Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2021, 16:40

Студент саҡтағы тәүге эш хаҡым

Студенттарҙы буш кеҫәлеләр, тип йөрөтәләр. Хәҙерге студенттарҙы улай тип әйтеп булмай шикелле. ))) Иллә-мәгәр, беҙ ысынлап буш кеҫәлеләр заманына эләктек инде.2004 йылда 2-се курста уҡып йөрөйбөҙ. Июнь, имтихандар мәле. Ошо ваҡыттарҙа студент халҡының күпмелер өлөшө йәйгелеккә матур кейем, яҡындарына бүләк алып ҡайтыу теләгенән аҡса эшләү яғын ҡарай торғайны. Ҡыҙҙар-малайҙар ятаҡ янындараҡ йәшәгән бер байға бара инеләр. Шишмә районындағы дачаһына барып баҡсаһын утау булһынмы, өй эсендә, ихатаһында тәртип булдырһындармы - ҡыҙҙарға ла, егеттәргә эше табылып ҡына торҙо. Кем өлгөрә, шул кискә аҡсалы була ине.Ҡыҙҙар барғас, мин дә был бай ағайға мөрәжәғәт иттем.

Студенттарҙы буш кеҫәлеләр, тип йөрөтәләр. Хәҙерге студенттарҙы улай тип әйтеп булмай шикелле) Иллә-мәгәр, беҙ ысынлап буш кеҫәлеләр заманына эләктек инде.
2004 йылда 2-се курста уҡып йөрөйбөҙ. Июнь, имтихандар мәле. Ошо ваҡыттарҙа студент халҡының күпмелер өлөшө йәйгелеккә матур кейем, яҡындарына бүләк алып ҡайтыу теләгенән аҡса эшләү яғын ҡарай торғайны. Ҡыҙҙар-малайҙар ятаҡ янындараҡ йәшәгән бер байға бара инеләр. Шишмә районындағы дачаһына барып баҡсаһын утау булһынмы, өй эсендә, ихатаһында тәртип булдырһындармы - ҡыҙҙарға ла, егеттәргә эше табылып ҡына торҙо. Кем өлгөрә, шул кискә аҡсалы була ине.
Ҡыҙҙар барғас, мин дә был бай ағайға мөрәжәғәт иттем.
Миңә ҡаланың Инза тип аталған яғында төҙөлгән ҙур сауҙа йортонда эш табылды. Сауҙа йорто ла “Инза” тип атала ине. Бер ҙур бүлмә бирҙеләр. Уның тәҙрәләрен, торбаларын, иҙәндәрен йыуырға тигән күрһәтмәләр биреп киттеләр. Кемдер тәҙрә, торба буяй, кемдер стена тигеҙләй тигәндәй, эштәр гөрләй инде. Кискә эш бөткәс, ҡулыма 500 һум аҡса тотторҙолар. Эй, шундағы ҡыуаныуым! Үҙем эшләп алған аҡса бит ул! Мәҫәлән, икмәк 7 һум, ҡала эсендәге автобуста йөрөү 3 һум булғанда, ул аҡса әлбиттә, ҙур сумма ине.
Оҙаҡ һаҡланым тәүҙә, кәрәк кенә нимәләр алырға була тип баш ваттым, юҡ ҡына нәмәгә туҙҙырғы килмәй ҙә инде. Шулай ҙа дөрөҫ кенә әйтә алмайым, нимә алғанымды, һәр хәлдә бушҡа сарыф итмәнем. Үҙең эшләп алған аҡса ҡәҙерле була икәнен аңланым шунда.
Мин уҡырға ингән йылда ҡурай еләге емерелеп уңды. Көн аша еләккә йөрөнөк, үңәстәр өҙөлөп төшөрҙәй булып, ун литрлы биҙрәләр тултырып йыйҙыҡ. Әсәйем иртәгәһенә сығарып һатты. Шулай еләк һатып аҡса эшләнек, әммә ул үҙемә генә тотторолмағас, ҡәҙерен тойманым ахыры. Тырышып йыйған аҡса иш янына, ҡуш булды, әсәйем мине кейендереп, тегене-быны алып уҡырға ебәрҙе лә инде. Шул ваҡытта әсәйемдең минең өсөн тырышыуына, кешенән кәм-хур булып йөрөмәһен, типтер матур итеп кейендергәненә мең рәхмәтлемен!
Читайте нас: