Яңы Собханғол (Янһары) ауылында барлыҡҡа килгән боҙ һын күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер. Мөғжизә тип тә әйтеп булмай, шулай ҙа һирәк осрай торған күренеш. Ысынлап та, матур, һоҡланғыс, үҙенсәлекле бер рәүешкә ингән шул боҙ. Шуны күрер өсөн генә Янһарыға барып, фотоларға төшөрөп, интернет селтәренә һалыусылар күбәйгәс, ҡыҙыҡһыныусылар тағы ла артты. Ысынлап та, нисек барлыҡҡа килде икән һуң был боҙ?
Ошо һәм Иҫке Собханғол ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәрҙе һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләренә ҡағылған башҡа һорауҙар менән «Алаҡуян» МУП-ының һыу менән тәьмин итеү бүлеге начальнигы Аҡкөсөков Айҙар Әхтәм улына мөрәжәғәт иттек.
- Яңы Собханғол ауылы ситендәге Сатра тигән урында һыу скважинаһы урынлашҡан. Ул эргәләге ауылдарҙы һыу менән тәьмин итә. Автоматик рәүештә эшләүсе насосты 2018 йылда Магнитогорск ҡалаһынан “Инлайн” тигән фирма ҡуйған. Ләкин автоматлаштырылған насос йүнләп эшләмәй. Урындағы слесарь уны ваҡыты-выҡыты менән һүндереп, яндырып торҙо. Йәғни, автомат торһа ла, ҡул режимы менән эшләнек. Магнитогорскиҙан 3 тапҡыр килеп йүнәтеп ҡаранылар. Яңы йыл алдынан да килеп киттеләр. Ләкин файҙа булманы. Насос бер туҡтауһыҙ эшләгәнлектән, автоматика сафтан сыҡҡан. Резерв һемәктән башня аҫтына һыу ағып, түбән температура аҫтында туңған, шунан ошо «мөғжизә» барлыҡҡа килгән инде. Ауылда 1-2 колонкала һыу бер аҙ булмай торҙо, ләкин тотош ауыл көндәр буйы һыуһыҙ ултырҙы, тип әйтә алмайым.
9 ғинуарҙа үҙ көсөбөҙ менән көнөн дә, төнөн дә, ял, тип тормай, туң ерҙәрен иретеп, ремонтлап, насосты сафҡа индереп ҡуйҙыҡ. Шул көндән алып насос штаттағы режимға ярашлы эшләп тора.
Һыу эргәләге юлға ағып төшкән ине. Туңып, юлдағыларға уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаһын өсөн, ваҡ таш түгеп, уны ла рәткә килтереп ҡуйҙыҡ.
- Теге “мөғжизә”лә матурлыҡты күрә белеүселәр менән бер рәттән, был кемдеңдер үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарауы, еренә еткереп эшләмәүе һөҙөмтәһе, тигән фекерҙәр ҙә булды...
- Киреһенсә, беҙҙең яҡтан яуаплылыҡ күберәк булғандыр. Көн һайын, ял, байрам көндәренә ҡарамай, тикшереп торабыҙ. Был автомат насосҡа ғына ышанған булһаҡ, ул тулыһынса сафтан сығыр ине, тип фараз итәбеҙ.
Насос көсәнеп эшләп торғанға күп финанс сығымдар китте. Халыҡтың һыу өсөн түләгән аҡсаһы был сығымдарҙы ҡапламай. Көн дә кемдер мөрәжәғәт итә, проблемаларҙы хәл итәбеҙ. Әле лә слесарь йөрөп ҡарап тора, ул үҙ көсө менән генә эшләй алмағанын авария бригадаһы менән барып эшләп китәбеҙ.
- Башҡа ауылдарҙа һыу менән тәьмин итеү нисек?
- Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһендә һыу өсөн түләмәүселәр күп. Үҙ көстәре менән һыу индереп, килешеү төҙөшмәгән граждандар бар. Йылдар буйы бушлай һыу тотоноп йәшәйҙәр. Уларҙың исемлеге төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Өйҙәргә йөрөп, «Һыу менән тәьмин итеү» тигән Федераль Законға ярашлы тейешле саралар ҡабул итәсәкбеҙ. Әгәр ҙә граждандар ошо арала үҙҙәре килеп, килешеү төҙөһәк, штраф санкциялары ҡулланылмаясаҡ. Ә инде закон боҙоуҙы үҙебеҙ асыҡлаған осраҡта, тейешле формула буйынса иҫәпләп, һыу хаҡын ҡайтарып алырға тура киләсәк. Бөтә граждандарҙы һыу өсөн ваҡытында түләргә, һыу менән тәьмин итеү килешеүҙәрен төҙөргә, һыуҙы һаҡсыл тотонорға саҡырабыҙ.
Һыу – Ер шарында 3 төрлө хәлгә - ҡаты, шыйыҡ, газ хәленә әйләнә алған берҙән-бер матдә. Уның төҫө лә, еҫе лә, тәме лә юҡ. Ниндәй генә хәлгә инһә лә, һыу – беҙҙең өсөн төп йәшәү сығанаҡтары иҫәбендә. Уның ҡәҙерен беләйек. Тамсы таҙа һыу өсөн йән атып йәшәгән кешеләр бар икәнен дә онотмайыҡ. Ә һыуҙың хаҡы артыҡ ҙур түгел. Йәшереп тотоноп, ана тотолам, бына тотолам, тип ҡурҡып көн иткәнсе, бары тик мәлендә түләп барыу ғына шарт.