Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 12:00

Тормоштары китап яҙырлыҡ

Район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитов һәм ЗАГС бүлеге етәксеһе Г. Дауытова Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Ишморатовтар ғаиләһен оло юбилейҙары – хозур туйҙары, йәғни бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыу айҡанлы ҡотлап, республика башлығы Р. Хәбировтың, район хакимиәте башлығы Ғ. Манаповтың ҡотлау сәләмдәрен уҡып ишеттерҙеләр, бүләктәр тапшырҙылар.

Район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитов һәм ЗАГС бүлеге етәксеһе Г. Дауытова Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Ишморатовтар ғаиләһен оло юбилейҙары – хозур туйҙары, йәғни бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыу айҡанлы ҡотлап, республика башлығы Р. Хәбировтың, район хакимиәте башлығы Ғ. Манаповтың ҡотлау сәләмдәрен уҡып ишеттерҙеләр, бүләктәр тапшырҙылар.
...Эйе, һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет яҙған Ағиҙел ҡасабаһында ғүмер итеүсе Ҡазихан һәм Рәүмәнә Ишморатовтарға - уларҙың бергә йәшәүҙәренә 70 йыл.
9 бала тәрбиәләп үҫтергән Ҡазихан бабай менән Рәүмәнә инәй хәҙер инде балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтендә, уларҙың оло хәстәрен тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Балалыҡ мәлдәре һуғыш йылдарына, йәшлектәре һуғыштан һуңғы ауыр замандарға тура килһә лә, уларҙың икеһе лә бирешеп ҡала торған заттан түгелдәр, арыу-талыу белмәй тырышып эшләгәндәр, илгә хеҙмәт иткәндәр. Үҙҙәре әйтеүҙәренсә, тик хеҙмәт, хәрәкәт, эш кенә тәрбиә һәм сәләмәтлек бирә.

Ҡазихан Шаһиян улы 1927 йылда Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. Атаһы шул яҡтарҙа даны таралған солоҡсо булған. Кәүҙәгә еңел, сос Шаһиян Хәйбулла улы колхоздың умарталығында эшләгән.

Һуғыш ваҡытында буй еткергән тиңдәштәре кеүек үк, Ҡазихан бабайға иртә ҡул араһына инергә, әсәһенә һәм туғандарына терәк булырға, хужалыҡта ла тир түгергә тура килә.
-Әсәйем Йомабикә Сибәғәтулла ҡыҙы үтә ныҡ таҙалыҡты ярата торғайны, - тип иҫләй бабай. - Ул замандарҙа эштән ҡалыу юҡ. Ғаиләлә 4 малай үҫтек, мин, иң ололары булараҡ, төрлө эштә йөрөнөм, ҡустыларымды ла ҡараным.
Бесәнгә йә баҫыуға әсәйем менән бергә йөрөнөк, ул сәңгелдәктәге сабыйы менән сыға ине. Ҡайҙа күләгә, ҡайҙа уңайлы, шунда сәңгелдәкте элеп китәм дә, иген утайым. Сәңгелдәккә ҡояш төшә башлаһа, тағы күсереп ҡуям. Ҡулдарҙың билсәндән сағылыуы, һыҙлауы үҙәккә үтә ине.

-Ондо кеше башына ҡашыҡлап ҡына бирҙеләр бит, - тип һүҙгә ҡушыла Рәүмәнә инәй. Ул сығышы менән Борай районының Яңы Киҙгән ауылы ҡыҙы. Ул яҡтарҙың ялан булыуын иҫәпкә алғанда, осо-ҡырыйы күренмәгән иген баҫыуҙарын утау ниндәй сыҙамлыҡ һәм көс талап иткәнен күҙ алдына килтерергә булалыр.

Аслы-туҡлы, яланаяҡ, атайһыҙ, тимәк, яҡлаусыһыҙ үткән бала саҡ йылдары... Икеһе лә тормоштоң ауыр һынауҙарында сыныға, аяуһыҙлыҡҡа күнә, ауырыраҡ булған һайын тырышыбыраҡ алға ынтыла...

-Беҙҙең дә ер-һыу күреп йөрөгө килә бит инде, паспорт алыу маҡсатынан Стәрлетамаҡ сода заводына эшкә юлландыҡ. Эшкә урынлашҡандан һуң, өс көн тоттолар ҙа, Ырғыҙлыға һал ағыҙырға ебәрҙеләр. Унан Йылайыр районының Кәней ҡасабаһындағы леспромхозда ағас эшендә булдыҡ. Палаткаларҙа ятып эшләнек, - ти Рәүмәнә инәй, танышыу тарихтарын башлап.

Тап ошонда Ҡазихан исемле егеттең ҡыҙға күҙе төшә лә инде. Һылыу, егәрле, етмәһә, торған ерендә бейеп киткән, матур йырлаған, күҙҙең яуын алырҙай ҡулъяулыҡтар, алъяпҡыстар сиккән алсаҡ ҡыҙға кемдең генә күҙе төшмәһен дә, кем генә иғтибар итмәһен инде.
-Мин уны хөрмәт иттем, ул – мине, - ти Ҡазихан бабай, йәшлектәре хаҡында һорау биргәс.

Егет ҡурайҙа уйнай. Йәштәр булғас, күберәк бейеү көйҙәрен һыҙғырта, ә Рәүмәнә бейергә төшә. Шулай ситтән генә күҙ һалып йөрөй торғас, тәүәккәл егет, күп уйлап тормай, өйләнергә ҡарар итә. Рәүмәнә ҡаршы төшә.
Уның, мин бит эшләргә килгәнмен, кейәүгә сығырға түгел, тип ҡаршылашыуына ҡарамай, Ҡазихан, бер кемгә лә өндәшмәйенсә, туйға әҙерләнә башлай. Ул замандарҙа туйһыҙ ғына йәшәп алып киткәндәр, ә Ҡазихан шартына килтереп, заманына ҡарата матур туй яһай.

Шулай 1949 йылда никахлашып, сәстәрен сәскә бәйләй улар. Тәүге балалары тыуғас, ЗАГС-ҡа тороп ҡайталар.
Рәүмәнә инәй кейәүгә сығыуының тарихын көлөп хәтерләй:
-Ризалашмай, палатка эсенән сыҡмай ҙа ултырған мәлдә, ҡайҙандыр күлдәк табып кейҙереп, ике яғымдан ҡултыҡлап алып сыҡтылар. Үҙем ер иҙәнгә үксәмде терәгән булам, сыҡмайым, тип. Ҡазихан уйынан кире ҡайтырлыҡ түгел ине инде.

Палаткаға ауылдаштарым килеп инде.
-Әсәһе беҙгә: “Һеҙҙең арала иң йәше Рәүмәнә, ҡарап ҡына йөрөтөп алып ҡайтығыҙ инде, тип ебәрҙе бит”, - тиҙәр.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 29 ғинуар һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: