Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2021, 16:00

Ҡолғаналар берҙәм

8 февраль көнө отчет йыйылыштары Ҡолғана һәм Һарғая ауылдарында үтте.

8 февраль көнө отчет йыйылыштары Ҡолғана һәм Һарғая ауылдарында үтте.
Ҡолғана халҡы, көндөң ҡапыл һыуытып ебәреүенә ҡарамаҫтан, тулы зал булып йыйылдылар. Ауыл хакимиәте башлығы И.Ҡулбирҙин отчет доклады менән сығыш яһаны.
Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары И.Ғәлин район хакимиәтенең һәм район ойошмаларының 2020 йылғы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Полиция хеҙмәткәре А.Шәмиғолов һуңғы ваҡытта мутлашыусыларҙың күбәйеүе сәбәпле, карталағы аҡса менән эш иткәндә, сайт аша әйбер һатып алғанда иғтибарлы булырға саҡырҙы. Артабан янғын иҫкәрткесте мотлаҡ ҡуйырға кәрәклеге, коронавирусҡа ҡаршы прививканың үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт еткерелде.
Һорауҙарға яуап биреү Р. Ғәйетбаевтың мәктәп буйынса етешһеҙлектәр тураһындағы һүҙҙәренән һуң башланды.

Мәктәп директоры И. Үтәбаев мәктәп, балалар баҡсаһына бәйле килеп тыуған ҡатмарлыҡтар һәм уларҙың хәл ителәсәге тураһында әйтеп китте.
Һарғаянан йөрөүселәр тура юлдың ябыҡ булыуы айҡанлы борсолоу белдерҙе. Ҡурсаулыҡ яғынан тура юл хәүефле, урау юлдан йөрөү хәйерлерәк булыр, тигән яуап алдылар. Урындан ғына әйтелгән «Урау булһа ла юл яҡшы тиһәгеҙ ҙә, йәйгелек юл насар беҙҙә, ДРСУ тигеҙләгәне лә юҡ”, ”Грейдерҙар беҙгә килеп тә етмәйҙәр”, “Күпер кәрәк, күпер” тигән һәм башҡа юл торошона ҡағылған һорау-тәҡдимдәргә лә яуап булды.

«Медпункт бар, яңы ФАП кәрәкмәй, мәктәп кәрәк», тигән фекер ҙә яңғыраны.
Ер мәсьәләһе ҡолғаналарҙы ла урап үтмәгән: картала дөрөҫ күрһәтелмәгәнлектән, документтар менән проблемалар килеп сыҡҡан, йылдар буйы ер ала алмаусылар, юғары вольтлы линия эргәһенән ер алыусылар бар икән. Ер буйынса проблемалары булған граждандарҙы КУС-ҡа саҡырҙылар.Ҡый түгеү, уның өсөн түләүҙәр буйынса һорауҙарға «Эко-Сити» вәкиле яуап ҡайтарҙы. Р. Ғәйетбаев, ҡый өсөн һәр кеше менән килешеү төҙөргә кәрәк, тип тәҡдим индерҙе. Ҡый түгеү машинаһының аҙнаһына бер тапҡыр килеүе етә, тип килешелде.

Һарғаяла юл торошо, Бешәкенән юл сатына тиклем асфальт кәрәклеге, урамдарҙа шәре сығыу, обелискылағы ветерандарҙың исемлеген асыҡлау буйынса ла мәсьәләләр күтәрелде. Ауыл халҡы мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы кәрәклеген белдерҙе.
Читайте нас: