Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2021, 14:00

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы

Әбделмәмбәттә үткән йыйылышты ауыл хакимиәте башлығы Ф. Баязитов асып, йыл йомғаҡтарын барланы. Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов төрлө тармаҡтарҙағы айырым күрһәткестәргә ҡыҫҡаса туҡталып китте.

Әбделмәмбәттә үткән йыйылышты ауыл хакимиәте башлығы Ф. Баязитов асып, йыл йомғаҡтарын барланы. Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов төрлө тармаҡтарҙағы айырым күрһәткестәргә ҡыҫҡаса туҡталып китте.
Артабан полиция вәкиле А. Хәйбуллин иҫерткес эсемлектәр етештереп, законһыҙ һатыу итеүселәр менән бергәләшеп көрәшергә саҡырҙы.
-26 контроль һатып алыу ойошторолдо. Законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатып тотолғандарға административ штрафтар һалынды, икенсегә тотолғандарға ике енәйәт эше асылды. Ағасты законһыҙ ҡырҡыу буйынса енәйәт эштәре күп булды, - тине.

73-сө янғын һүндереү бүлегенән Илдус Насыров янғындар, уларҙы иҫкәртеү хаҡында әйтеп үтте.
“Ғаилә үҙәге”нән М. Вәлиева үҙәктә күрһәтелгән хеҙмәттәр менән таныштырҙы. Район советы депутаты А. Шәрипов халыҡ менән осрашыуҙар күҙҙаллауы, “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” халыҡҡа ниндәй программалар тәҡдим итеүе хаҡында сығыш яһаны.

Килдеғолда КФХ етәксеһе Альберт Яхин ауылдағы эшһеҙлек темаһына ҡағылды. Йыйылышта бысҡы онтағын яғыу урыны булдырыу мәсьәләһе күтәрелде. Ағасҡа ғариза яҙҙыҡ, ҡасан сыға, ауылдан 6 саҡырым алыҫлыҡта ғына темәстекеләр ағас ҡырҡа, тине Килдеғол ауылы ир-аттары.

Эттәрҙең хужаһыҙ урамда йөрөүҙәрен нисек булдырмау, эттәргә ҡарата мөнәсәбәт тураһында бик күп кенә тәҡдимдәр, үтенестәр яңғыраны. Оҙонсал йылғаһы бөтөп бара, тәрбиә кәрәк, тигән тәҡдимде район советы депутаты А. Шәрипов та күтәреп алды. Өмә ойоштороп, йылғаларҙы тәртипкә килтерергә тигән ҡарарға килделәр.
Район үҙәк дауаханаһына илткән һикәлтә бер бөгөн генә күтәрелгән проблема түгел.
Әллә ҡайҙа ятҡан сит илдәргә диңгеҙ аҫтарынан газ торбалары һуҙалар, газ ебәрәләр, ә беҙгә һаман юҡ, тип газ үткәреү эштәренең барышы тураһында белештеләр.
Мәктәптә интернеттың тиҙлеге яй, спорт залының ҡыйығын алыштырыу мөһим, профнастил кәрәк, тип ошо юҫыҡта ярҙам да һоралды.
Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында, мәктәпте тышлағанда һәйбәт булыр ине, тигән тәҡдим яңғыраны. Китаптар һалыу өсөн шкафтың булмауы сәбәпле, китаптар иҙәндә ята, шулай уҡ класс таҡтаһы иҫкерҙе, тине мәктәп етәкселеге.
Бер нисә ауылды бәйләп тороусы күпер ремонт талап итә, күсмә ФАП кәрәк, тине ауыл халҡы. Йәнә төҙөлөп ятҡан клубтың эш барышы тураһында һүҙ тотоп, штат булдырыу кәрәк, тинеләр.

Әбделмәмбәттә «Ҡыпсаҡ ир-егеттәре» ҡороноң бер төркөм ир-аттарына, ауыл тормошонда әүҙем эш алып барғандарға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Мәктәп директоры И. Үтәбаев мәктәптең үткән йылдағы эшмәкәрлеге, киләсәккә пландары хаҡында сығыш яһап, мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” программаһы булдырыу, ҡоролмаларҙы яңыртыу кәрәк, тине. Оҫтахана иҫкерҙе, интернат та булһа ине, тигән теләктәрен еткерҙе. Балалар баҡсаһына компьютер, яңы шкафтар, өҫтәлдәр кәрәк, тинеләр, йәнә ремонтлауҙа, эргә-тирәһен кәртәләп алыуҙа ярҙам һоранылар.

Шулай уҡ фельдшер-акушер пунктын да кәртәләп алыу мәсьәләһе күтәрелде, акушер штаты булдырыу кәрәклеген, бер генә медицина хеҙмәткәре өлгөрә алмауын билдәләнеләр.
«Районда көнкүреш ҡалдыҡтары ҡайҙа эшкәртелә?» тигән һорау яңғыраны. Мәктәп, балалар баҡсаһында балаларҙы ашатыуҙа хәләл ит ҡулланыу мәсьәләһенең мөһимлеге аңлатылды.

Эскелек темаһы ла күтәрелмәй ҡалманы. Эскелеккә ҡаршы көрәш һүлпән алып барыла, йәштәр эсә, рейдтар үткәрелмәй, тип борсолдо халыҡ. Сүп-сар өсөн хаҡты бушҡа түләйбеҙ кеүек, айына бер килеп алына, унда сығарып бирерлек ҡыйыбыҙ булмай, тип хаҡтарҙың артыуына ла ризаһыҙлыҡ белдерелде.
Ат тотҡан кешеләр ни өсөн көтөүсе ялламай, пилорамаға эшләргә кеше табыла, ә ат көтөргә кеше ҡушмайҙар, шул сәбәпле сабынлыҡтар тапала, көтөүлек урындары булырға тейештер, тигән мөрәжәғәт-һорау ҙа яңғыраны.

Электр иҫәпләүсе приборҙарҙың дөрөҫ иҫәпләмәүе ихтималлығы билдәләнде, сөнки күп кешеләрҙең квитанцияларында хаҡтар тейешленән артыҡ итеп күрһәтелә, ошо юҫыҡта тикшереү үткәреүҙәрен һоранылар. Йәнә аптекала льготалы дарыуҙарҙың булмауы ни сәбәптән икәнлеген белештеләр.
Сарала яңғыраған һорау-үтенестәр яҙып алынды, күбеһенә урында төплө яуаптар бирелде.
Читайте нас: