Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2021, 12:00

Үҙем әүәләгән бәхетемә ризамын

Ҡатын-ҡыҙҙы кем көсһөҙ зат тигәндер, бөгөн бының тап киреһе көндән-көн нығыраҡ раҫлана барғандай. Ир-ат менән бер рәттән, ҡайһы саҡта алдараҡ та атлай улар. 12 йыл директор урынбаҫары, 7 йыл мәктәп директоры, 5 йыл ауыл хакимиәте башлығы вазифаларын башҡарған Салауатова (Мырҙағолова) Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы тураһында һүҙебеҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙы кем көсһөҙ зат тигәндер, бөгөн бының тап киреһе көндән-көн нығыраҡ раҫлана барғандай. Ир-ат менән бер рәттән, ҡайһы саҡта алдараҡ та атлай улар. 12 йыл директор урынбаҫары, 7 йыл мәктәп директоры, 5 йыл ауыл хакимиәте башлығы вазифаларын башҡарған Салауатова (Мырҙағолова) Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы тураһында һүҙебеҙ.
Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы 1951 йылдың 2 февралендә Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1973 йылда БДПИ-ны тамамлағандан һуң, тыуған мәктәбендә биология һәм химия уҡытыусыһы булып эш башлай.
1986-2005 йылдарҙа Байназар, Ғәҙелгәрәй, Иҫке Собханғол мәктәптәрендә уҡытыусы, директор урынбаҫары, директор булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙенең уҡытыусылар коллективы менән уртаҡ тел табып эшләүсе оҫта етәксе, педагог икәнен иҫбатлай. Рәмилә Фәхретдин ҡыҙының дәрестәре яңы алымдар, ысулдар нигеҙендә ғәҙәти булмаған яңы эш төрҙәре ҡулланылыуы менән айырылып тора. Бөтә көсөн, тәжрибәһен һәм белемен үҫеп килгән быуынға экологик тәрбиә биреүгә йүнәлтә ул.

Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы ҡайһы ғына мәктәптә эшләһә лә, уҡытыу-тәжрибә участогын эшендә төп йүнәлештәрҙең береһе итеп ала. Смотр-конкурстарҙа йыл да беренсе урындарҙы яулай. Биология фәненән уҡытып сығарған 5 уҡыусыһы Бөрйәндә врач булып эшләп йөрөй. Остаздары улар менән ғорурлана.
Мәғариф отличнигы, мәғариф ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы ул.
Ул етәкләгән мәктәп - «Йыл мәктәбе», үҙе «Йыл директоры» исемен яулай.

Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы 2005 йылда Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлана.
2007 йылда ул «Ауылды социаль үҫтереү» республика конкурсында ҡатнаша һәм «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре» исеменә, район хакимиәтенең хужалыҡ, предприятие етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары араһында ойошторолған спорт ярыштарында еңеп, «Мисс етәксе» исеменә, “Актив гражданлыҡ позицияһы һәм патриотизм өсөн”миҙалына, “Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл“ исемле миҙалға, Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының эшен уңышлы башҡарғаны өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була.
Тынғыһыҙ эш араһында китап яҙырға ла өлгөрә Рәмилә апай.

«Ауыл мәктәбе уҡыусыларына халыҡ йолалары нигеҙендә экологик тәрбиә биреү», «Малайҙарҙы башҡорт халыҡ йолалары нигеҙендә тәрбиәләү», «Әйтер һүҙем бар», «Уҡыусыларҙың экологик мәҙәниәтен тәрбиәләүҙә педагогик шарттар булдырыу», «Бөрйән районының данлы ҡыҙҙары» китаптары үҙ уҡыусыларын тапты.

Директор булһынмы, хакимиәт башлығы булып эшләһенме, мәктәп, ауыл тормошона ниндәйҙер яңылыҡ индерергә тырыша ул. 10-11 класс уҡыусыларын “С” һәм “В” категорияларына уҡытып, водитель таныҡлығы биреп сығарыу, мәктәптә ҡортсолоҡ дәрестәрен ойоштороу, мәктәп яны уҡытыу-тәжрибә участогын килемле сығанаҡҡа әйләндереү, уҡыусылар араһында үҙ махсус премияһын булдырыу, тәү башлап «Атайҙар конференцияһы» ойоштороу, «Бәхет шишмәһе»нә исем биреү кеүек эштәр Рәмилә Фәхретдин ҡыҙының инициативаһы менән башҡарыла. “Башҡортостан ҡыҙы” журналында Г. Ҡотоева: «Ҡайҙа ла башлап, барыһын да ҡуҙғатып йөрөүсе лидер», тип телгә ала Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы тураһында.

Рәмилә апайҙың донъяһы ла ҡотло. Ғүмере буйы һыйыр малынан айырылмайҙар. Йыл да баҡса тулы емеш-еләк, йәшелсә була. Үҙ бал ҡорттарының балын ашап кинәнәләр.
Шәкир Зәкир улы менән ике балаға ғүмер биреп, лайыҡлы итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Айнур Шәкир улы «РусГидро» бүлеге начальнигы булып эшләй. Ҡатыны, финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары, Ирина Фәтих ҡыҙы менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Рәзилә - матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре, «Тамыр» балалар телестудияһы мөхәррире. Иптәше, полиция полковнигы Руслан Фәрит улы менән ике ул тәрбиәләйҙәр.

Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡһа ла, тик ултырырға яратмай. Әлеге көндә ул район ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ветерандар советы рәйесе эшен башҡара.
Тәжрибә менән уртаҡлашыу, йәш быуынға өгөт-нәсихәт, тормош һабаҡтары биреү маҡсатында Рәмилә апайҙың күңел донъяһына сәйәхәт ҡылдыҡ.
-Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы, һеҙ күп йылдар етәксе вазифаһын башҡарҙығыҙ. Көс, ҡыйыулыҡ ҡайҙан килә һеҙгә?

-Ғүмерем буйы арҡа терәр кешем булманы эшләгән дәүеремдә. Үҙ көсөмә ышанып эшләнем һәм йәшәнем. Дөрөҫ, тормош иптәшем донъя көткәндә иң ҙур ярҙамсым һәм ныҡлы терәгем булды. Атам-әсәм биргән кешелек сифаттарын алдан ҡуйып, аҡылымды алға егеп, кешегә изгелекле һәм рәхмәтле булып эшләнем. Бәләкәй генә изгелек йоратын да яуапһыҙ ҡалдырманым һәм ҡалдырмайым әле лә. Сөнки саҡ ҡына иғтибарлыраҡ, йомартыраҡ булһаң, күңел күтәрелә, тағы ла яҡшыраҡ һәм яҡшылыҡ эшләге килә. Ҡыйыулыҡ, тигәндән, ул да тәрбиәнән киләлер. Һәр эшкә ҡыйыу тотоноп эшләп алып киттем. Ихлас башлаған эшемде урын-еренә еткереп, “кем эшләгән - шул эшләгән“, тимәһендәр өсөн тырыштым. Туғандар, таныштар йомош йәки һорауҙары менән мөрәжәғәт итһәләр, хәлемдән килгәнсә ярҙам иттем. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, ниндәй вазифа биләһәм дә, эшемде ныҡ яраттым, тормошомдо хеҙмәтһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 12 февраль һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: