Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2021, 10:00

Арҙаҡлы ауылдашыбыҙ

Һуғыш… Йөрәктәрҙе өшөтөрлөк ҡурҡыныс һүҙ… Илебеҙ тарихындағы иң ҙур һуғыштарҙың береһе булған Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙ елдәре беҙҙең Бөрйән районына, тыуған ауылыбыҙ Иҫке Монасипҡа ла ҡағылмай ҡалманы, бер генә ғаиләне лә ситләтеп үтмәне.

Һуғыш… Йөрәктәрҙе өшөтөрлөк ҡурҡыныс һүҙ… Илебеҙ тарихындағы иң ҙур һуғыштарҙың береһе булған Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙ елдәре беҙҙең Бөрйән районына, тыуған ауылыбыҙ Иҫке Монасипҡа ла ҡағылмай ҡалманы, бер генә ғаиләне лә ситләтеп үтмәне.
1941–1945 йылдарҙағы ошо Икенсе донъя һуғышы тураһында беҙ, әлбиттә, яҡшы беләбеҙ. Был һуғыш тураһында күпме китаптар яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән, йыл һайын Еңеү көнөн билдәләйбеҙ, ветерандарҙы ҡотлайбыҙ, гәзиткә олатайҙарыбыҙ тураһында мәҡәләләр ҙә яҙабыҙ һәм дөрөҫ эшләйбеҙ. Ә бына ошо Икенсе донья һуғышынан алда булған шулай уҡ ҡаты, оҙайлы, михнәтле Беренсе донъя һуғышы тураһында ниңәлер һирәк һөйләнелә, әҙәби китаптар, кинофильмдар ҙа бик аҙ, күптәр үҙҙәренең ауылынан кем был һуғышта ҡатнашҡанын белмәй ҙә. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа үҙ ауылының тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар, яҙыусылар, тамырҙарын барлап, шәжәрә төҙөүселәр, музей асыусылар, батырҙарҙы барлаусылар күбәйҙе. Бындай илһөйәрҙәргә ҙур ярҙамсы ла бар - ул архив. Бөгөнгө яҙаһы һүҙем ана шул империалистик һуғышта ҡатнашҡан ҡаһарман ауылдашым, Георгий тәреләренең тулы кавалеры Ҡотлобаев Шәкир Низаметдин улы тураһында.Тәүҙә тарихҡа байҡау яһау кәрәктер.

Беренсе донъя һуғышы, йәғни империалистик һуғыш, 1914 йылдың 28 июленән алып 1918 йылдың 11 ноябренә тиклем дауам итә.1914 йылға Европа ике бер-береһенә ҡаршы торған лагерға бүленә: Антанта (Бөйөк Британия, Франция, Рәсәй империяһы) һәм Үҙәк дәүләттәр (Германия, Австро – Венгрия, Италия). Һуңыраҡ уларға башҡа дәүләттәр ҡушыла. Һуғыш сәбәптәре: территорияларҙы бүлешеү, империалистарҙың үҙ илдәрендәге революцион хәрәкәтте һәм колониаль халыҡтарҙың милли азатлыҡ көрәшен тотҡарларға тырышыуы. 4 йыл да 3 ай дауамында барған был ҡанлы һуғыш Антантаның еңеүе менән тамамлана. Ун миллиондан ашыу хәрби һәләк була, яраланғандар һаны ла ун миллионға яҡын. Ошо һәләк булғандар, яраланғандар араһында беҙҙең дә олатайҙарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ, ҡыйыу башҡорт ир-аттары булған. Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарын хөрмәтләп иҫкә алғанда беҙ уларҙы ла онотмаҫҡа тейешбеҙ.

Беҙҙең Иҫке Монасип ауылынан да туранан- тура ошо Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан батыр ауылдашыбыҙ бар, ул - Ҡотлобаев Шәкир Низаметдин улы. Ул 1865 йылда Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында тыуған. Уның тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ, әлбиттә. Әммә Шәкир Низаметдин улының Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡанлығын һәм Георгий тәреһенең тулы кавалеры икәнен ишетеп беләбеҙ. Ишетеп белеү – бер, ә документтарын күреп белеү - бөтөнләй икенсе, тип, батырҙың ейәндәре Өфөлә Үҙәк дәүләт архивында булып, олаталары тураһында мәғлүмәт тупланы.Унда Георгий тәреһе менән наградланыусылар исемлегендә Шәкир Низаметдин улының - 134-се Феодосия полкының (пехота) рядовойының 301000 номеры аҫтында исеме тора. «За отличия,оказанные в делах против неприятеля с 25-го по 27.11. 1914», тигән яҙыуы ла бар. Унан һуңғы наградланыуы исемлектә 434625 номеры аҫтында. Фотоға төшөрөп алынған документтағы һүҙҙәрҙе һүҙмә-һүҙ килтерәм: «Кутуваев Шакир Незаметдинович – 134 пех. Феодосийский полк, 15 рота, рядовой. За то, что в бою 9.05.1915 г. вызвался охотником обойти роту наступившего противника, под сильным ружейным огнем, вышел ему в тыл и открыл огонь. Благодаря чему, австрийцы положили оружие и сдались в плен в числе 62 нижних чина и двух офицеров». Һәм тағы ла бер документ: 2. «Кутуваев Шакир. Событие: Награжден Георгиевским крестом 4 степени. Дата события: 01.01.1915 - 31.12.1917 Доп. Информация: награда №301000 (л.126) Источник: (Алфавитный список лиц, награжденных Георгиевскими крестами 4 ст. 1915-17 гг.)», стр. 2512 РГИА, фонд 496, опись 3, дело 99 на 161 листах (файл К 7, лист 111-128 об.). Был документтарҙың фотолары бар, әлбиттә.

Миңә Шәкир Низаметдин улының ҡыҙы Ҡотлобаева Хәмдениса Шәкир ҡыҙы менән һөйләшергә тура килгәйне (үкенескә ҡаршы, хәҙер мәрхүмә инде). Ул: «Атайымды хәтерләмәйем, бәләкәй инем. Оҙон кәүҙәле, аҡ йөҙлө, ерән сәсле булған. Сәитбатталов Мөжәүир ҡарт миңә ҡарап, Шәкир ҡарттың ҡыҙы, хас атайың булып атлайһың, тип көлә торғайны», - тигәйне. Ә бына ауылдашыбыҙ Ғәлин Рәхимйән Ғүмәр улының (үкенескә ҡаршы, хәҙер мәрхүм) һөйләгәндәре Шәкир Низаметдин улының архив документтарында яҙылған батырлығына тап килә.

«Беҙ, малайҙар, Шәкир ағайҙан һуғышта күргәндәре тураһында һөйләтә торғайныҡ. Шәкир ағайҙың һөйләүе буйынса, уны бер ваҡыт йылғаға һыу алып килергә ебәрәләр. Ҡаршы яҡтың снайперы быларға ата. Ул юлдан йөрөмәй, оҙон үлән араһынан барып ҡараһа, дошмандар йылға аръяғында мылтыҡтарын өйөп һалғандар ҙа үҙҙәре түбәндәрәк һыу инәләр икән. Шәкир ағай шыуышып йылға ситенә бара, йылға аша сыға ла үҙенең мылтығы менән тегеләргә атып ебәрә. Тегеләр йүгереп килә башлаһалар, тағы ата.
Тегеләр инәлә башлайҙар, был «Юҡ!» тип, һыу алып, икәүһенән мылтыҡтарын йөкмәтеп, пленға алып ҡайтһа, полковник килгән икән. Полковник шунда уҡ: «Наградаға яҙам», тигән. Һуңынан Мәскәүгә саҡырып, Георгий тәреһе бирҙеләр, тип һөйләй торғайны Шәкир ағай.1919 йылдарҙа, Граждандар һуғышы ваҡытында, аҡтар килеп, ҡәҙерлерәк әйберҙәрҙе, һарыҡ- фәләнде алып китер булған. Бер ваҡыт Иҫке Монасипҡа Ҡағы ауылынан күсеп килгән Настя әбейҙең дә аҡтар өйөн баҫып, әйберҙәрен ала башлағас, Настя әбей ҡыҙы Нәфисәне Шәкир Ҡотлобаевҡа йүгертә. Уның өйө яҡында, хәҙерге ҡарттар йорто эргәһендә булған. Ерән сәсле, мөһабәт кәүҙәле Шәкир тәмәкеһен тарта-тарта килә лә аҡтар менән һәйбәт итеп һөйләшә. Улары шундуҡ алған әйберҙәрен кире биреп, артабан китәләр. Ауыл халҡы сетерекле хәлдәр килеп тыуһа, бәхәс-фәлән килеп сыҡһа, гелән Шәкир ағайға мөрәжәғәт итәләр. Уның бик булдыҡлы, ғәҙел, ярҙамсыл кеше булғанлығы шунан билдәле инде.Бик ихтирам итәләр. 1932 йылда Шәкир ағай иң алда колхозға инә, колхозға атын бирә. Атын «Шәкир турыһы» тип йөрөтә торғайнылар. Ул колхозда төрлө эштәрҙә йөрөнө, аҙаҡ мәктәптә ҡарауылсы булып эшләне.
Һуғыштан ҡайтҡас, уны түрәләр, ат эйәрләп, ауылдан-ауылға йөрөткәндәр. Аҙаҡ та пленум-фәләндән ҡалдырманылар», - тип хәтерләгәйне Ғәлин Рәхимйән Ғүмәр улы. Үкенескә ҡаршы, Шәкир олатайҙың наградалары һаҡланмаған, уларҙы икенсе ҡатыны Нәғимә (Хәмденисаның әсәһе) аслыҡ йылы бер биҙрә бойҙайға алмаштыра. Шәкир Низаметдин улы һуғыштан ҡайтҡас, ауылдағы ир-егеттәрҙе, малайҙарҙы хәрби һөнәргә өйрәтә, йәғни, хәҙерге тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресе уҡытыусыһы ролен башҡара. Шулай ауылдаштарына ярҙам итеп, кәңәш биреп йәшәгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм 1924 йылғы улы Ишбулды һуғышҡа китә. Шәкир бабайға улының батырҙарса һәләк булыуы тураһында ҡара ҡағыҙ килә. Былай ҙа аслыҡтан киңгәгән оло кешегә күп кәрәкме инде, был донъялыҡтағы иң ауыр, иң әсе ҡайғыны ата йөрәге күтәрә алмай, Шәкир бабай үлеп китә. Ә улы Ишбулды ул ваҡытта тере була… Шәкирҙең үҙе һымаҡ ҡаһарман улы Ишбулды ла һуғышта һынатмай, сержант, артиллерия, элемтә бәйләнеше отделениеһы командиры була. Ул 1943 йылдың ноябрендә Сталинград өсөн барған ҡаты алышта яралана. Башын снаряд ярсығы тишә, ул иҫен юғалта.
Өҫтөнә яуған тупраҡ яраға тулып, ҡаны ағыуҙан туҡтай. Уны үлгән икән тип ғаиләһенә «ҡара ҡағыҙ» ебәрәләр. Аҙаҡ тағы бер тапҡыр үлгән тип яңылышып, икенсегә тағы ҡайғылы хәбәр ебәрәләр. Ә сержант Ишбулды ун туғыҙ ғына йәшендә һуғыштан беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтып төшә. Ҡайтҡас та уны ир-егеттәрҙе һәм малайҙарҙы хәрби һөнәргә өйрәтһен өсөн Әбделмәмбәт мәктәбенә ебәрәләр. Ишбулды Шәкир улы үҙе оҫта бейеүсе һәм ҡурайсы ла була. Данлыҡлы бейеүсе булып киткән Йәнғәле Вәхитовты ла тап ул бейергә өйрәтә лә инде. Ишбулды Ҡотлобаев ҡурай уйнау буйынса республика конкурсында ла ҡатнаша. Уның һәр ваҡыт үҙе менән бергә йөрөткән еҙ ҡурайы булған. Бәйге башланыр алдынан еҙ ҡурайынан тартынып, мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәновтан ҡурай һорап тора, әммә кире яуап алғас, үҙенең еҙ ҡурайында уйнап, конкурста беренсе урын яулай. Аҙаҡ та ул Мәскәү ҡалаһына Съездар һарайына саҡырыу алып, уңышлы сығыш яһап ҡайта. Ләкин оҙаҡ йылдар башында снаряд ярсығы йөрөтөргә мәжбүр булған оҫта бейеүсе, атаҡлы ҡурайсы булып танылған, атаһына оҡшап тәүәккәл, ҡыйыу, ярҙамсыл Ишбулды Шәкир улы 1979 йылда һуғыш яраларынан вафат була. Ҡотлобаев Ишбулдының дүрт улы, бер ҡыҙы була. Дүрт улы ла атаһы һәм олаталары кеүек хәрби хеҙмәттә һынатмаған, наградаларға лайыҡ булған илһөйәрҙәр.
Ҡотлобаевтар нәҫелен хәрбиҙәр династияһы тип икеләнмәй әйтә алабыҙ. Шәкир олатайҙың атаһы Низаметдин дә хәрби кеше булған, улы Шәкир – батша армияһында унтер-офицер (хәҙергесә - сержант), уның улы Ишбулды – сержант, ул да Әбделмәмбәттә егеттәрҙе әрмегә әҙерләү буйынса дәрестәр бирә.Ишбулдының улы Камил – артиллерист, ул да Әбделмәмбәттә егеттәрҙе һалдат хеҙмәтенә әҙерләй.Камил ағайҙың улы Фидан (үкенескә ҡаршы, мәрхүм) - сержант, икенсе Чечен компанияһында ҡатнашып, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған. Ишбулды апаның кесе улы Йәмил – сержант. Йәмилдең ике улы ла Кавказда яҡшы хеҙмәт итеп, «Знак отличия» тип аталған наградаға лайыҡ булалар. Улы Азат артиллерия разведчигы булып хеҙмәт итә. Азаматы әле мәктәптә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән уҡыта. Бына шундай ҡурҡыу белмәҫ, батыр Ватан һаҡсылары, илһөйәр ауылдаштарыбыҙ бар беҙҙең. Ошондай шәхестәр ауылдың, илдең тарихын булдыра, уны белеү һәм киләсәк быуынға еткереү беҙҙең бурыс.
Читайте нас: