Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2021, 14:25

Ғилемгә юлдар асыҡ

Бөгөн арауыҡ төшөнсәһе юғалыу өҫтөндә – Ер шарының бер ҡитғаһында йәшәп, заман технологиялары ярҙамында икенсе ҡитғанан мәғлүмәт, белем алып була.

Бөгөн арауыҡ төшөнсәһе юғалыу өҫтөндә – Ер шарының бер ҡитғаһында йәшәп, заман технологиялары ярҙамында икенсе ҡитғанан мәғлүмәт, белем алып була.
Ошо форсат менән беҙ ҙә, Бөрйән мосолмандары, файҙаланабыҙ – zoom аша уҡыйбыҙ. Остаздарыбыҙ – Рәсәй ислам университетын тамамлаған мөслимә Гөлнара Иҙей ҡыҙы Хоҙайназарова, ошо уҡ вузда белем алыусы студенттар Алһыу Зарипова, Дилбәр Ғәлиевалар беҙгә Ҡөрьәнде тәджүид менән уҡыу (ҡағиҙәләргә таянып) буйынса дәрестәр үткәрһә, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зариповтың Мысырҙа (Египет) белем алыусы улы Әйүп хәҙрәт беҙгә аҡида (инаныу) фикһ (ислам хоҡуҡтары, динебеҙ нигеҙҙәре) буйынса бик фәһемле һәм йөкмәткеле дәрестәр бирә. Әйүп хәҙрәттең дәрестәрен ауыл имамдары, ғилемгә ынтылыусы ир-ат, ҡатын-ҡыҙ ҙар ҙа алһа, мөслимәләребеҙ тик ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына уҡыта.

Ғилем алыуҙың һәр мосолманға фарыз икәнен иҫәпкә алғанда, остаздарыбыҙҙың был изге эштәре тик рәхмәткә лайыҡ. Ә ғилем алыусыларға килгәндә, ниңәлер, беҙҙең халыҡ ғилемгә ынтылып бармай – шуныһы бер аҙ эсте бошора. Ә бит тормоштағы бөтә хаталар, яңылышыуҙар ошо ғилем булмау арҡаһында. Ғилемде ләхет таҡтаң ябылғансы ал, тип бушҡа әйтмәгәндәр шул...
Читайте нас: