Ырғыҙлы ауылында “Эх, быймаһы, быймаһы” тигән күңелле байрам үткәрелде.
Сараға ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар быймаларын матур итеп биҙәп кейеп килгәндәр ине. Улар быймалары менән шиғыр, бейеү, таҡмаҡ, йыр аша таныштырҙылар. Артабан төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәрен бейеп күрһәттеләр. Рус, башҡорт, татар бейеүҙәрен һәм рок-н-роллды матур итеп башҡарҙылар.
“Ҡар бөртөктәре “ һәм “Быйма” командалары ярышты. Быйма менән күңелле эстафета уйындары айырыуса ҡыҙыҡ үтте.70 йәште үткән инәйҙәрҙең, бигерәк тә Фатима инәй
Сәлихова менән Зәйтүнә инәй Сәйфуллинаның, бер саранан да ҡалмай йөрөүҙәренә афариндан башҡа һүҙ юҡ. Быймалар түбәндәге номинацияларҙа баһаланды:
“Ҡомартҡы быйма” (Мөслимә Килдейәрова);
”Боронғо тарихлы быйма” (Динара Сәйфуллина);
“Иң матур биҙәлгән быйма”- (Фәниә Рудая);
”Иң матур быйма” – (Зәйтүнә Сәйфуллина);
”Иң ҙур быйма” – (Фатима Сәлихова);
”Иң бәләкәй быйма” – (Нәфисә Айытова);
“Себер быймаһы”- (Нәсимә Шишкова);
“Аҡ быйма” (Гөлнәзирә һәм Гөлиә Көҫәповалар);
“Тишекле быйма” – (Лиза Васильева).
Биҙәкле быймала килеүселәрҙең береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.