Һөйәнтөҫтә яндырылған,
Аҫып, үстәр ҡандырылған.
Һәм, һөрөлөп Себерҙәргә,
Ил-күсенән яҙҙырылған
Башҡорт инде...
Ҡайта-ҡайта баш күтәргән –
Баш бирмәгән батшаһына.
Золом күргән быуат-быуат
Баҫҡынсынан, башҡаһынан
Башҡорт инде...
Уралына һеңгән ҡаны,
Париждарға еткән даны.
Юлдарынан, күтәрелеп,
Ятмай торған тояҡ саңы...
Башҡорт инде...
Ҡурайына һалған аһын,
Тарихҡайын – оҙон көйгә.
Алсаҡлығы тейер-теймәҫ
Ҡунаҡтарҙы йыйған өйгә...
Башҡорт инде...
Батшаларға яҙған хаттар –
Түгел тарихтағы таптар.
Намыҫ менән ил һаҡлаған –
Дан-шөһрәткә сумған саҡтар.
Башҡорт инде...
Оло ил тип башын һалған,
Мәкер менән ағыуланған.
Асыл диндән яҙҙырылғас,
Эске ауҙарында ҡалған
Башҡорт инде...
Килке-килке күтәрелгән
Вәхшилеккә түҙә алмай.
Башҡортомдоң күргәндәрен
Теүәл белә бары Аллам.
Башҡорт инде...
Ылау-ылау Себер киткән
Ғаиләһен аҫрамаҡҡа.
Биләр урындарын биргән
Үткенсегә, төптө ятҡа.
Башҡорт инде...
Яҙмышҡайы – тотош һынау,
Күптәр көтә:” Ҡасан һына?”
Үҙенән ҙур йөк күтәреп,
Ҡырмыҫҡалай донъя ҡыуа.
Башҡорт инде...
Бурыс ята иңдәрендә
Ил-Ватанын һаҡлай торған –
Башҡорт инде. Үлһә, үлә,
Тик намыҫын һатмай торған...