Үткән йыл үҙенсәлекле булыуға ҡарамаҫтан, төҙөлөш эштәре туҡталманы. Мәсетебеҙгә манара ҡуйыу мөһим ваҡиға булды.
Был эште эшҡыуар Йәнбирҙин Әнүәр Шәрәфулла улы тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Сараға күрше район мәхәлләләренең имамдары ла килде. Мәсетебеҙ күркәм, тирә-яҡҡа йәм биреп тороусы бинаға әүерелде.
Заманса тәҙрәләр, ишектәр ҡуйыуға, кәрниз йөрөтөүгә - 241 мең һум, газ үткәреү проектын эшләтеүгә - 45 мең һум, тәҙрәле ишек һатып алыуға - 26 мең һум, газ үткәргестәрҙе монтажлау эштәренә - 43 мең һум, йылытыу ҡоролмаларын үткәреүгә - 67 мең һум, манара тәҙрәләрен, ишеген ҡуйыуға 10 мең һум аҡса тотонолған.
Бөтәһе 553 мең һум иғәнә кергән. Үткән 2019 йылдан йәнә 32 мең һум аҡса ҡалғайны. Шуларҙың эсенән 433 мең һум аҡса тотонолған. Кассала 152 мең һум аҡса ҡалған.
Иғәнә йыйыуҙа беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар айырыуса уңғанлыҡ күрһәтә. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, уҡытыусылар Тәнзилә Бәшәрова, Эльмира Әминева, Зәкиә Суфиянова, Әнисә Хәкимова үҙҙәре йәшәгән урамдарҙағы халыҡтан аҡса йыйыу ойоштороп, мәсет төҙөлөшө өсөн тапшырҙылар. Мәҫәлән, Урал урамында йәшәүселәрҙән - 17 мең, Ленин урамындағыларҙан (бер өлөшө) 45 мең һум аҡса йыйылды.
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар исеменән 161 мең һум аҡса йыйып тапшырылды.
Сауҙа нөктәләренә ҡуйылған йәшниктәрҙән килгән иғәнә күләмдәре түбәндәгесә булды:
“Хәләл” магазинынан - 5 мең 400 һум, “Магнит” магазинынан 29 мең, мәсеттәге йәшниктән 67 мең, “Дакар” шиномонтажынан - 22800, музыка мәктәбенән - 7600 һум, һуғыш хәрәкәте ветерандары ойошмаһынан - 3800 һум, Ураҙа ғәйетендә 9600 һум аҡса йыйылды.
Шәхсән рәүештә ҙур күләм иғәнә биреүселәр: Сәләх Әхмәтов (10 мең), Тимур Вәлиев (16 мең), Рәил Ҡотлобаев (4 мең), Гөлдәр Моратшина (4 мең), Фәнис Сәйәхов (5 мең), Ғәбделхәй һәм Рәмилә Хәзиевтар ғаиләһе (5 мең), Гөлфәриҙә Әбдрәхимова - (5 мең һум).
Динебеҙ, ғәмәлдең дауамлыһы сауаплы, тип өйрәтә. Ай һайын иғәнә керетеп барыусы мосолмандарыбыҙ иҫәбенә Клара Сафинаны, Зөһрә Юлмөхәмәтованы, Рәшиҙә Ғиззәтуллинаны, Мотаһар Сәитбаталовты, Фроза Исхаҡованы, Гөлнара Хоҙайназарованы, Фәниә Йәнбирҙинаны һ. б. иптәштәрҙе индерергә мөмкин.
Шулай ҙа иң ҙур күләмле, ҙур аҡса талап иткән төҙөлөш эштәрен, материалдар һатып алыуҙы шәхси эшҡыуарҙар Радик Ғабдулхаҡов, Вилдан Кәримов башҡарҙы һәм әле лә төҙөлөш эшен үҙ ярҙамдарынан ҡалдырмайҙар. Аллаһу Тәғәлә улар менән риза булһын.
Шулай уҡ район хакимиәтенә беҙҙең төҙөлөштө күҙ уңынан ысҡындырмай, көн дә иғтибар итеп, үҙ ярҙамдарын күрһәтеп тороуҙарына рәхмәт әйтәбеҙ.