Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 11:00

Экрандарҙа - «Зоя» фильмы

Район үҙәгендәге «Бөрйән» кинозалы кино һөйөүселәрҙе донъя мәшәҡәттәренән арынып, ял итергә саҡыра.

Район үҙәгендәге «Бөрйән» кинозалы кино һөйөүселәрҙе донъя мәшәҡәттәренән арынып, ял итергә саҡыра.
2019 йылдан алып эшләй башлаған, көтөп алынған кинозалыбыҙ 2D, 3D форматтарында анимация, драма, экшн, мажаралар, триллер, комедия һ.б. жанрҙарҙа фильм, йәнһүрәттәр күрһәтә. 48 кешегә иҫәпләнгән зал иркен, заманса йыһазландырылған. Көнөнә 5-6 сеанс үткәрелә.

-Расписание халыҡтың эш ваҡытын иҫәпкә алып төҙөлдө. Йәғни, 14 сәғәттән киске 9-сы яртыға тиклем беҙгә килеп фильмдар ҡарарға була. Заявкалар булһа, иртәнсәк тә күрһәтәбеҙ. Төрлө акциялар, билет уйнатыуҙар ойошторабыҙ. 10 кешелек коллектив менән килеүселәргә, күп балалы ғаиләләргә ташламалар ҡаралған. Кинозал дүшәмбенән башҡа бөтә көндәрҙә лә эшләй. Кешеләр киноға йышыраҡ йөрөй башланы. Ауылдарҙан килеүселәр араһында ла, эштәрен бөтөп, юл ыңғайы кино ҡарап ҡайтыусылар ҙа, балаларын йәнһүрәт ҡарарға ҡалдырып, эштәре менән тыныс ҡына йөрөп килеүселәр ҙә бар. Ҡайһылай уңайлы булды, рәхмәт, тип сығалар.

Тейешле һаҡланыу саралары күрелә: һәр сеанс һайын бүлмә елләтелә, 3D фильмдары өсөн өр-яңы күҙлектәр таратыла, тотонолғандары эшкәртеүгә ебәрелә. Халыҡты тик битлектә генә индерәбеҙ, - тине кинозал администраторы Т. Балдыбаева.

28 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем бәләкәй балалар өсөн «Мульт в кино», «Последний богатырь», йәштәр өсөн «Афера Оливера Твиста», «Птица в клетке» кеүек ҡыҙыҡлы фильмдар күрһәтеләсәк. 4 мартта Айнур Асҡаровтың донъя кимәлендә танылыу алып өлгөргән «Өс таған» балалар фильмы прокатҡа сыға.

Зал администраторы айырыуса 28 ғинуарҙан алып күрһәтелә башлаған «Зоя» тарихи фильмын ҡарарға саҡыра. Бигерәк тә балалар, үҫмер йәштәр өсөн фәһемле. Сөнки балалар тарихты уҡып ҡына белә, ә яҡшы фильм аша һуғыш заманын күрһәләр, тормошҡа ҡараштары, бәлки, үҙгәрер, кәрәкле мәғлүмәттәр алырҙар, тип иҫәпләй ул. «Зоя» драмаһы үҙ теләге менән диверсион мәктәпкә барған, партизандар отрядында йөрөгән кисәге мәктәп уҡыусыһы Зоя Космодемьянская тураһында. Уның Тыуған илен һатмай, үҙен ҡорбан итеүе - батырлығы беҙҙең һалдаттарға Берлинға тиклем барып етергә көс бирә.

- Фильмға йәш сикләүе 12+ булһа ла, тарих менән ҡыҙыҡһыныусы балаларға ла, оло йәштәгеләргә лә тәҡдим итер инем,-тип белдерҙе Таңһылыу Балдыбаева.
Читайте нас: