...Февраль баштарында мәктәпте бынан 10, 20, 30, 40, 50, 60, 70 йыл элек тамамлаусыларҙың осрашыуҙары ойошторола торғайны. Эйе, пандемия күп нәмәләргә үҙгәреш индерҙе.
Күпме генә йылдар үтһә лә, бергә уҡыған класташтар онотолмай икән. Йылдар өҫтәлгән һайын был дуҫлыҡтың ҡәҙере арта ғына барғандай. Шуныһы аяныс, класташтарҙың һаны ла иләнә бара...
1958 йылда барғайныҡ беренсе синыфҡа. Күмәк тә булғанбыҙ икән – бер класта 26 бала. Ғаиләләрҙә балалар һаны ишле булды бит әүәле.
Беҙҙең тәүге уҡытыусыбыҙ Гөлъямал Солтангәрәй ҡыҙы булды. Был фотола ул уртала ултыра. Ошо фотоны йыш ҡулыма ала башланым хәҙер. Класташтарымдың һәр береһен текләп ҡарап алам, һәр береһенең мәктәптән һуңғы яҙмышын барлайым...
Был фотоһүрәттә алғы рәттә ултыралар: Бәғәҙәт Ҡурамшин, Зөһрә Юлмөхәмәтова, Рәйсә Кәбирова, Сания Баязитова, Ғиниәт Йәғәфәров, Әхәт Юлдашев, Рәйсә Байназарова.
Икенсе рәттә: Әнисә Бикмөхәмәтова, Фәниә Хисмәтуллина, Миңлегөл Фәтҡуллина, Сания Ишбаева, Сания Рахманғолова, Рәйсә Теләүбаева, Рәмилә Мырҙағолова, Мәҙинә Мәрәсова, Фәриха Сәитбаталова, Фәриҙә Ишмырҙина.
Өсөнсө рәттә: Клара Байназарова, Фәрит Әмирханов, Рим Вәлиуллин, Мөнир Сәитбатталов, Зәкир Хәлитов, Фәрит Балдыбаев, Рауил Мырҙабаев, Ғәле Вәлиуллин, Рәис Рыҫкилдин.
Быйыл ошо балаларға 70 йәш тула. Ә был фотола 7 йәшлек кенә сағыбыҙ. Беренсе синыфҡа барыуыбыҙға 63 йыл.
Шуныһы ҡыҙғаныс – класташтарымдың яртыһынан күберәге гүр эйәһе инде. Бәғәҙәт, Ғиниәт, Әхәт, Әнисә, Миңлегөл, Сания (Ишбаева), Мәҙинә, Фәриҙә, Клара, Фәрит, Мөнир, Зәкир, Фәрит, Рауилдарҙың урындары йәннәттә булһын...
Иҫәндәре бөгөн хаҡлы ялда инде. Балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп ҡыуаналар.
Ошо фотоға ҡараған һайын ғүмер ағышының шул тиклем дә тиҙ булыуы хаҡында уйланам. Бергәләп гөрләп уҡып ултырған, тәнәфестә сер сисешкән, уйнаған саҡтар яңы ғына һымаҡ. Ә күпме йылдар үткән.
Һуғыштан һуңғы ауыр мәлдә – 1951 йылда донъяға килеп, үҙҙәренең тырышлығы менән белем алған, хеҙмәттәре менән районыбыҙ, республикабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән класташтарыма иҫәнлек, оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйем.