Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2021, 14:00

Аяғыңда аҡ быйма. Бысратырһың, бик кеймә!

Ошо исем аҫтында район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына бағышланған бай йөкмәткеле байрам ойошторҙо.

Ошо исем аҫтында район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына бағышланған бай йөкмәткеле байрам ойошторҙо.
Байрамды район мәҙәниәт һарайының «Йәнбикә» фольклор ансамбле асып ебәргәндән һуң, 7 команда үҙҙәре менән таныштырып сыҡты. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалының «Йәш быймасылар»ы быймаға бағышлап шиғыр һөйләһәләр, Баҙал башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы коллективының «Финский быймалар» командаһы йәнле музыка - баян моңдары аҫтында «Быймаларға көн бөттө, доротделдар тоҙ һипкәс», тип йырлы-тоҙло сәләмдәрен дә еткерҙе. «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының «Аҡбуҙаттың ҡар ҡыҙҙары» командаһы, аяҡтарҙа быйма, башыбыҙҙа биҙрә, вирус ҡурҡыныс түгел беҙгә, тип көлдөрөп алды. Ағиҙел ҡасабаһы ҡатын-ҡыҙҙары советының «Ағиҙел һылыуҙары», һеҙҙә нисектер, беҙҙә олоһо ла, кесеһе лә быйма кейә, тип алғышланды. «Фатима» бейеү ансамбленең уңған, һылыу «Фатима» командаһы, ситек кейеп дандар алдыҡ «Байыҡ»та, һаулығыңды һаҡлайым, тиһәң, быйма кәрәк һыуыҡта, тип “баҙар ойоштороп”, барыбыҙҙы ла быйма һатып алырға өгөтләнеләр.

Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән Яңы Усман ауылы ҡатын-ҡыҙҙары советының «Супер быйма» командаһы «Быйма һаулыҡ өсөн кәрәк, обязательная», тип таҡмаҡ әйтте.
Эшкә лә, ял итергә лә өлгөргән район эске эштәр бүлексәһе ҡатын-ҡыҙҙары, эштән туп-тура ярышҡа килеп, бер кискә «Быймалы погонһыҙҙар» булып алдылар.
Ярыштың артабанғы өлөшөндә һәр команда быйма кейеп дәртле бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Бигерәк тә «Фатима» командаһының төрлө халыҡ бейеүҙәрен башҡарыуы, «Аҡбуҙаттың ҡар ҡыҙҙары»ның шаян бейеүе, «Ағиҙел һылыуҙары»ның “Ете ҡыҙ”ы һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Спорт уйындарында ла дәртле ҡатнашты бәйгеселәр. Тюбингта әхирәттәрен һөйрәп минутҡа йүгереп мәрәй йыйғандан һуң, эстафетала көстәрен һынанылар. Район активисы, отставкалағы подполковник Азамат Ырыҫҡолов ойошторған яндан уҡ атыу ярышы бик көсөргәнешле барҙы. Бер минут эсендә бирелгән һүҙҙәрҙән 4 юллыҡ шиғыр яҙып та көс һынаштылар быймасылар.

Быйма байрамында 40 йыл тарихы булған, ҡомартҡы, тишекле, ошо быйма байрамына тип кенә алынған өр-яңылары, үҙенсәлекле биҙәкле быймалар бар ине.
Жюри, бик көсөргәнешле бәхәсләшкәндән һуң, номинацияларҙы түбәндәгесә билдәләне: «Өмөт» номинацияһында - Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының «Йәш быймасылар» командаһы, «Дәртле» номинацияһында район эске эштәр бүлексәһенең «Быймалы погонһыҙҙар» командаһы, «Иң үҙенсәлекле кейемдә килеүсе команда» - «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының «Аҡбуҙаттың ҡар ҡыҙҙары» командаһы, «Татыу команда» - Баҙал мәктәп-балалар баҡсаһы коллективының «Финский быймалар» командаһы, «Сос команда» - Ағиҙел ҡасабаһы ҡатын-ҡыҙҙар советының «Ағиҙел һылыуҙары» командаһы, «Актив команда» - Яңы Усман ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советының «Супер быйма» командаһы, «Аҡ быйма» номинацияһында «Фатима» бейеү ансамбленең «Фатима» командаһы билдәләнде.

Яңғыҙ ҡатнашыусылар араһында «Тарихлы быйма» номинацияһына 40 йылдан ашыу тарихы булған быйма менән таныштырыусы Иҫке Собханғол ауылынан Вәзирә Ҡурамшина лайыҡ булды. «Күп тишекле быйма»- Иҫке Собханғол ауылынан Хәмиҙә Хисмәтуллинала, «Ҡомартҡы быйма» номинацияһы - Гөлзирә Арыҫланғужина менән Ләлә Ишбулатовала, «Иң күп төҫлө быйма» номинацияһында Иҫке Собханғол ауылынан быймаһын 14 төҫ ҡулланып биҙәүсе Лилиә Хисмәтуллина, Ағиҙел ҡасабаһынан Эльмира Фәизова еңеүсе тип табылды. «Иң матур биҙәлгән быйма» Лилиә Уразаевала, «Аҡ быйма» Ағиҙел ҡасабаһынан Тәнзилә Ҡәҙерғолова менән Яңы Усмандан Әлфиә Норотҡоловала. «Иң матур табанлы быйма» Яңы Усман ауылынан Мәрйәм Ҡолһаринаныҡы. «Иң етеҙ бейеүсе» тип Иҫке Собханғол ауылынан Лилиә Хисмәтуллина һәм Денис Солтанов билдәләнде. Лилиә Хисмәтуллинаға «Берҙәм Рәсәй» партияһы етәксеһе Ә. Бәшәрова үҙ бүләген тапшырһа, байрамда ике генә егет ярыштарҙа ҡатнашыуын иҫәпкә алып, байрамдың төп бүләге - быйманы,шәхси эшҡыуар Г.Григорьева әҙерләгән бүләкте, Денис Солтанов эләктерҙе.

Урындар түбәндәгесә билдәләнде: 3-сө урынды Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының «Йәш быймасылар», район эске эштәр бүлексәһенең «Быймалы погонһыҙҙар», «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының «Аҡбуҙаттың ҡар ҡыҙҙары» командалары бүлеште.

2-се урынға Яңы Усман ауылының «Супер быйма», Баҙал башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы коллективының «Финский быймалар» командалары лайыҡ булды.
1-се урын Ағиҙел ҡасабаһының «Ағиҙел һылыуҙары» командаһына эләкте. Ә Гран-при - «Фатима» командаһында!

-Быйма байрамына ентекле әҙерләнеп килгән һәр командаға ҙур рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткереп, киләсәктә лә эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ! Шулай уҡ байрамды үткәреүгә үҙҙәренең бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙарға: Гөлфиә Григорьеваға, Зилә Насретдиноваға һәм Регина Юлмөхәмәтоваға рәхмәт һәм эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ, - ти район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре.

Йылы быймаларҙы әллә ниндәй затлы аяҡ кейеме алмаштыра алмайҙыр ул. Сөнки быйма - ул үҙе уңайлы, йылы, ышаныслы, хатта файҙалы. Быймаларыбыҙ йылы аяҡтарҙа ғына туҙһын.
Читайте нас: