Район хакимиәтенең акттар залында “Управдом – 2021” тип исемләнгән район форумы үтте.
Уның барышында күп фатирлы йорттарҙа йылылыҡ өсөн түләү иҫәпләү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн бурыстарҙы түләү, шулай уҡ биләмәне төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды.
Форумдың эшендә күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре һәм райондың идара итеү һәм ресурстар менән тәьмин итеү етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты.
Осрашыуҙы район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов алып барҙы.
Форумдың тәүге өлөшөндә райондың ресурстар менән тәьмин итеү ойошмалары вәкилдәре күп фатирлы йорттарҙа башҡарылған эштәр һәм ағымдағы йылға пландар, шулай уҡ һуңғы ваҡытта ниндәй үҙгәрештәр булыуы хаҡында һөйләне.
Артабан осрашыу тура бәйләнеш режимында дауам итте: өйҙәр буйынса яуаплылар көнүҙәк һорауҙарҙы биреп, уларға компетентлы яуаптар алды. Бергәләп конкрет осраҡтар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тикшерелде.