Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2021, 17:00

ТУПҺАНЫ КЕМ ТАҘАРТЫР?

Инстаграмдағы бер фото аҫтындағы яҙыуҙы уҡып, хайран булып ултырам... “Ҡайҙа бара был тормош. Әҙәм балаһын бөтөнләй кешелектән сығара бит был цивилизация”, тип ҡуйҙым хатта.

Инстаграмдағы бер фото аҫтындағы яҙыуҙы уҡып, хайран булып ултырам... “Ҡайҙа бара был тормош. Әҙәм балаһын бөтөнләй кешелектән сығара бит был цивилизация”, тип ҡуйҙым хатта.
Фотола ҡалалағы күп фатирлы ҡатлы йорт подъезы. Ике һикәлтәле тупһаһы ҡарлыраҡ. Дөрөҫөрәге, тупһалағы ҡарҙы тапап йөрөгәндәр.
Фото аҫтында ЖЭУ хеҙмәткәрҙәренең икенсе көн инде уны таҙартмауҙары хаҡында хәбәр бар. “Ике көн мөрәжәғәт итәбеҙ, таҙартыусы юҡ”, тип яҙғандар. Кәмендә 100 кеше йәшәйҙер инде ул подъезда.

Ҡар көнө-төнө яуған бынауындай көндәрҙә урам таҙартыусылар өлгөрә лә алмай китәләрҙер инде. Шуны шул йортта йәшәүсе берәй кеше эйелеп кенә көрәп йәки һепереп ебәрһә булмаҫ инеме икән... Күп булһа, 2 минут ваҡыты китер ине.

Юҡ инде. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итергә ваҡыт бар, ә эшләргә...
Ә ауыл кешеһе... Төндә ҡар яуһа, иртә менән тороп, иң беренсе бәҙрәфенә, унан мал аҙбарына,утынлығына, ҡапҡаһы яғына юл көрәй, унан урам тышын ялтыратып көрәп ҡуя... Кемдәндер, ҡайҙандыр көтөп ятмай. Тупһаһы тураһында әйтергә лә түгел. Ҡала кешеһенең былай ҙа эше юҡ, малы, ҡош-ҡорто ашарға һорап тормай. Ауыл кешеһенең дә күбеһе ҡала кешеһе һымаҡ иртәнсәк эшенә ашыға. Унан алда ҡарын көрәй, малын ашата-эсерә, ҡош-ҡортона ем һала, утын индерә, ут яғып, өйөн йылыта, һыу ташый...

Уның өсөн беҙ түләйбеҙ, тиер ҡаланыҡылар. Бөтә нәмә аҡса менән үлсәнгән заманала йәшәйбеҙ шул.

Төймәгә баҫып ҡына кер йыуабыҙ, төймәгә баҫып ашарға бешерәбеҙ, төймәгә баҫып эшләйбеҙ... Һәм...төймәләй мәсьәләне дөйәләй итәбеҙ. Бары тик үҙебеҙгә ҡыбырламаҫҡа, ә беҙҙең өсөн кемдер эшләргә тейеш. Хатта көн һайын үҙебеҙ аша атлап йөрөгән тупһабыҙҙы ла кемдер килеп таҙартырға тейеш. Үтә хаттинашып киткән һымаҡбыҙ ҡайсаҡ...
Читайте нас: