Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 12:30

Журналист һөнәрен алыштырҙы

Яңы урында

Яңы урында
4 октябрҙә тәүге яуған ҡар, күп тә үтмәй туңаҙытып, ятып та ҡуйҙы. Көпө-салбарһыҙ йөрөп булмай башланы. Ятаҡтан ашханаға ныҡ яҡын булһа ла, баштан-аяҡ кейенергә тура килә. Ел бик әсе, елеккә үтә.

Төн буйы эшләнем дә, көндөҙгө сменала Салман ашханаһында салаттар менән мәшғүл булған Наталья исемле ҡатынҡай менән икенсе объектҡа юлландыҡ. Вахта автобусында яй ғына барабыҙ. Бында бөтә техника ла ныҡ ҙур. Улар уландарым бәләкәй сағында уйнаған машиналарҙы хәтерләтә.

Мәңгелек туңлыҡты тәҙрәнән күҙәткәнемдә тағы ла үҙемде Марсҡа төшкән кешеләй хис иттем. Боландар осрамаҫмы, тип өмөт иткәйнем, булманы. “Тундра-туңдыра”, – тип уйлап, уңышлы рифмаға ҡыуандым. Бүтәнсә ҡыуаныр бер нәмә лә юҡ бит. Алда – билдәһеҙлек. Үҙемде, армиялағы һалдатмын, тип ышандырырға тырышам. Бына өс айымды тултырырмын да ялтырап өйөмә ҡайтып төшөрмөн! Дембель һымаҡ мин дә көнөмдө һанайым, календарҙә һәр үткән көндө һыҙып барам!

Дөйөм ятаҡта Наталья менән икәүләп урынлашҡас, эшкә сығырға кисте көттөк. Йоҡо ҡайғыһы китте. Ятаҡта тынлыҡ. Төнгө сменала эшләүселәр йоҡлай, ял итә. Ишек төбөндә, сушилкала ирҙәрҙең ҙур-ҙур итектәре, ботинкалары теҙелгән. Улар янында беҙҙең аяҡ кейеме бәпестәрҙеке кеүек кенә. Сушилкала эшселәр өҫ кейемдәрен дә киптерә.

Кофе эсеп алғас, ашхананы барып күрҙек. Вагончиктар бер-береһенә йәбештерелеп эшләнгән, уртанан уларҙы ишек тоташтыра. Ашай торған дүрт залы бар. Аш бешергән, һауыт-һаба йыуған бүлмәләр башҡа. Тегендәге заманса, иркен, яҡты ашхананан һуң был бигерәк ҡотһоҙ күренде. Эс бошоуҙан йөрәк һыҙлай башланы. Ҡайтыу тураһындағы уй ҙа башҡа инеп ояланы. Иллалла менән таң аттырҙым. Тубалдай башым менән орсоҡтай өйөрөлдөм. Өлгөрмәй ҡара! Ваҡыт табаныңа баҫып килә! Ултырып сәй эсергә лә форсат булмай китә...
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 29 ғинуар һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: