Байназар ауыл китапханаһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы, Байназар ауылы һылыуы Муллағолова Эльвира Ильяс ҡыҙы менән осрашыу үтте.
Был бик йәнле әңгәмәлә Эльвира Ильяс ҡыҙы үҙенең бала сағы, мәктәп йылдары һәм нисек Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе булып китеүе хаҡында тамашасыларға ихлас күңелдән бәйән итте. Ә уның менән бала саҡта булған төрлө ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар, алдына алғанды эшләмәйенсә ҡуймай торған тырыш, шуҡ, тиктормаҫ бала булыуы тураһында көлә-көлә әсәһе Әлфирә Муллағолова, инәйе Фәниә Яҡшыбаевалар һөйләне.
“Эльвираның бөгөнгө көнгә ниндәй уңыштары бар, барыһы ла үҙенең көсө, тырышлығы менән яулап алынған. Әсәһе йүнәлеш бирә, ҡыҙы уны аҙағына еткереп ҡуя”, – тине Ф. Яҡшыбаева.
Әйткәндәй, Эльвира бик оҫта итеп пианинола ла уйнай, матур йырлай. Бала саҡтан йырсы булырға хыялланған. Ләкин яҙмыш елдәре уны сәнғәттең икенсе төрөнә илткән. Шулай ҙа ул үкенмәй. Сөнки бөгөн ул тормошон бейеүһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Ваҡытында ул «Һылыуҡай» республика бәйгеһендә лә үҙ көсөн һынап ҡараны. Ғөмүмән, шулай әүҙем тормош алып бара, даими камиллашыу юлында Бөрйән ҡыҙы.
Сарала Эльвираға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреүселәр ҙә, ихлас теләктәрен еткереүселәр ҙә булды.
Осрашыу бик фәһемле, ҡыҙыҡлы булды. Кисә аҙағынан йәштәр ауылдашыбыҙҙан бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып, Эльвира Ильяс ҡыҙына һаулыҡ, ижади уңыштар теләп таралыштылар.