Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2021, 15:00

Көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде

3 февралдә Мәндәғол, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй ауылдарында отчет йыйылыштары үтте.

3 февралдә Мәндәғол, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй ауылдарында отчет йыйылыштары үтте.
Ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана, мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр ойошмалары етәкселәренең үткән йылдағы эшмәкәрлектәре, уңыштары хаҡындағы сығыштар тамамланғандан һуң, ауыл хакимиәте башлығы С. Сәғитов йыл дауамында эшләнгән эштәргә байҡау, киләсәктә эшләнәсәктәренә күҙаллау яһаны. Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов район хакимиәтенең 2020 йылда алып барылған эштәре һәм ҡуйылған маҡсаттар тураһындағы докладының иң мөһим өлөштәренә генә туҡталды.

Кейекбайҙа мәҙәниәт йортоноң һыуыҡ булыуын, интернет селтәренә тоташмауын, мәктәптең матди-техник базаһын нығытыу, фельдшер-акушер пунктының түбәләрен, иҙәндәрен йылытыу кәрәклеген билдәләп, ошо юҫыҡта ярҙам һоранылар.

Миңзәлә Ырыҫҡолова ер участкаһының картала дөрөҫ күрһәтелмәүе арҡаһында килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтарға осрауын әйтеп, ошо мәсьәләнең осона сығырға ярҙам итеүҙәрен үтенде. Ағас алыу өсөн сираттың оҙаҡ йылдарға һуҙылыуы йәштәргә өй һалып, донъя көтөп китеү өсөн кәртә булып тора, тип районда ағас алыу тәртибенең нисек барғанлығын һораштылар, өйҙә ятҡан оло кешеләргә медицина ярҙамы алыу өсөн ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген дә белештеләр.
Иҫке Собханғолдағы баҙар юл буйында тигәндәй урынлашҡан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап килмәй, киләсәктә баҙар икенсе ергә күсерелмәҫме, тигән мөрәжәғәт-һорау ҙа яңғыраны.

Халыҡ шулай уҡ, такси хеҙмәте юл хаҡтарын юғары ҡуя, район үҙәгенән Кейекбайға тиклем 400 һум ҡыйбатҡа төшә, тип зарланды. Әмир Сафин магазиндағы хаҡтар менән риза булмауын белдерҙе.
Шулай уҡ ауылда социаль хеҙмәткәр булмауы, йәштәр урамына йыл да шәре сығып ыҙалатыуы ла телгә алынды.
Ғәҙелгәрәй ауылында мәҙәниәт йортона сәхнә ҡорғандары талап ителеүе әйтелде. Мәктәпкә капиталь ремонт кәрәк, тине мәктәп директоры Ә. Сафина. Шулай уҡ ул электр селтәрҙәрен, канализацияны алыштырыу, спорт инвентарҙарын, һауыт-һабаларҙы яңыртыу талап ителгәнлеген дә өҫтәне. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының да проблемалары юҡ түгел икән: иҙәндәре һыуыҡ, ишектәрен алыштырырға кәрәк.
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы директоры М. Косарев ҡурсаулыҡ эшмәкәрлеге тураһында отчет яһаны, проблемаларға туҡталып китте.
Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре Ә. Сәғитов солоҡсолоҡто үҫтереү маҡсатында музей төҙөү мәсьәләһен ҡалҡытты, киләсәк быуынға эш рәтен өйрәтеп ҡалдырыу өсөн ниндәйҙер саралар күреү кәрәклеге хаҡында әйтте. Йәнә ауыл халҡына һыу инергә урын юҡ, үҙебеҙҙең халыҡ араһында туризм белгестәре әҙерләү мөһим, тигән тәҡдим дә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 9 февраль һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: