Гәзиттә Бәләкәй Ҡыпсаҡ (Кордон) ауылында сайыр музейы асылғанлығы хаҡында уҡып, ағайым Йәһүҙин Мөхәррәмдең Латифа еңгәйем менән сайырҙа эшләгәндәре хаҡында иҫкә төшөрөп, эргәмдә ултырған Вәлитова Рәшиҙәгә һөйләйем.
Йәй көнө, сайыр йыйыу осоронда, мине Ҡыпсаҡҡа бала ҡаратыу өсөн алып ҡайта торғайнылар. Бәләкәй Сәүиәне ҡарайым. Кис етһә, быҙау-һарыҡтарҙы ябып ҡуям. Ул ваҡытта үҙем дә артыҡ ҙур түгелмен – 3-4 кластарҙа уҡығанмындыр.
Ағайымдар кисләтеп кенә ҡайтып инәләр. Ағайым шунда уҡ сайыр бысаҡтарын үткерләргә ултыра. Еңгәм һыйырын һауа, ашарға бешерә. Хәтеремдә, ашты ул консерва һауыттарҙағы хуш еҫ бөркөп торған итте ҡушып әҙерләй торғайны. Консерваның төбөндә миңә ит ҡалдыра Ә уның тәмлелегеее...
Тышта икмәк мейесе була торғайны. Зәлифә еңгәйем шунда үҙҙәренә лә, беҙгә лә икмәк бешерә. Бер ишек алдында тигәндәй йәшәгән туғандарым – апай-һеңлеләр – Флүрә, Шәһиҙәләр менән зыу килеп уйнайбыҙ.
Бер йылы шулай тағы уҡыу мәле еткәнсе йөрөнөм. Ҡайтырға мәл еткәс, Латифа еңгәйем мине етәкләп Кордонға алып барҙы. Магазинға инеп, үҙемдән һайлатып, мәктәпкә уҡырға барыу өсөн кәрәк булған кейемдәрҙе алдыҡ. Ҡыҫҡаһы, мине баштан-аяҡ кейендерҙе. Күстәнәстәр ҙә алдыҡ магазиндан. Беҙҙең ауыл магазинында булмаған сгущенкалар, башҡа төрлө тәм-томдар, теге ит консервалары һ.б. туп-тулы бында.
Шул хәтлем нәмәне ҡалайтып алып ҡайтабыҙ инде, тип торғанда ғына магазин эргәһенә ҙур машина килеп туҡтаны. Шул ваҡыт бер ағай, Латифа һеңлекәш, ҡайтһағыҙ, ана, машина һеҙҙең яҡҡа бара, тип беҙҙе ултыртып ебәрҙе.
Ҡайтып еткәс, Латифа еңгәй, әлдә нәчәльник Мәрхәм ағай тап булды, беҙҙе машинаға ултыртып ҡайтарҙы, тип һөйләне ағайыма.
Ошоларҙы бәйән иттем әхирәтемә...
Шул ваҡыт эргәмдә ултырған Рәшиҙә, әстә, атыу ул минең атайым булған инде, тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Тән яралары уңалһа ла,
йән яралары уңалмай
Мөхәмәтйәнов Мәрхәм Абдрахман улы 1929 йылдың майында Ырғыҙлы ауылында тыуған. Малайға 12 йәш булған саҡта ҡәһәрле һуғыш башлана. Мәрхәм ағайҙың атаһын, һаулығы насар булыу сәбәпле, һуғышҡа алмайҙар.
Барыбыҙға ла мәғлүм, ауылдарҙа ҡарт-ҡоро ла бала-саға, ирҙәре урынына ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар ғына була ул мәлдәрҙә.
Мәҡсүт ауылының түбәнендәге ҙур ғына һыйыр фермаһына Абдрахман ҡартты мөдир итеп ҡуялар. Үҙе менән ғаиләһен дә алып китә: ҡатынын, 12 йәшлек Мәрхәмде, 4 йәшлек Һатыбалды.
Бар ерҙә лә һайландынан ҡалған ғына аттар. Утын-бесән ташыуға үгеҙҙәрҙе егәләр. Бөтә ауырлыҡҡа түҙеп, тормош йөгөн иңдәренә күтәреп, яу ҡырында тағы ла ауырыраҡ икәнен аңлап, теш ҡыҫып түҙеп, ҡайғы-һағыштарын уртаҡлашып йәшәй тылдағылар.
Бер мәл, район үҙәгенән ферманы тикшерергә вәкилдәр килә, тигән хәбәр килеп еткәс, мунса яғалар, аш һалалар. Үҙҙәренсә барынса уларҙы хөрмәт итеп ҡалырға тырышалар. Вәкилдәрҙе һыйлап, мунса индереп оҙатҡас, әҙер мунсаға өҫтәп кенә яғып, үҙҙәре лә йыуынып сығырға булалар. Ҡара мунса ҡапыл янып китә. Күмәкләп ҡар ташлап һүндереп ҡарайҙар, ләкин ут йылғырыраҡ булып сыға – алдына сыға алмайҙар. Ныҡ көйәләнгәндер инде, Абдрахман ҡарт көрәген ҡулына тотҡан килеш, сүкәйеп ултырып ҡына йән бирә. Ҡорһағында 4 айлыҡ ауыры булған ҡатын 4 йәшлек Һатыбалы, 12 йәшлек Мәрхәме менән тол ҡала.
Был тетрәндергес ваҡиғаны һөйләгәндә Рәшиҙәнең күҙҙәренә йәш тулды.
-Атайымдың үҙе атай булған килеш ике ҡустыһына – Фәрит менән Һатыбалға ошо хәлде илап һөйләгәнен онота алмайым, - тине ул.
Абдрахман ҡартты ауылға – Ырғыҙлыға алып ҡайтып ерләү өсөн күҙ терәп торған атты санаға егәләр. Сатлама һыуыҡ була. Ҡыштың ҡыҫҡа ғына көндәре, етмәһә. Юл ауыл яғына Иҙел буйлап ҡына. Ә Иҙел өҫтөнә шәре сыҡҡан.
Ҡалайтһалар итеп, мәйетте санаға һалалар. Тик аттың сананы һөйрәрлек хәле булмай. Бәлки, сананы ҡуҙғатырға көслө ир-ат ярҙамы ла кәрәк булғандыр инде.
Мәрхәм атты туғарып, мәйетте санала ҡалдырып, әсәһе менән Һатыбалды атҡа һыбай ултыртып, үҙе алдан атты етәкләп төн уртаһында Ырғыҙлыға ҡайтып инәләр.
-Таң атҡас, бәләкәс кенә бейә малын йүгәнләп бер ағай килде. Был бәләкәй генә атты күргәс, нисек итеп ул сананы һөйрәп сығарыр икән, тип уйланым, ти торғайны атайым, - тип хәтирәләр ебен артабан тағатты Рәшиҙә.
Туңған сананы меҫкен мал көскә тартып сығара. Бына шундай мең михнәттәр менән ерләргә тура килә Мәрхәм ағайға атаһын.
Тормош дауам итә. Барлыҡ тормош хәстәре, ғаилә өсөн яуаплылыҡ Мәрхәм иңенә ята. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Фәрит ҡустыһы донъяға килә. Үҙ тиҫтерҙәре менән Мәрхәм ағай етәкселек ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләй. Үгеҙ егеп, Ҡананан Ырғыҙлыға аҙыҡ-түлек тә ташыйҙар.
Ауыл мәктәбен бөтөргән Мәрхәмгә, ни тиклем генә белемгә ынтылһа ла, артабан уҡырға тура килмәй.
-Үҙенә кәрәкле китап-журнал менән өйҙө тултыра торғайны, тип һөйләр ине өләсәйем, - ти Рәшиҙә.
Ошондай дауыллы, хәтәр йылдарҙа ла бирешмәгән халҡыбыҙ, түҙгән.
Барыһы ла артта ҡала. Бар халыҡ зарығып көткән Еңеү килә. Бөтә халыҡты зар илатҡан һуғыш тамамлана. Халыҡ тыныс тормошҡа шатлана. Ниһайәт, баш күтәреп күктә йылмайған ҡояшҡа ҡарай башлайҙар. Ә дауылдан һуң ҡалҡҡан ҡояштың ниндәй ҡыуаныс килтереүе хаҡында һөйләп торорға ла түгел...
Начальник Мәрхәм
Был осорҙа Ырғыҙлыға төрлө яҡтарҙан вербовать ителеп йәштәр, ғаиләләр эшкә килә. Урман ҡырҡыу һәм ағас эшкәртеү башлана. Ситтән килгәндәр араһында Күгәрсен районынан ашнаҡсы ҡыҙ Фәриҙә лә була. Был мәлдә Мәрхәмдең танауына еҫ керә башлаған осор. Ҡыҙҙар ҙа һайлаштыра башлаған инде. Әсәһенең тәҡдиме менән ҡыҙыл берет кейеп йөрөгән Фәриҙәгә күҙ һала башлай. Күңеле ята ҡыҙға. 1948 йылда 19 йәшлек Мәрхәм өйләнеп тә ҡуя. 1949 йылда Рәшиҙәләре тыуғас, йәш атайҙы әрме сафына алалар. Армиянан ҡайтҡас, ул ғүмерен урман эшенә бағышлай. Ул ваҡыттағы леспромхоз директоры Белозеров Илья Степанович, егеттең эшкә уңғанлығын күреп, ышанысты аҡларҙай егет, тип участка мастеры итеп ҡуя. Унан инде начальник итеп үрләтә.
Кордонда участка асылғас, 1963 йылда шунда начальник булып бара һәм 1968 йылға тиклем эшләй. Бөрйән леспромхозында начальник булып 4 ай ҙа эшләп өлгөрмәй, тәжрибәле, эште юлға һалырлыҡ Мәрхәмде Йылайыр районының Үркәс ауылында урынлашҡан леспромхозға начальник итеп күсерәләр.
Ул арала ғаиләһе лә ишәйеп китә. Улар ҡатыны менән Рәшиҙә, Венера, Альмира, Альберт, Урал, Лира исемле балаларға ғүмер бүләк итәләр.Хаҡлы ялға сыҡҡансы тиерлек етәкселек эшен дауам итә ул. Йәш белгес килгәс, эшен тапшырып, 1-2 йыл мастер булып ала.
-Атайымдың бер яратҡан фекере булды: йәштәр теоретически алдырһа, мин практически алдырам, ти торғайны, - тип көлә Рәшиҙә.
Совет заманы тәрбиәһенә тоғро ҡалған коммунист, дәүләт эшенән башҡаны белмәгән, хатта күҙ алдына ла килтермәгән Мәрхәм Абдрахман улы Мөхәмәтйәновтың тормош юлы уйландыра ла, һоҡландыра ла, фәһем дә бирә.
...Район гәзитендәге сайыр музейы асылыуы тураһындағы яңылыҡ бына ҡайһы тиклем хәтирәләрҙе аҡтартты, яҙмышы илебеҙ, районыбыҙ яҙмышынан айырылғыһыҙ булған исеме тарихта ҡалырҙай шәхес тураһында белергә лә ярҙам итте...