Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2021, 14:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Үткән аҙнала районда бер генә сабый тыуған. Уның ҡарауы 3 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән.

Үткән аҙнала районда бер генә сабый тыуған. Уның ҡарауы 3 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән.
Демография
Үткән аҙнала районда бер генә сабый тыуған. Уның ҡарауы 3 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике пар никахын тарҡатҡан, 2 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.
02 хәбәр итә
Ғинуарҙың 22-һенән 29-ына тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 42 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә законһыҙ ағас ҡырҡыу (2), сит ил гражданын фиктив теркәү (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (3), битлек режимын боҙоу (5), ғаилә низағы (5), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (2), законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатыу (1) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан дөйөм 71 протокол төҙөлгән. Шуларҙың 53-ө ЮХХДИ йүнәлешендә.
Читайте нас: