Хөрмәтле райондаштар, яугир-интернационалистар һәм ветерандар!
Һеҙҙе Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан Демократик Республикаһынан сығарыуға 32 йыл тулыу менән ихлас ҡотлайым!
Афған һуғышы – ил тарихында, меңләгән әсә һәм һалдат йөрәгендә уңалмаҫ яра булып һаҡлана. Беҙ 32 йыл дауамында ошо әсе хәтирәләр менән йөрөүсе ил батырҙарын хөрмәтләргә, хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарын иҫкә алырға бурыслыбыҙ.
Беҙҙең райондан 89 яҡташыбыҙ ҙа Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәй. Үкенескә күрә, бер райондашыбыҙ Афған ерендә батырҙарса һәләк була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн улар бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнәләр.
Хөрмәтле яугир-интернационалистар! Һеҙҙең батырлыҡ бер ҡасан да онотолмаҫ, беҙҙең күңелдәрҙә оло ихтирам хистәре мәңге тынмаҫ. Һеҙгә йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индереүегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм.
Байрам уңайынан Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух күтәренкелеге һәм изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!