Брәтәк ауылында саф һауала «Йәшәһен быйма!» тигән күңелле байрам үткәрелде. Апайҙар байрамға быймаларын күҙ сағылдырырлыҡ итеп биҙәп, матурлап килгәндәр ине.
Уларҙың һәр ҡайһыһы быймалары менән халыҡты үҙенсәлекле итеп таныштырҙы һәм уларҙы яҡлап сығыш яһаны. “Валенки” көйөнә дәртле рус бейеүен дә бейеп алдылар.
Артабан биҙәлгән быймалар менән мода күрһәтеү, унан үҙебеҙҙең башҡорт бейеү көйҙәренә әхритә һуғыу, ҡыҙыҡлы уйындар ҙа ойошторолдо.
Быймаларын биҙәп килеүселәрҙе баһалауы бик еңелдән булманы. Төп бүләк - быйма Нәйлә апай Хәсәноваға эләкте. Унан ҡала Фәниә Йәғәфәрова плед менән бүләкләнде. Динә Буранова менән Гүзәл Юлдашеваларҙың да быймалары бик матур ине. Динә апайҙыҡына ырғаҡ менән сәскәләр эшләнһә, Гүзәл апайҙыҡы башҡорт ҡыҙы итеп биҙәлгәйне. Миңзәлә апай Рахманғолова ҡурайҙы һынландырған. Хәмдиә апай Йәғәфәрованың быймаһында баҡсала йөрөгән себеш һүрәтләнгән. Ғәшүрә Юлдашева менән Фирҙәүес Мәһәҙиевалар ҙа быймаларын матурлап биҙәкләгәндәр ине.
Биҙәкле быймала килеүселәрҙең береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Ауылдаштарға афариндан башҡа һүҙ юҡ. гел шулай әүҙем, тырыш булайыҡ. Ауылдың ҡото ла, биҙәге лә үҙебеҙҙең ҡулда бит, ауылдаштар!