Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2021, 13:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 56 протокол төҙөлгән.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 56 протокол төҙөлгән.
Демография
Үткән аҙнала районда яңы тыуған 8 сабыйҙың тәүге документтары тултырылған, 2 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 1 пар никахын тарҡатҡан. 4 райондашыбыҙ яҡты донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Үткән аҙнала бер янғын булған – Яңы Монасипта мал аҙбары янған.

02 хәбәр итә
Ғинуарҙың 15-енән 22-һенә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 56 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), урлашыу (3), торлаҡҡа үтеп инеү (1), эскән килеш ҡабатлап автомобиль менән идара итеү (1), үлтереү менән янау (1), хәбәрһеҙ юғалыу (1), туҡмау (1), тейешле документтарһыҙ ағас ташыу (3), механик зыян килтерелгән юл-транспорт ваҡиғаһы (5), шәхси документтарҙы юғалтыу (4), ғаилә низағы (2), алкоголь продукцияһы менән законһыҙ сауҙа итеү (3), битлек режимын боҙоу (6), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (1), мөлкәткә зыян килтереү (1), йәмғиәт урынында эскән килеш йөрөү (1) һ.б. бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 56 протокол төҙөлгән. Шуның 45-е ЮХХДИ йүнәлешендә. 1 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: