҡ хөкөм һөрә. Улар үҙҙәренең ҡаты законы менән йәшәй. Кешене үлтереп, уның кәүҙәһенән мыҫҡыл итеү улар өсөн ғорурлыҡ һанала.

Ҡанлы бәрелешкә республиканан 10 меңгә яҡын, Бөрйән районынан 81 һалдат алына. Уларҙың 343-ө, шул иҫәптән беҙҙең райондан бер егет тыуған еренә кире әйләнеп ҡайта алмай. Һуғыштың беренсе көндәренән тәүгеләр рәтендә яңы ғына әрме сафына алынған, һуғышты киноларҙа ғына күреп белгән яҡташыбыҙ Булат Мөхәмәтғәлин дә була.
Мөхәмәтғәлин Булат Вәлинур улы 1961 йылда Нәби ауылында тыуған. 8 класты тамамлағас, һөнәрселек училищеһында уҡып сыға. Колхозда комбайнда эшләй. 1979 йылдың көҙөндә Ленинград хәрби округына хәрби хеҙмәткә алына.

Күңелгә әрнеү ҡатыш һеңеп ҡалған хәтирәләрҙе ҡайтанан яңыртыуҙан да ауыр нәмә юҡлығын белһәк тә, Булат ағайҙан һуғыш хаҡында бәйән итеүен үтендек.
-Ул ваҡытта СССР менән Америка араһындағы мөнәсәбәт көсөргәнешле ине. Һуғыш буласағын берәү ҙә өндәшмәне. Часҡа барғас та беҙҙе атыу ҡоралдарына, мина ҡуйырға, уны кире алырға, ялан шарттарында йәшәргә һәм башҡаға көнө-төнө өйрәттеләр. Декабрҙә Мәскәүҙән килеп «Прошу перевести меня в Туркестанский военный округ для оказания интернациональной помощи Афганскому народу, а также для укрепления южных рубежей нашей Родины» тигән рапорт яҙҙырҙылар. Декабрь аҙағында поездарға тейәлеп юлға сығып, ғинуар баштарында сик буйына барып урынлаштыҡ. Бөтә техника – танктар, машина, вертолеттар менән Афғанстанға индек. Февралдең 23-өндә бөтә техникабыҙ ҡарлы ҡомда батты. Часыбыҙ шунда тороп ҡалды. Беҙ артабан китеп, айырым «Инженер-сапер батальоны» булып урынлаштыҡ. Ул часть әле лә бар, ҡыҙыҡһынып, яңылыҡтарын ҡарап барам. Май баштарында райондашым Сәитбатталов Әғләмде осраттым. Ул водитель булып йөрөй ине. Уларҙың часы союзға кире ҡайтты, беҙгә пекарнялары ҡалды. Шул мәлдән икмәк була башланы. Консерва, сухари менән генә көн күрә инек. Эскән һыуыбыҙ бысраҡ булды. Һалдаттар малярия ауырыуы менән йонсонолар. Шуға һыуға дарыу һалып эсерҙеләр. Апрель башында Джалал-Абадта һуғыш операцияһында булдыҡ. Ошонда тәүге тапҡыр юғалтыу кисерҙек. Беҙ башта тау-ташлы, ҡомло ерҙә йөрөгәйнек. Был яҡтарҙың тәбиғәтенә хайран ҡалырлыҡ: бөтә ерҙә йәшеллек, яландарҙа ҡып-ҡыҙыл мәк сәскәләре үҫә. Хас һүрәттәгесә инде. Бер егет менән икәүләп йәшенеп кенә дошмандар ҡуйған миналарҙы еп менән бысып, уларҙың эшләү принцибын өйрәндек. Ул Италия минаһы булған икән. Башҡаларға ла өйрәттек.

-Туғандарығыҙға хат яҙҙығыҙмы?
-Һуғышҡа тиклем яҙҙым, аҙаҡ, һуғышҡа ингәс, ебәреп булманы. 80-се йылдың уртаһында ғына водителдәр аша ебәрә башланыҡ. Һуғыш тураһында яҙманым, әлбиттә. Тәбиғәт, дөйәләр тураһында яҙҙым. Рапорт яҙғандан һуң, генералдар ҡайҙа уҡығаның, эшләгәнең, ни өсөн рапорт яҙғаның тураһында һөйләшеү үткәргәйнеләр. Мин, филдәрҙә, дөйәләрҙә йөрөгөм килә, тип көлдөргәйнем уларҙы. Дөйәгә ултырып ҡараным, филгә ултырып йөрөп булманы.

Ҡайтҡас та һуғышты һөйләмәнем. 84-се йылда ғына атай йыйылышта Афған тураһында ишетеп, беҙҙең малай ҙа һуғышта йөрөгән бит, тип әсәйгә һөйләгән. Ҡайтҡас, кире барам, тип рапорт яҙып йөрөнөм әле. Сөнки тыныс ерҙәге тормошҡа кире өйрәнеүе ҡыйын булды. Һуғышта бит кем дуҫ, кем дошман икәне асыҡ билдәле.

-Һуғыштан нисек ҡайттығыҙ?
-9 тәүлек Алихейлды штурмлағандан һуң, батальон командиры саҡырып:«Хватит, отвоевался, езжай домой», тине. Матур парад кейеме кейҙерҙеләр. Көндәлек кейемдәр йыртылып, тишелеп бөткән ине. Магазиндан дипломат, күстәнәстәр һатып алдым да Ташкентҡа самолет менән остом. Был 1981 йылдың декабре була. Ҡайтҡас та военкоматта иҫәпкә торҙом. Бер аҙҙан «За боевые заслуги» миҙалын тапшырҙылар. Ҡайтмаҫҡа ла уй бар ине. Полковник Луценко, «самый лучший воин Башкирии», тип мине маҡтап йөрөттө, ҡалырға өгөтләне. Дуҫтарҙы, иптәштәрҙе лә ҡалдырғы килмәне. Шулай ҙа туғандарҙы, тыуған яҡты һағыныу көсө нығыраҡ булды.

-Ул ваҡыттағы иптәштәрегеҙ менән бәйләнеш бармы?
-Һуғыш бөткәс, уларҙы эҙләп Өфөгә барҙым, исемлектәрҙә үҙемдең иптәштәремде тапманым. Бигерәк тә үлемдән ҡотҡарған егеттәр иҫемдән сыҡманы. Бер көндә өс иптәш яраланғайны. Уларҙы һуғыш яланынан һөйрәп сығарҙым. Береһенең аяғы өҙөлөп сыҡты, ҡысҡыра, яраһына сыҙай алмай. Уға ауыртыуҙы баҫа торған укол һалдым, аяғын урай торғас, бинт бөттө. Икенсеһенең башынан үтәнән үтә пуля сыҡҡан булған, капюшонын ғына һыҡтырып бәйләргә тура килде. Уныһы өндәшмәй, ҡап-ҡара битенән соборлап йәштәре генә аға.Өсөнсөһө - ҡаҙаҡ егете. Муйынына пуля тейгән. Бөтәһе лә иҫән ҡалдылар. Бер иптәштең ата-әсәһе мине табып, хат яҙған. Бер бөртөк улыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған өсөн рәхмәт, тигәндәр. Икенсеһе лә матур тормош ҡороуы тураһында хат яҙҙы. Оноторға теләп, ул хаттарҙы утҡа яҡтым.

-Үҙегеҙ яраланманығыҙмы?
-Юҡ. Шулай ҙа бронежилетты йылғала йыуған саҡта ике пуля табып алдым.
Булат ағай, хеҙмәттән ҡайтыуына бер ай ҙа үтмәй, колхозға техника ремонтларға сыға. Һуңғараҡ токарь булып эшләй. Ситтән тороп Йылайыр техникумында техник-механикка уҡып ала. Электр һәм электр ҡорамалдары менән яҡшы эш иткәс, колхоздарҙы хеҙмәтләндергән «Сельхозэнерго»ға электрик итеп күсерәләр. «Сельхозтехника»ла энергетик, баш инженер, АТС-та элемтәсе булып эшләй. «Ҡырға эшкә китергә йөрөгәндә «КомЭнергоСервис»тан Баязитов Рөстәм ағай, 3 көнгә генә килеп, егеттәрҙе эшкә өйрәтеп кит әле, тип саҡырғайны, бына һаман ошонда эшләйем», - ти әлеге ваҡытта «Гип-Электро» начальнигы вазифаһын башҡарыусы Булат Вәлинур улы.

Утлы юлдар төҙәлмәҫлек яралар ҡалдырһа ла, Булат ағай хеҙмәт юлын Афғанда үтеүенә һис үкенмәй. Тормошта үҙ урынын тапҡан, яратҡан эше бар. Ҡатыны Нуризә менән бер улға, бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Әле, тормоштарын йәмләп, ейәнсәрҙәре үҫә.

Булат Вәлинур улының түшен «За боевые заслуги», «От благодарного афганского народа», «Воину-интернационалисту» тигән һәм башҡа юбилей миҙалдары биҙәй. 40 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә Булат ағайҙың йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана.
Читайте нас: