Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2021, 19:00

Журналист һөнәрен алыштырҙы

Кеше бөтә нәмәгә лә яраҡлаша икән

Кеше бөтә нәмәгә лә яраҡлаша икән
Дүрт көн үткәс, ике ҡатлы дөйөм ятаҡтан беҙҙе вагончикка күсерҙеләр. Тегендә, исмаһам, душ бар ине. Бында бәҙрәф тышта, мунсаға сират. Карауатҡа ике ҡат матрас һалһам да, иҙәндән һыуыҡ өрә. Бер көн шулай арҡам өшөп йоҡлай алманым. Таныштарға зарланғайным, төндә әллә ҡайҙан пенапласт табып алып килеп бирҙеләр. Хатта иҙәнгә һалырға ла килтергәндәр. Изге йәнле кешеләр бар ҙа инде был донъяла. “Бына Һеҙгә ортопедик матрас”, – тип шаярталар. Түшәк аҫтынан шул пенапласты һалғас, рәхәтләнеп йоҡлай башланым. Йоҡламаһаң, көс булмай, һаулыҡ ҡаҡшай. Ә Наташа һаман да төндә эшләүгә, көндөҙ йоҡлауға күнегә алмай. Салманда гел көндөҙ эшләй ине бит. Аптырап, медпунктҡа китте. Тынысландыра торған дарыуҙар ҙа ярҙам итмәгәс, иртәнсәк укол һалдыра башланы. Рәхәтләнеп йоҡлай, тик кисен ауыр уяна. Яһалма йоҡо шулайыраҡ була инде ул.

Яңы дуҫтарым ныҡ хәстәрлек күрҙе. Яҙыусы икәнемде әйткәс: “Башҡортостан әҙәбиәтен һаҡларға, ҡурсаларға кәрәк”, – тип тағы ла нығыраҡ тырыша башланылар. Себергә бейәләйһеҙ киләләрме ни, тип йыраҡтан бейәләй ҙә алдырҙылар. Вагончиктағы пластмасса мискәнән һыу өҙөлмәне.
Шулай ер аяғы ер башында үҙемә тоғро дуҫтар таптым, улар арҡаһында ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтым. Ә һыуыҡ Арктикала ышаныслы дуҫтарһыҙ булмай. Кешеләр бында ҡырыҫ йөҙлө, аҙ һүҙле, әммә йомшаҡ күңелле.

Яҡты йөҙ, йылы һүҙ бында ҡояшты алыштыра, һағыштан һыҙланған йөрәкте имләй.
“Айырылғанды айыу ашар” тигән мәҡәл Алыҫ Себерҙә тулыһынса үҙен аҡлай. Берҙәмлек, үҙ-ара ихтирам бер яҡтан ныҡ мөһим булһа, икенсе яҡтан, ысынлап та, аҡ айыуҙар килеп сығыуы ихтимал. Беҙгә төндә тышҡа яңғыҙ сыҡмаҫҡа ҡуштылар. Буран мәлендә йөрөй икән айыу. Үҙе ибәтәйһеҙ ҙур, тиҙәр. Бик уҫал икән ул. Кешене ашау бер нәмә лә тормай. Буран уға кеше еҫен алып барып еткерә икән. “Шунан, икәүләп сыҡтыҡ та, ти, тышҡа. Аҡ айыу беребеҙгә ташланһа, икенсебеҙ нимә эшләй ала?” – тип Наташа менән күңелһеҙ генә көлөшәбеҙ.

Наталья бигерәк һөйкөмлө, нескә күңелле кеше булып сыҡты. Романтик үҙе. Ун туғыҙынсы быуаттан килеп төшкән кеүек. Нәзәкәтле, ипле, тәртипле. Мин уны үҙемә һеңле итеп алдым. “Моя королева”, – тип өндәшә башланы ул миңә, ихтирам итеп. Мин уны “минең принцессам” тип атаным.
20 октябрҙә карточкама 2 мең һум премия килеп төштө. Ашнаҡсылар көнө хөрмәтенә ебәргәндәр икән. Кухняға бер ҡасан да мөнәсәбәтем булмағас, ошо көнгәсә Рәсәйҙә шундай байрам барлығын белмәй инем.

Наташа – шәп ашнаҡсы. Ашты, бигерәк тә борщты, тел йоторлоҡ бешерә, егеттәр маҡтап-маҡтап ашайҙар. Бутҡалары менән дә һөйләшә ул. Бешергән икмәген дә һөйөп-һөйөп ала. Хатта келәттә ярмаларын эҙләгәндә лә: “Әһә, бына ҡайҙа йәшенгәнһең икән! Мин тапмаҫ, тиһеңме!” – тип көлөп ебәрә. Үҙ эшен яратҡан кеше генә шулай итә алалыр. Ныҡ арыһаҡ та, үҙ күңелебеҙҙе үҙебеҙ асырға тырышабыҙ. Кәстрүл-фәләнде йыуған урын “черная мойка” тип атала. Иң көстө алған урын шул. Дөбөр-шатыр киләһең. Химик матдәләр менән һауыт-һабаны ялтыратып ҡуяһың. Миңә кәстрүл-табаларҙың шалтырауы оҡшай ине. Крандан аҡҡан һыу шаулауына ҡушылып йырлап ебәргән булаһың...
Төндә эш еребеҙҙә һәр ваҡыт музыка яңғырай. Матур йыр, ритмлы көй дәртләндерә, темпты көсәйтә. Ҡайһы саҡ эшебеҙҙе уйынға әйләндерәбеҙ. Өлгөрмәй башлаһаҡ: “На старт!” – тип ундан алып бергә тиклем ҡысҡырып тороп һанайбыҙ ҙа бына китәбеҙ осоп! Аяҡтар ергә теймәй. Стакандар сылтырай, тәрилкәләр шалтырай. Барыһына ла өлгөрөп, төнгө аш мәлендә лә, иртәнге аш мәлендә лә ашарға килгән ир-егеттәрҙе ихлас йылмайып ҡаршы алабыҙ, йылы һүҙебеҙҙе йәлләмәйбеҙ. Сөнки уларға был ныҡ мөһим. Улар ҡатындарынан, ата-әсәһенән, балаларынан ситтә. Эштәре ныҡ ауыр. Ҡырыҫ климатта йонсоп, ялһыҙ эшләйҙәр. Һыуыҡта тиҙ асығалар. Кәйефһеҙ генә килеп инһәләр ҙә, ашхананан йөҙҙәре асылып, риза булып, ҡыуанып, рәхмәттәр әйтеп сығып китәләр.

Миңә диджей булырға ла тура килде. Марат улым телефоныма бер мәл меңдән ашыу йыр яҙҙырып биргәйне. Шул иҫкә төшөп, эшселәргә тыңлата башланым. Классик музыка ла, башҡорт, урыҫ, сит ил эстрадаһы ла етерлек унда. Фортепиано музыкаһы бигерәк тә күп. Шопен, Бетховен, Моцарт, Рахманинов... Үҙем классиканы яратҡас, бер мәл егеттәргә лә тыңлатып ҡарарға булдым. Берәйһе килеп тыйһасы! Залда тынлыҡ. Тымып китеп тыңлайҙар. Музыка йөрәккә май булып яғыла, күңелде йыуата, йәнде имләй. Ниндәй профессия кешеһе булыуына ҡарамаҫтан, барыһы ла был музыканы яратып ҡабул итә. “Рояль уйнағанғалыр, бөгөн аш бигерәк тә тәмле булды”, – тиҙәр ҡайһы саҡ.
Башҡорттар менән дә таныштым. Бигерәк алсаҡ инде үҙебеҙҙекеләр. Йөҙөнә ҡарап, берәүгә: “Башҡортостанданмы?” – тип өндәшкәйнем, Силәбенәнмен, тине. Икенсеһенә: “Ашығыҙ тәмле булһын”, – тип йылмайғайным, ҡаҙаҡ булып сыҡты. Башҡортса йырҙар ҡуйып ебәрһәм, яҡташтарымдың йөҙө асыла. Килеп рәхмәт әйтеп китәләр. Бүтән милләт вәкилдәре лә ихлас тыңлай. Райман Ишбаев башҡарыуында “Бөрйәндең егеттәре”н тыңлатам, райондаштарым килеп сыҡмаҫмы, тип өмөт итеп. Юҡ, булманы. Баймаҡ, Салауат, Дыуан, Борай райондарынан, Салауат, Ағиҙел ҡалаларынан барҙар ине, үҙ туғандарымдай күреп һөйләшеп йөрөнөм.

Ашнаҡсыға медик булырға ла тура килә. Төндә ауырыуға кем ярҙам итһен, шул беҙ инде. Бер мәл татар егете минән анальгин һораны. “Ни булды?” – тим. “Иптәшемдең башы ныҡ ауырта. Түҙә алмай”, – ти. Тиҙ генә тонометр алып залға сыҡтым. Ҡаҙаҡ егетенең ҡан баҫымы ныҡ күтәрелеп киткән икән. Күмәкләп дарыу эҙләй башланыҡ. Яңы ғына ашарға килеп ингән Олег исемле егет кеҫәһенән шундуҡ дарыуҙар алып бирҙе. Ошо ваҡиға ла берҙәмлектең ни тиклем мөһим икәнлеген иҫбат итте.
Ихтирам да итеп торғастар, эштең дә яйына төшөнөп алғас, күңел күтәрелеп китте. Күҙ асып йомғанса төн үтә. Наташа менән “кофе-брейк”ҡа ла ваҡыт бүләбеҙ. Ипләп кенә уның тормошон һорашам. Бик ғибрәтле икән яҙмышы. Һөйләгән бер һүҙен хәтер һандығыма һала барам.

Көндөҙ эшләгән ҡыҙҙар ҙа, яҙыусы икәнемде белгәс, серҙәрен һөйләй башланы. Һәр бер кешенең яҙмышы үҙенсә, һәр береһе буйынса китап яҙырлыҡ! Шулай көн артынан көн үтте. “Етмеш көн ҡалды, алтмыш ике көн ҡалды, ҡырҡ көн ҡалды, утыҙ ике көн ҡалды...” – тип һанап барам. “Һанама, ҡыйын була ул. Буран сығып, вертолет оса алмай, ҡайтып булмаһа, бигерәк үкенесле була”, – тиҙәр таныштар. Ә буран бында йыш ҡунаҡ. Эшселәр уны һепертке тип атай (метла – метель һүҙенән). Буран бер сыҡһа, кәмендә өс көн ҡотора. Аяҙ көндәр бик һирәк. Салт аяҙ төндә күктә төнъяҡ балҡышы, һаҙағай уйнай. Уны фотоға төшөрөп тә булмай, тиҙәр. Һаҙағай – тәбиғәт мөғжизәһе, әкиәти матурлыҡ.
Арктиканың, ғөмүмән, үҙ хозурлығы. Үҙ йәме. Боландары бик һөйкөмлө. Тәпәшәк кенә. Урындағы халыҡ ҡаласыҡҡа болан егеп килә. Үҙҙәрен фотоға төшөргән өсөн аҡса һорайҙар. Улар килтергән балыҡ ныҡ тәмле, һимеҙ, майлы, туҡлыҡлы. Муксун балаһы, тигән булалар балыҡтың исемен. Ямал ярымутрауында муксундың үҙен тотоу тыйылған, ул «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән.

“Беҙ йәшәгән ерҙә, исмаһам, эт тә юҡ бит”, – тигәйнем, “Уның байы бында аҡ төлкө (писец) эт тубығынан”, – тип көлдөләр. Ысынлап та, улар һис ҡурҡыуҙы белмәй. Рәхәтләнеп эргәлә йөрөйҙәр. Бай ханымдар кейгән затлы аҡ кәпәстәрҙе, йомшаҡ, күркәм, ныҡ ҡыйбатлы ап-аҡ тундарҙы күҙ алдына килтерәһегеҙҙер? Мин дә күҙ алдына килтерҙем. Әйткәндәй, аҡ төлкөгә дошмандарының һөжүм иткәнен ҡарап торҙом бер мәл иртәнсәк. Дошманы кем, тиһегеҙме? Ҡарғалар! Улар бында ғәләмәт ҙур! Беҙҙең өс ҡарғалай булалыр берәүһе! Дүрт ҡарға аҡ төлкөнө аулап, эргәлә осоп йөрөп, алыҫҡа китеп юғалды. Тотҡандарҙыр ул бахырҡайҙы.
Мин ҡайтҡанда поляр төндәр бара ине. Көн беҙҙәге ҡышҡы эңер кеүек ҡараңғы. Күңелһеҙ. Яҡтылыҡ юҡлыҡ психикаға йоғонто яһай. Ҡайһы берәүҙәр депрессияға бирелә. Көнөн-төнөн яһалма ут яҡтылығында йөрөү ҙә күҙҙе бөтөрә. Электән вахтаға йөрөгәндәр күҙҙәренә «Таурин», «Тауфон» дарыуҙарын һала. Миңә лә бирҙеләр. Күҙ һыҙлауы баҫылып ҡалған һымаҡ булды.

Ашханала көн дә эшселәргә витаминдар комплексы, С витамины бирелә. Компливиттың Өфөлә эшләнгәнен уҡығас, рәхәт булып китте. Атайым иҫкә төштө. Япондар менән һуғышҡанда бер артиллерия орудиеһында “Пермь” тигән яҙыуҙы күргәс, яҡташын күргәндәй булып көбәген ҡосаҡлап алғанын һөйләй торғайны.
Ҡаласыҡта беҙҙең яҙмышыбыҙ электрға бәйле булды. Электр булһа, һыу була, яҡтылыҡ була, йылылыҡ була, ризыҡ була. Ут һүнгән арала бүлмәләр һыуынып өлгөрә, тормош туҡтай. Бер мәл көндөҙ оҙаҡ ут булманы. Шунда бер эшсе егеттең истерикаға бирелеп, ҡараңғы ятаҡ коридорында: “Беҙ һәләк булабыҙ! Электричество булмаясаҡ! Утһыҙ беҙ бөтәбеҙ ҙә үлеп бөтәсәкбеҙ!” – тип ҡысҡырып йөрөгәнен һөйләнеләр. Унан береһе лә көлмәне. Сөнки уның хафаланыуында әсе дөрөҫлөк бар ине.
Ауыр саҡтарҙа атайым менән әсәйемдең рухы һәр саҡ янымда булды. Минең өсөн борсолғандарҙыр инде. Тәүге осоро йыш төшкә инделәр. Аҙаҡ, нығынып алғас, тынысландылар, төшөмдә күрмәй башланым.

Тәүге осоро үҙемде үҙем йәлләп илаған саҡтар булды. Йоҡо туймай, арыта, көс юҡ. Эске резервты ҡуллана башлайһың. Йоҡонан тороп китеүҙәре ауыр. Сөнки бер көн арыу йоҡлаһаң, артыҡ ныҡ арыуҙан икенсе көнө керпек тә ҡаҡмайһың. Шул мәл тағы ла атайым иҫкә төшә. Ун һигеҙ йәшлек малай һуғышта ҡатнашҡан да инде. Мин кисергән, мин күргән нимә инде ул! Һуғышта бер көн бер йылға бәрәбәр булған. Ә бында ваҡыт тәгәрәй генә!

Арктика мине ҡаты һынаны. Физик эшкә лә яраҡлы булыуымды, рухи яҡтан көслө икәнемде иҫбат итте. Мин бында дуҫлыҡтың, берҙәмлектең ҡәҙерен аңланым. Үҙемдең шул тиклем бәхетле кеше икәнлегемә инандым. Сөнки тыуған яғымда балаҡайҙарым, киленкәйҙәрем, туғандарым, дуҫтарым, әхирәткәйҙәрем өҙөлөп көтә ине. Уларҙың эскерһеҙ мөхәббәте, ихлас ихтирамы мине оло һынауҙарҙан имен-һау алып сыҡты. Рәхмәт һиңә, яҙмыш, ошо мөғжизәле лә, мажаралы ла юлдарҙа йөрөткәнеңә. Яратам, ныҡ яратам һине, тормош!
(Аҙағы. Башы "Таң" гәзитенең
6-сы, 7-се, 9-сы һандарында).
Читайте нас: