Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 15:00

Бер стакан һөт һәм бер шешә компот хаҡында

Кисә булған бер бәләкәй ваҡиға ҙур уйҙарға, хатта борсолоуға һалды – ҡайҙа барабыҙ, кемдәрҙе үҫтерәбеҙ, киләсәктә беҙҙе нимә көтә , тигән мәңгелек һорау тағы мейене тишкеләп-бырауланы.

Кисә булған бер бәләкәй ваҡиға ҙур уйҙарға, хатта борсолоуға һалды – ҡайҙа барабыҙ, кемдәрҙе үҫтерәбеҙ, киләсәктә беҙҙе нимә көтә , тигән мәңгелек һорау тағы мейене тишкеләп-бырауланы.
Һуңғы йылдарҙа ҡар декабрь урталарына, хатта аҙағынаса яумай аптырата. Быйыл да шулайыраҡ булһа ла, шөкөр,ҡар үҙенең нормаһын тултырыу өҫтөндә.
Хәҙер ҡыйыҡтарҙа ҡар ятмай. Беренсенән, йәштәр йорттарын ике ҡатлы итеп һала, ҡыйыҡ аҫтын да йәшәрлек итеп йылытып-әтмәләгәс, ҡыйыҡтар текә, етмәһә, профнастил, металлочерепица тигән заманса баш ябыуҙары яуған ғына ҡарҙы үҙендә тотмай ҙа – ҡар үҙенән-үҙе шыуып төшә. Элекке кеүек миҙгеленә ҡыйыҡ баштарын өс-дүрт көрәткән ҡышы ла, ҡар тотор ҡыйығы ла юҡ кимәлдә.

Беҙҙең өйҙөң ҡыйығында ла ҡар ятмай. Солан башы һөҙәк булғас, улым уны көрәп төшөргән. Өй тыҡрыҡта торғас, ҡар шунда өй һыртына шыуып төшә лә, тау булып ята. Малайҙар, ҡыҙыҡ күреп, шунан йөрөй. Синдек башына күп ҡалмай.

“ Әсәй, бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл булды, ти улым кисә, - бүлмәмдә ултырһам, ҡыйыҡта кемдер йөрөгән кеүек булды. Һин ҡайнатҡан компотты, һыуыһын тип, кола шешәһенә ҡойоп , икенсе ҡаттың тәҙрәһен асып, солан башындағы ҡарға ултырттым. Шығырҙаған тауышҡа , кем йөрөй икән тип асмалы тәҙрәне асһам, бер малай теге кола шешәһендәге компотымды алып солан башынан төшөп тә тайҙы, нимә эшләйең ул унда, тип ҡысҡырып ҡына өлгөрҙөм – йылп итеп ҡалды “, -ти.

Юҡ, бер шешә компот йәл дә түгел. Эскеһе килһә, ҡайҙа бирегеҙ әле , тип һораһа, моғайын, улым да ҡуй тимәҫ ине – бер кәстрүл ҡайнатҡайным. Ейәнсәрҙәрем икеһе лә ҡоҫоп, эстәре китеп ауырыйҙар, бер нәмә ашай алмайҙар, кесеһе дауаханаға уколға йөрөй. Шуларға тип, ҡарағат, ҡара мышар, муйыл һалып иртән иртүк компот ҡайнатып эшкә киткәйнем.

Эш компотта түгел. Шул малайҙың “ҡыйыулығ”ында. Нисек итеп ят кешенең солан башына менеп, йөрьәт итеп, йөрәге һәм намыҫы етеп компотты алып ҡасыуында. Ниндәй быуын үҫеп килә, тип аптырарға ҡала. Телефондан күҙен алмаған, төрлө һуғыш-ҡыйралышты күтәрмәләгән йәнһүрәттәрҙе ҡарап үҫкән, компьютер төбөнән китмәгән балаларҙан ни өмөт инде? Юҡ, бөтә балалар шундай, тип әйтергә йыйынмайым. Улар араһында ла олоно олоҡлап әллә ҡайҙан һаулыҡ һорашҡаны, хатта, мосолман икәнеңде күреп, әс-сәләмү ғәләйкүм тип сәләм биреп киткәне бар.

Тәрбиә мәсьәләһенә килгәндә, бер мәл редакцияға йомош менән килгән бер ағай һөйләгәйне:” Бер 5-6 йәштәрҙәге фәләндең улын машинаға ултыртып алып килдем, юлда, билдәле, машиналар һажлап тора. Теге малай, бер мәл килә тиорғас, апа, әйҙә, алдағы машинаны тапайыҡ, тимәһенме...”
Ошо тәңгәлдә элекке имам-мөхтәсибебеҙ Әмир Мансур улы Сәитбатталовтың Ҡөрьән мәжлестәрендә йыш һөйләгән бер фәһемле вәғәзе иҫкә төштө. Ҡыҫҡаса түбәндәгенән ғибарәт ул.

...Бер ярлы ғына студент ниндәйҙер бер ҡалала табиплыҡҡа уҡып йөрөй. Аслы-туҡлы йәшәргә мәжбүр була. Шуға уҡыуҙан буш мәлдәрендә баҙарҙамы-ҡайҙалыр йөк бушатыпмы, башҡа ваҡытлыса эштәрҙә эшләй. Ундай эштәр ҙә гел генә булып тормай, билдәле. Бер мәл, эш эҙләп-эҙләп тә таба алмағас, ас килеш ҡайтырға сыға. Аяғында баҫып торорлоҡ та хәле ҡалмағас, һыу булһа ла һорап эсеп, һис юғында һыуһынымды ҡандырайым, тип, ҡала ситендәге бер йорттоң ишеген шаҡый. Унан бер ҡатын сыға. Егет, йомошон әйткәс, ҡатын эскә кире инеп китә лә (моғайын, егеттең йөҙөнән ас икәнен, хәлһеҙлеген аңлап), бер стакан һөт тотоп сыға. Эй рәхмәтле булып, хәл инеп ҡыуанып ҡайта егет.

Уҡып бөткәс ул бик шәп, данлыҡлы табип булып китә. Түләүле дауаханала эшләй. Ҡиммәтле операциялар яһай. Бер заман бик ауыр хәлдәге ҡатынды килтерәләр. Был табип уның йөҙөндә теге бер стакан һөт биреп үҙен аслыҡ ыҙаһынан ҡотҡарған апайҙы таный. Операция уңышлы үтә. Ҡатынға дауаланғандың хаҡын түләттерергә тип ҙур ғына суммала квитанция тотторалар. Ул ундағы хаҡтарҙы күреп иҫе китеп ултырған була. Теге ҡағыҙға терәлеп, яҙыуҙың аҙағына күҙ һалһа, унда: “ Һеҙгә был хаҡты түләү кәрәкмәй, уның хаҡы – бер стакан һөт”, -тип яҙылып, табиптың имзаһы торған була...

Тетрәндерерлек тарих, эйе бит. Миһырбан, кеше күңелдәрен аяу, кешенең кешелеклеге юғала барған, элекке рухи ҡиммәтәр үҙгәргән заманда йәшәйбеҙ. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тигән девиз иҫкерҙе, ахыры. Иман донъяны ҡотҡарыр, тип үҙгәртеп, балаларыбыҙҙы иманлы итеп тәрбиәләмәһәк, тиҙҙән ҡыйығыбыҙға менеп компотыбыҙҙы ғына алып ҡасмаҫтар, һаулығыбыҙҙы ла, нервыбыҙҙы ла, тыныслығыбыҙҙы ла урлаясаҡ киләсәгебеҙ тип өмөт иткән йән киҫәктәребеҙ...
Читайте нас: