Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2021, 14:00

Журналист һөнәрен алыштырҙы

Көндө төнгә алыштырып

Көндө төнгә алыштырып
Көн менән төн алышынды. Тәҙрә ҡара материал менән көпләнеп, бүлмәлә яһалма ҡараңғылыҡ булдырылһа ла, дүрт-биш көн йоҡлап китә алмай аҙапландым. Ике-өс йә дүрт-биш сәғәт йоҡо менән төндә эшләү ныҡ ҡыйын. Баш тубал кеүек, йөрәк һыҙа. “Күрмәгәндең күргеһе килә, күргәндең...” – тип үҙемде әрләйем. “Швабра тота белмәйем, йыуғысҡа көс етмәй, тәрилкәләр ауыр”, – тип түҙмәй балаларға яҙғайным ватсаптан, Гөлгөнә киленем шылтырата. “Һуң һинең бит ручканан ауыр нәмә тотҡаның юҡ! Нимәңде ҡарап йөрөйһөң унда! Ҡайт! Ыҙалама! Йонсома!” – ти. Дөрөҫ әйтә инде. Төп эшем ручка һәм компьютер менән бәйле ине бит ғүмерем буйы. Шунан ары уларҙы ҡайғыртмаҫҡа булдым. Икенсе көнө: “Эшкә өйрәндем. Барыһы ла һәйбәт”, – тип алдап яҙып ебәрҙем.

Ысынлап та, тәрилкәләр ныҡ ауыр. Уларҙы йыуырға ла ҙур оҫталыҡ кәрәк. Шунан биш-алтыһын бергә күтәреп, киптергескә ҡуяһың. Бер ыңғай һигеҙәр стаканды күҙ асып йомғанса йыуып, сайҡатып, батмусҡа теҙәһең. Ҡалаҡ менән сәнскене машина йыуып сығарғас та, майлы булмаһын, тип тикшереп, эҫе һыуҙа тотоп алаһың. Ҡулдан бирсәткә, биттән маска төшмәй. Маска кеймәһәң, штраф түләйһең. Ҡайһы мәл оло-оло кәстрүлдәрҙе йыуырға тура килә. Мармиткаларҙы таҙартыу үҙе бер бәлә. Яҫы, һай ҡалай һауыт ул. Кәстрүлдәре ғәләмәт ауыр. Кәштәгә күтәреп ҡуйғансы хәл бөтә. Тағы ла үҙемде эстән әрләп алам...

Аҡһөйәк мин генә шулай ыҙалайым микән, тиһәм, ҡыҙҙарҙың барыһы ла зарлана башланы. Аяҡ тала, бармаҡтағы һәр быуын сәңкеп һыҙлай. Ҡайтҡас, ауыртыуға түҙмәй, ҡулдарҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ. Мендәргә лә һалып ҡарайбыҙ, ике ҡулды, ҡаны һарҡһа, ауыртыуы кәмемәҫме, тип өҫкә күтәреп ятабыҙ. Аяҡтарҙы ла шулай итәбеҙ. Һыҙланып ята торғас, арыу еңә, һаташа-һаташа йоҡоға талабыҙ. Ҡыҙҙар йоҡлағанда ыңғыраша. Мине лә төшөңдә ҡысҡыраһың, тиҙәр ине. Эштә бит ҡашығаяҡ йыуыуҙан тыш, залдарҙы һеперергә, шунан йыуырға, өҫтәлдәрҙе һөртөргә, йәшелсә таҙартырға һәм башҡа бихисап эш атҡарырға кәрәк. Көлбикә инде, Көлбикә. Үгәй әсә етемәкте нисек екһә, шулай. Кискеһен эшкә килгәс, миңә эш ҡалдырған көндөҙгө ашнаҡсыларҙан: “Ну, что сегодня у Золушки? Мои любимые свекла или кальмары?” – тип һорай торғайным. Минең мәрәкәләп һөйләшеүемә өйрәнделәр инде, йөҙҙәре яҡтырып китә. Атайыма оҡшап, ауыр ситуациянан юмор менән сығам мин. Конфликтты өнәмәйем. Тыумыштан бирелгән дипломатия ниндәй генә ауыр холоҡло кешеләр менән дә уртаҡ тел табырға ярҙам итә.

Бармаҡтар шешеп китте. Ҡулды йоҙроҡҡа ла төйнәп булмай. Электән вахтала йөрөгәндәр беҙҙе йыуата.”Бер-ике аҙнанан өйрәнеп китәһең ул, көс инә”, – тиҙәр. Ысынлап та, ике-өс аҙнанан оҫтарып алынды. Төндә тәүҙә өсәү эшләй инек, дүртенсе кешене лә бирҙеләр. Силәбенән Нәзирә исемле ҡатын менән дуҫлашып киттек. Йәһәт кенә бер-беребеҙгә ярҙамлашабыҙ ҙа, ял итергә ултырабыҙ. Минең яҙыусы икәнде белгәс, Нәзирә ғибрәтле яҙмыштар тураһында һөйләй башланы.
Кишер, һуған, сөгөлдөр таҙартыуҙы яраттым. Сөнки эргәңдәге кеше менән һөйләшеп була. Журналист булараҡ, ипләп кенә һорауҙар бирәм кешеләргә. Сиселә лә ҡуялар. Эй, ҡыуанам инде.

Шулай ипкә инеп алғас, ҡыҙҙарҙың һөйләүҙәре буйынса башымда бер хикәйә тыуҙы. Иҙән йыуғанда ла, ҡашығаяҡ араһында буталһам да ҡулым автоматик рәүештә эшләй, ә башымда буласаҡ әҫәрҙең геройҙары бутала. Ултырып ҡына яҙғы килә лә бит! Ҡайҙа һуң! Ҡатындар минең интеллигент икәнде күреп, ихлас өйрәткән булалар. “Был һинең эшең түгел”, – тиҙәр. Ихтирам итеүҙәренә, аңлауҙарына рәхмәт. Наташа бер мәл иҙән йыуғанымды ҡарап торған да: “Һин бит йыумайһың, ә яҙаһың!” – тип көлөп килеп етте. Аҙаҡ еппәртә һуғып ялтыратып йыуып ҡуя торғайным инде иҙәнен дә - швабра ҡулда уйнап торҙо. Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр бит.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 22 ғинуар һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: