Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2021, 15:00

Шахмат һөйөүселәр һөйөнөп ҡайтты Байназарҙан!

Роберт Ишдәүләт улы Баязитов иҫтәлегенә шахмат турниры ҡасандыр үҙе етәкләгән Байназар урта мәктәбендә дүртенсе йыл рәттән уҙғарылды. Мәктәп етәкселеге, шулай уҡ Р. Баязитовтың балалары был сараға ныҡлы әҙерләнгән.

Роберт Ишдәүләт улы Баязитов иҫтәлегенә шахмат турниры ҡасандыр үҙе етәкләгән Байназар урта мәктәбендә дүртенсе йыл рәттән уҙғарылды. Мәктәп етәкселеге, шулай уҡ Р. Баязитовтың балалары был сараға ныҡлы әҙерләнгән.
Мәктәп директоры Йәмил Ҡотлобаев: “Принципиаллекте яратҡан Роберт ағайыбыҙ үҙ исемендә шахмат турниры ойоштороуға тәүҙә ҡырҡа ҡаршы булды. Өсөнсө тапҡыр өйөнә барғас ҡына, нисектер, килеште. Тәүге приздарҙы хәстәрләүҙе лә үҙ өҫтөнә алды. Р. Баязитов кубогына шахмат турнирын үҙе иҫән саҡта ике йыл рәттән үткәреп ҡалыуға ирештек”, - тине.

Турнир алдынан туғандары, аралашып йәшәгән дуҫтары Р. Баязитов хаҡындағы йылы хәтирәләре менән бүлеште.
Сарала 31 команда ҡатнашыу хоҡуғы алһа, шуларҙың 13-ө ойошма һәм учреждениеларҙан ине. Уҡыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр араһында шәхси беренселек, шулай уҡ уҡыусылар һәм ойошмалар командалары араһында урындар билдәләнде.

Уҡыусылар араһында 3-сө урынға Рузалина Арыҫланғужина, Айназ Малакаев (балалар ижады үҙәге), 2-се урынға Уралиә Насырова, Алмаз Мирасов (Байназар урта мәктәбе), 1-се урынға Яҙгөл Хәсәнова (Байназар урта мәктәбе) һәм Ильяс Исмәғилев (балалар ижады үҙәге) сыҡты.

Ир-егеттәр араһында 3-сө урынға Яуымбай командаһынан Илнар Кинйәкәев, 2-се урынға Иҫке Собханғолдан Рәил Рахманғолов, 1-се урынға Яңы Мөсәт ауылынан Мөхәррәм Ҡасҡынбаев лайыҡ булды.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан 3-сө урынды Иҫке Собханғолдан Венера Манапова, 2-се урынды Әбделмәмбәттән Зөлфиә Ибәтуллина, 1-се урынды Рәүилә Хәсәнова яуланы.
Уҡыусылар командаһы араһында 3-сө урынға Байназар урта мәктәбенең 2-се командаһы, 2-се урынға балалар ижады үҙәге командаһы, 1-се урынға Байназар урта мәктәбенең 1-се командаһы лайыҡ булды.

Ололар араһында 3-сө урынды Иҫке Собханғол ауылы командаһы, 2-се урынды Иҫке Собханғол урта мәктәбе командаһы, 1-се урынды Яңы Мөсәт командаһы яуланы.
Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Роберт Ишдәүләт улының балалары әҙерләгән махсус приздар тапшырылды. Еңеүсе командалар Р. Баязитов иҫтәлегенә арналған шахмат турниры Кубогына эйә булдылар.
Читайте нас: