Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2021, 15:00

Балыҡты буйына бүлгәндә…

Беҙ Ҡолғананан улыма өс йәштә күсеп киттек. Шул мәлдә лә әле ул атаһына эйәреп Үҙәнгә, Яманйылғаға балыҡҡа йөрөй ине әле. Атаһы, апалары – балыҡсы.

Беҙ Ҡолғананан улыма өс йәштә күсеп киттек. Шул мәлдә лә әле ул атаһына эйәреп Үҙәнгә, Яманйылғаға балыҡҡа йөрөй ине әле. Атаһы, апалары – балыҡсы.
Ҡәйнәм белеп уларҙы: “ Ыуылдырыҡтан яралған нәмәләр”,- тип әрләй, сөнки, донъяларын онотоп, һыу буйында көн оҙон йөрөргә мөмкиндәр һәм йылдың бер-ике көнөндә генә лә түгел. Бер мәл улым бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә ярты балыҡ менән генә ҡайтып инде. “ Балыҡ эләкмәнеме?”-тейем. Эләкте, тик берәү генә, булды яуап.

Ул балыҡ буйынан-буйына яртылаш ҡырҡылған ине. Балыҡҡа өс кеше : Әхтәм, Айсыуаҡ мәрхүм һәм Булат барғандар. Өсөһөнә бер балыҡ эләккәс, улым ошо балыҡты үҙенсә ғәҙел итеп бүлеүҙе талап иткән – шуға буйынан-буйына ҡырҡтырып алған. Бәй, шулай ғәп-ғәҙел килеп сыға шул – атаһы менән үҙе – бер ғаиләнән, Айсыуаҡ – икенсенән. Арҡырыға ҡырҡһаң, береһенә – баш, икенсеһенә ҡойроҡ эләгә...

Өс йәшлек ошо баланың ғәҙеллекте дөрөҫ яҡлауы, “мал”ды тигеҙ бүлешеүе ул саҡта бер көлкө ине. Хәҙер уйлайым-уйлайым да, ҡалай дөрөҫ эшләгән, тип ҡуям. Донъялағы күп низағ, иреш-талаш, һуғыш шул байлыҡты ғәҙел бүлешмәүҙән бит... Балалар бәғзе саҡ өлкәндәрҙән йөҙләтә аҡыллы шул...
Читайте нас: