Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2021, 14:00

Халыҡтың һүҙе – хаҡлыҡтың үҙе

Исламбайҙағы район хакимиәтенең һәм урындағы хакимиәттең отчет йыйылышына, нигеҙҙә, бюджет өлкәһендә эшләүселәр генә килде.

Исламбайҙағы район хакимиәтенең һәм урындағы хакимиәттең отчет йыйылышына, нигеҙҙә, бюджет өлкәһендә эшләүселәр генә килде.
«Халыҡҡа төрлө ысул менән мәғлүмәт еткереп ҡараныҡ, унда барыу менән берәй нәмә үҙгәрәме, тип килмәйҙәр», тигән яуап ишетелде.
Тәүҙә ентекле һәм сағыштырыуҙарға ҡоролған отчет доклады менән Аҫҡар ауыл хакимиәте башлығы Ғ. Юлдашев, унан һуң район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов сығыш яһаны. Янғын һүндереү часе вәкиле Ф. Сәитбатталовтың да сығышы йыйнаҡ булды.

“Исламбайҙар гел иғтибарҙан ситтә ҡала”, “Йылға урамында электр утының көсөргәнеше түбән, трансформатор кәрәк”, «Урамдың юлын колхоз ваҡытында эшләгәйнек, һаман да шул ята, һыу аҡҡан еренә торба һалыр кәрәк», “ФАП-та һыуыҡ, иҙәненә аяҡ баҫып булмай, ишеге лә бүлмә-ара ишек”, “Урамға асфальт түшәйбеҙ, тинегеҙ ҙә оноттоғоҙ”, “ДРСУ юлды шифаралап, өҫтөн-мөҫтөн һөрөп үтә”, тигәнерәк мәсьәләләр яңғыраны. Зөбәржәт Кәримова: ”Колонкаларҙан һыу алып ҡулланған өсөн даими һәм берҙәм түләү булһын”, - тине.

Аҫҡарҙа
Аҫҡарҙағы йыйылышта ветеринар хеҙмәткәр Сәлих Хәмиҙуллин: ”Халыҡ малдарҙы чиплауға ыңғай түгел. Кеше эт-бесәйҙәренә лә вакцина эшләтә һалып бармай. Яңы йылда әллә нисәмә һумлыҡ фейерверктарҙы осороп, аҡсаны һыуға һалырға әҙербеҙ, ә вакцинаға аҡса йәлләйбеҙ”, - тине.

“Ҡайһы бер урындарҙа юл әҙәм ҡурҡынысы”, “Нөгөштән шәре сығып, өйҙө баҫа, күршемде лә баҫты”, “Ҡыш юл тигеҙ ул, яҙ ремонт кәрәк”, “Урамға һыу үткәреү шарт”, “Ауыл хакимиәтенең, клубтың элекке иҫке биналары ауылды йәмһеҙләп тора, уларҙы алырға кәрәк”, “Ер мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итһәң, проблемалар тыуа”, тигәнерәк һорау-тәҡдимдәренә аҫҡарҙар етәкселәрҙән яуап алды.
Брәтәктә
халыҡ әүҙем
Ябалаҡлап ҡар яуҙырып ҡаршы алды брәтәктәр. Ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залы халыҡ менән тула ғына яҙҙы. Етәкселәрҙең отчет докладынан һуң һорауҙар ямғыры башланды. Ауыл старостаһы Ф. Йәғәфәров зыярат кәртәһен алыштырыуға, парк кәртәһен яңыртыуға киткән халыҡтан йыйылған аҡсалар тураһында отчет бирҙе.
Ф. Мәһәҙиева урман хужалығына үҙ һорауҙарын еткерҙе. Ә.Ниғмәтуллина: “Ауыл ир-аттары пенсионерҙарға утынды ҡапҡа төбөнә алып килеүҙе ойоштора алмаҫ микән? Медпункт бинаһы иҫкергән. Яңы ФАП булһа, ул ауылдың урта тошонда булһын, юҡһа пенсионерҙарға унда тиклем ике саҡрымдай ара үтер кәрәк”, - тине.

Э. Хөсәйенова үҙҙәре йәшәгән яҡҡа интернет үткәреүҙе һораһа, йылғаның шәреһе сығып, боҙ ҡалыная, боҙҙо ҡарайтыу эштәрен үткәрер кәрәк, тигәнерәк һорау күтәреүселәр ҙә булды.

Ғ. Йәрмөхәмәтова ҡар көрәйем тип ҡыйыҡ башынан йығылып төшкән иренә саҡыртҡан “тиҙ ярҙам” менән килгән һәм райүҙәккә барғас ҡараған медицина хеҙмәткәрҙәренең эшенән риза түгеллеген белдерҙе.

А. Йәғәфәрова балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре исеменән баҡсаға һыу индергәндәре, йылытыу ҡорамалдары биргәндәре өсөн етәкселәргә рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: