Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2021, 13:00

Мөһим мәсьәләләр күтәрелде

Отчет йыйылышына Мәҡсүт ауылы халҡы, ғәҙәттәгесә, ҙур мәктәптең бәләкәй бүлмәһен тултырып, тиҙ арала йыйылып та бөттө.

Отчет йыйылышына Мәҡсүт ауылы халҡы, ғәҙәттәгесә, ҙур мәктәптең бәләкәй бүлмәһен тултырып, тиҙ арала йыйылып та бөттө.
Ырғыҙлы ауыл хакимиәте башлығы Ғ. Килдейәров йыл дауамында башҡарылған эштәр хаҡында ентекле сығыш яһағас, район хакимиәтенең үткән йылғы эшмәкәрлегенә муниципаль район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов байҡау яһаны.

Был ауылда отчеттың халыҡҡа еткерелеше икенсерәк төҫ алған – һәр ойошма-учреждение етәксеһе үҙенең эше хаҡында үҙе отчет тотто. Ҡотан ФАП-ы фельдшеры А. Асылбаева ике ауылдағы һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы эштәрҙе барлап: “Мәҡсүттә 93 кеше булһа, шуларҙың 41-е – ҡатын-ҡыҙ, ҡалғаны ир-ат, 18 йәшкә тиклем 27 бала, тик 1 йәшкә тиклемге балалар юҡ”, - тине.

Мәктәп етәксеһе, дүрт кластағы 4 баланы бергә уҡытыусы З. Ырыҫбаева ашханаға ремонт үтеүе, белем усағында милли парк, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы менән берлектә үткән саралар хаҡында бәйән итте.

Мәҡсүттәр һәптеюҡ һорау биреп, етәкселәрҙән уларға яуап алырға өлгөрҙө. “Иҫке Мәҡсүттә эшҡыуар ер алды, тик беҙгә бесәнгә йөрөрлөк, бесән ташырлыҡ юл ҡалдырһын, күпселектең сабыны шул яҡта”, “ДРСУ юлды һөрөп, беҙҙең яҡҡа саҡ төшкә килеп етә. Ауылды сыҡҡан ерҙәге тау текә генә. Тормош булғас, экстрен хәлдәр ҙә була, ошо сәбәпле дауаханаға бара алмай ултырған саҡтар булды.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 12 февраль һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: