Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 13:00

Төп маҡсат – законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау

Район прокуроры, юстиция советнигы Филүс Рәфис улы Ғәйетҡолов район прокуратураһында 2015 йылдан эшләй. Ул был тармаҡта хеҙмәт юлын 2002 йылда прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы, прокуратура тәфтишсеһе булып башлай. 2005 йылда Күгәрсен районы прокуроры урынбаҫары, 2010 йылда Күгәрсен районы прокуроры итеп тәғәйенләнә.Район прокуроры менән прокуратураның үткән йылғы эш һөҙөмтәләре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Район прокуроры, юстиция советнигы Филүс Рәфис улы Ғәйетҡолов район прокуратураһында 2015 йылдан эшләй. Ул был тармаҡта хеҙмәт юлын 2002 йылда прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы, прокуратура тәфтишсеһе булып башлай. 2005 йылда Күгәрсен районы прокуроры урынбаҫары, 2010 йылда Күгәрсен районы прокуроры итеп тәғәйенләнә.
Район прокуроры менән прокуратураның үткән йылғы эш һөҙөмтәләре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
-Филүс Рәфис улы, дөйөм алғанда, үткән йыл нисегерәк булды?
-2020 йылда Бөрйән районы прокуратураһының эше РФ Генераль прокурорының, БР прокурорының, БР прокуратураһының бойороҡтарына, күрһәтмәләренә, башҡа документтарына һәм район прокуратураһының эш планына ярашлы ойошторолдо.

Федераль ҡануниәттең үтәлешенә күҙәтеүҙе ғәмәлгә ашырғанда район прокуратураһы тарафынан 2020 йылда 1048 закон боҙоу осрағы асыҡланды: законһыҙ хоҡуҡи акттарға 135 протест булды, дөйөм суммаһы 548 мең һум тәшкил иткән 147 ғариза судҡа ебәрелде, закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү буйынса 184 ялыу (представление) индерелде һәм уларҙы ҡарау һөҙөмтәһендә 115 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа йәлеп ителде, законды боҙоуға юл ҡуйырға ярамауы тураһында 4 киҫәтеү иғлан ителде, район прокуратураһы материалдары буйынса 74 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, прокурор тарафынан РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 37-се статьяһының 2-се өлөшөнөң 2-се параграфы тәртибендә йүнәлтелгән материалдар буйынса 7 енәйәт эше ҡуҙғатылды.

-Енәйәтселеккә ҡаршы алып барылған эш һөҙөмтәләре хаҡында нимәләр әйтерһегеҙ?
-2020 йылда район биләмәһендәге енәйәтселек торошо түбәндәге күрһәткестәр менән билдәләнде. Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһендә 175 енәйәт теркәлгән. Был алдағы йылдағы күрһәткестән 17-гә әҙерәк. Енәйәттәрҙе асыу 77,3 процент тәшкил итә (алдағы йылда был күрһәткес 76,0 процент булған).

28 ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт теркәлгән. 2019 йылда был күрһәткес – 25. Түбәндәге төр енәйәттәрҙең кәмеүе күҙәтелә: йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр – 3 (алдағы йылдағынан 5-әүгә әҙерәк), урамда ҡылынған енәйәттәр – 23 (-1). Урлашыуҙарҙың һаны арта төшкән – 33 (унан алдағы йылда 30 булған). Теркәлгән енәйәттәрҙең һаны кәмеү фонында тамамланған енәйәт эштәренең һаны 2,9 процентҡа артҡан (барлығы 140 эш, +4). Туҡтатылған енәйәт эштәренең һаны 4,7 процентҡа кәмегән (-2).
Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәрҙе теркәү үҫеүе менән бер рәттән уларҙы асыу ҙа арта төшкән - 46,4 процент (алдағы йылда – 34,8 процент). РФ Енәйәт кодексының 119-сы статьяһы буйынса теркәлгән енәйәттәр һаны ла артҡан – 18 (алдан 13 булған). Шул уҡ ваҡытта 2020 йылда кеше үлтереү осраҡтары булманы.
Ҡоралдарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле енәйәттәр әҙ асыҡланған – 2 (алдағы йылда – 5).

Эске эштәр бүлексәһе линияһы буйынса тамамланған енәйәттәр буйынса зыянды ҡаплау 92,7 процент булды.
Шәхескә ҡарата ҡылынған барлыҡ енәйәттәр асылған. Үткәрелгән анализ күрһәтеүенсә, был енәйәттәр көнкүреш шарттарында, тәғәйен алғанда, алкоголь ҡулланыу менән бәйле ҡылынған. Был хәлдең сәбәптәренең береһе - эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренең етерлек кимәлдә иҫкәртеү эштәре алып бармауы.

-Тәфтиш һәм тәүтикшереү органдарының енәйәттәрҙе тикшереүенә һәм процессуаль эшмәкәрлегенә күҙәтеү нимәләр күрһәтте?
-2020 йылдың 12 айында Бөрйән районы хоҡуҡ һаҡлаусылары тарафынан 175 (-17) енәйәт эше ҡуҙғатылды. Енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһындағы һәр ҡарар һәм тейешле тикшереү материалдары тәүлек эсендә район прокуратураһы тарафынан өйрәнелде. Законһыҙ рәүештә енәйәт эше ҡуҙғатыу факттары булманы.
2020 йыл 136 енәйәт эшен тикшереү менән тамамланды. Шуларҙан: 43 эш - эске эштәр бүлексәһенең тәфтишселәре, 73 эш - бүлексәнең тәүтикшереүселәре, 9 эш - суд приставтары, 11 эш РФ Тәфтиш комитетының БР буйынса Тәфтиш идаралығының Белорет район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан тикшерелде.

Был енәйәт эштәрен өйрәнеү һөҙөмтәләре буйынса, федераль ҡануниәтте боҙоу осраҡтары менән бәйле, район прокуратураһы тарафынан 3 енәйәт эше өҫтәмә тикшереү өсөн кире ҡайтарылды. Шуларҙың икәүһе эске эштәр бүлексәһенең тәфтишселәренә, 1-әүһе тәүтикшереүселәренә (дознавателдәргә).

Анализланыусы ваҡыт эсендә район прокуратураһы тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тартыу тураһындағы 799 материал өйрәнелде. Был материалдарҙы өйрәнеү һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тартыу тураһындағы 82 законһыҙ һәм нигеҙһеҙ ҡарар кире ҡағылды. Район прокуратураһы 2020 йылда йәшереп ҡалдырылған 8 енәйәтте кире иҫәпкә ҡуйҙы.

Үткән йылда эске эштәр бүлексәһе тарафынан 39 енәйәт эше туҡтатылды. Шулар эсенән 32-һе – тәфтишселәр, 7-әүһе тәүтикшереүселәр тарафынан. Был енәйәт эштәре район прокуратураһында үҙ ваҡытында өйрәнелде һәм тәфтишселәрҙең 17 нигеҙһеҙ ҡарары һәм дознавателдәрҙең 15 тәүтикшереүҙе туҡтатыу тураһындағы ҡарары кире ҡағылды. Белорет район-ара тәфтиш бүлеге тәфтишселәре тарафынан 1 енәйәт эше туҡтатылды.

Ҡулға һәм аресҡа алғанда законлылыҡ торошо түбәндәге күрһәткестәр менән характерлана. 2020 йылда РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 91-се статьяһы тәртибендә енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған 4 кеше ҡулға алынған. Тәфтишселәрҙең (тәүтикшереүселәрҙең) һаҡ аҫтына алыу рәүешендә сара һайлау тураһындағы 4 юллауы судҡа йүнәлтелде. Уларҙы ҡарау һөҙөмтәһендә суд тарафынан 3 кеше һаҡ аҫтына алынды. 1 юллауҙы суд кире ҡаҡты, өйҙә арест рәүешендә сара һайланды.

Район прокуратураһы тарафынан 2020 йылда был өлкәлә күҙәтеүҙе ғәмәлгә ашырыу барышында законды боҙоуҙың 269 осрағы асыҡланды. Шулар эсендә: енәйәттәр тураһында хәбәрҙәрҙе ҡабул итеү, теркәү һәм ҡарау буйынса - 165, тәфтиш һәм тәүтикшереү буйынса 104 осраҡ. Был өлкәлә законлылыҡты боҙоу факттары буйынса район прокуратураһы тарафынан закон боҙоуҙы бөтөрөү тураһында 35 талап, 3 ялыу һәм мәғлүмәт индерелде. Уларҙы ҡарау һөҙөмтәһендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенең - 11, Рәсәй Тәфтиш комитетының - 1, Рәсәй ФССП-һының (суд приставтары хеҙмәтенең) 1 хеҙмәткәре дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.

-Судтар тарафынан енәйәт эштәре ҡаралғанда прокурорҙың ҡатнашлығын тәьмин итеү буйынса эш һөҙөмтәләре нимә һөйләй?
-Үткән йылда прокуратура хеҙмәткәрҙәре тарафынан Бөрйән районы судтары ҡараған 134 енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүе хупланды (2019 йылда – 102 эш). Судтар тарафынан ҡаралған эштәрҙең 78-е буйынса ғәйепләү хөкөмө сығарылды (2019 йылда – 52), 12 эш буйынса суд штрафы һалыныу арҡаһында енәйәт эшен туҡтатыу, 43 эшкә ҡарата реабилитацияланмай торған нигеҙҙәр буйынса эште туҡтатыу рәүешендә ҡарарҙар сығарылды.

-Район прокуратураһының гражданлыҡ һәм арбитраж процестарҙа ҡатнашлығын тәьмин итеү буйынса эш һөҙөмтәләре нисегерәк?
-2020 йылда граждандар суды тәртибендә район прокуроры тарафынан дөйөм юрисдикция судтарына барлыҡ суммаһы 548 мең һум булған 147 юллау ғаризаһы бирелде (2019 йылда – 149).
Уларҙың ҙур ғына өлөшөн прокурорҙың бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендәге ғаризалары тәшкил итә.
Дөйөм юрисдикция судтары тарафынан прокурор ҡатнашлығында 59 гражданлыҡ эше ҡаралды. 36 эш буйынса район прокуратураһының оператив хеҙмәткәрҙәре һығымта биреү өсөн процесҡа ҡушылды. Шуларҙан: 1 – эшкә кире тергеҙелеү, 6 – сәләмәтлеккә килтерелгән зыянды ҡаплатыу, 13 – ата-әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү, 4 – уллыҡҡа алыу, 10 эш административ күҙәтеү урынлаштырыу тураһында.
2020 йылда республика прокуратураһына БР Арбитраж судында ҡарау өсөн йүнәлтеүгә 1 материал ебәрелгән.

-Граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәр тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
-2020 йылда район прокуратураһына граждандарҙан 186 мөрәжәғәт килде. Район прокуратураһы тарафынан граждандарҙың 93 мөрәжәғәте хәл ителде. Шул иҫәптән закондарҙың һәм хоҡуҡи акттарҙың законлылығына күҙәтеү мәсьәләләре буйынса 86 мөрәжәғәт булды. Шулар эсенән 39 ғариза һәм мөрәжәғәт ҡәнәғәтләндерелде. Хеҙмәт ҡануниәтен боҙоу буйынса 13 мөрәжәғәт булды, шуларҙың 2-әүһе ҡәнәғәтләндерелде. Торлаҡ ҡануниәтен боҙоу буйынса 3 мөрәжәғәт килгәйне, шуларҙың икәүһе ыңғай хәл ителде. Ер ҡануниәтен боҙоу буйынса 8 мөрәжәғәт булып, шуларҙың 5-әүһе хәл ителде. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ҡануниәт өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса – 4, башҡарма производство буйынса 20 мөрәжәғәт булһа, шуларҙың 10-ы ҡәнәғәтләндерелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 1 мөрәжәғәт булып, ул хәл ителде. Бынан тыш, башҡа мәсьәләләр буйынса 31 мөрәжәғәт булды һәм уларҙың 12-һе ҡәнәғәтләндерелде. Тәфтиш һәм тәүтикшереү мәсьәләләре буйынса 7 мөрәжәғәт булып, шуларҙың 4-һе хәл ителде.

Бынан тыш, район прокуратураһының оператив хеҙмәткәрҙәрендә райондың 36 кешеһе шәхси ҡабул итеүҙә булды. Уларға тейешле аңлатмалар бирелде.
Шулай уҡ 2020 йылда район прокуратураһы тарафынан енәйәт-башҡарыу инспекцияһының һәм иректән мәхрүм итеүгә бәйле булмаған енәйәт язаһын башҡарыу эшмәкәрлегенә тикшереү үткәрелде. Эске эштәр бүлегенең административ тотҡондар камераһында һәм ваҡытлыса тотоу изоляторында граждандарҙы тотоуҙың законлы булыу-булмауы ла көн һайын тикшерелде.

Хөкөмдө ғәмәлгә ашырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе ҡараған 35 суд ултырышында ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ РФ Генераль прокуратураһы һәм республика прокуратураһы күрһәтмәләре һәм йөкләмәләренә ярашлы башҡа эштәр ғәмәлгә ашырылды.

-Филүс Рәфис улы, һорауҙарға бирелгән ентекле һәм төплө яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Законлылыҡты, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә эшегеҙҙә артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: