Үткән шәмбелә “Урал” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ГТО (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек) нормативтарын тапшырҙы.
Муниципаль хеҙмәткәрҙәр, йәш категорияларына ҡарап, спорт төрҙәрендә үҙҙәренең көсөн һәм таҫыллығын һынаны. Программаға түбәндәге һынау төрҙәре индерелгән ине: арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, гимнастика эскәмйәһендә торған ерҙән алға эйелеү, урындан алыҫлыҡҡа һикереү, йүгереү, гер күтәреү, 50 метр дистанцияға йөҙөү, пневматик винтовканан атыу һ.б.
Ҡатнашыусылар айырым физик күрһәткестәр буйынса тесты уңышлы үтеп кенә ҡалманы, дәрт, яҡшы кәйеф, шулай уҡ ыңғай эмоциялар, күңел күтәренкелеге алып ҡыуанды.
Шуны билдәләргә кәрәк, ГТО тестлау үҙәген ойоштороу өсөн 2020 йылда республика ҡаҙнаһы средстволары иҫәбенә 300 мең һумлыҡ спорт-технологик ҡорамалдар комплекты һатып алынғайны. Урынлаштырылған спорт ҡорамалдарында районда йәшәүселәр ГТО нормативтарын үтәүгә әҙерләнеүҙән тыш, бушлай күнекмәләр үтеп, үҙҙәренең физик әҙерлеген дә яҡшырта ала.