Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2021, 16:00

Шыжланы самауырҙар!

Брәтәк ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә «Шыжлай самауырым!» исемле самауыр байрамы һәм йәрминкә үткәрелде. Дәртле инәй-апайҙар һәр ҡайһыһы ҡамырҙан төрлө тәмлекәстәр бешереп алып сыҡҡандар-өҫтәлдәрҙә ниндәй генә ризыҡ юҡ ине.

Ҡатнашыусылар самауырҙарын данлап, үҙҙәре шиғырҙар, таҡмаҡтар яҙғандар һәм биҙәгәндәр. Самауырҙар эргәһенә милли ризыҡтарыбыҙ теҙелгән. Нәйлә апай Хәсәнова, Динә апай Буранова һәм Сулпан Юлдашева иң состар, оҫталар булып танылдылар.

Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Башҡа ҡатнашыусы инәй-апайҙарға ла афариндан башҡа һүҙ юҡ.
Байрам аҙағында бергәләп саф һауала самауыр сәйе эстек.

Самауыр сәйҙәре тәмле,
Өҫтәлдәребеҙ йәмле.
Гөрләп тора йәрминкә,
Ҡарап торһаң - кәртинкә.
Сәйҙәр эсәйек, ҡунаҡтар,
Маңлай тирҙәре сыҡҡансы,
Таҫтамалдарҙы һыҡҡансы,
Самауырҙы йыҡҡансы,
- тип Нәйлә апай Хәсәнова әйткәнсә йомғаҡлап ҡуйҙыҡ байрамды.
Читайте нас: