Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2021, 20:00

Быйма байрамына рәхим итегеҙ!

Район мәҙәниәт һарайы иғлан иткән “Аяғыңда аҡ быйма. Бысратырһың, бик кеймә!” тигән конкурс та быймаға дан йырлау маҡсатын күҙаллай. Сараның төп шарты – байрамға быйма кейеп килеү. Һәм, әлбиттә, саф һауала үткәреләсәк уйындарҙа ихлас ҡатнашыу.Ҡасан үтә, тиһегеҙме?

Район мәҙәниәт һарайы иғлан иткән “Аяғыңда аҡ быйма. Бысратырһың, бик кеймә!” тигән конкурс та быймаға дан йырлау маҡсатын күҙаллай. Сараның төп шарты – байрамға быйма кейеп килеү. Һәм, әлбиттә, саф һауала үткәреләсәк уйындарҙа ихлас ҡатнашыу.
Ҡасан үтә, тиһегеҙме?
Быйылғы һыуыҡ ҡышта быйма бик актуалгә әйләнде. Йылы, йомшаҡ быймаға еткән аяҡ кейеме бармы һуң инде ул?! Һуңғы ваҡытта быйма кейгән кешеләр күберәк күренә башланы. Тимәк, был кәсептең киләсәге бар тигән һүҙ.

Район мәҙәниәт һарайы иғлан иткән “Аяғыңда аҡ быйма. Бысратырһың, бик кеймә!” тигән конкурс та быймаға дан йырлау маҡсатын күҙаллай. Сараның төп шарты – байрамға быйма кейеп килеү. Һәм, әлбиттә, саф һауала үткәреләсәк уйындарҙа ихлас ҡатнашыу.

Ҡасан үтә, тиһегеҙме? 29 ғинуар көнө киске 18.00 сәғәттә быймаларығыҙҙы кейеп, район мәҙәниәт һарайы янына ашығығыҙ!

Унда Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә урынлашҡан ойошма-учреждениелар команда менән ҡатнаша ала. Шулай уҡ теләгән башҡа кешеләр ҙә команда төҙөп, ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
Байрам программаһы түбәндәгесә:
-Таныштырыу. Һәр команда үҙе менән таныштыра. Команда ағзаларының бер иш кейемдә булыуы иғтибарға алынасаҡ.
-“Быймала оҫта бейеүсе”. Быйма менән төрлө бейеүҙәр башҡарып күрһәтеү шарт.
-Төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнашып, командаға мәрәй йыйыу.
Байрамда ихлас

ҡатнашҡандар өсөн
түбәндәге номинацияларҙа бүләкләүҙәр ҡаралған:
-“Тарихлы быйма”;
-“Күп тишекле быйма”;
-“Ҡомартҡы быйма”;
-“Иң күп төҫлө быйма”;
-“Иң матур биҙәлгән быйма”;
-“Аҡ быйма”;
-“Иң матур табанлы быйма”;
-“Иң етеҙ бейеүсе”.

Бынан тыш,
командалар түбәндәге номинацияларҙа баһаланасаҡ:
-“Сос команда”;
-“Татыу команда”;
-“Иң үҙенсәлекле кейемдә килеүсе команда”.

Ҡатнашыусыларҙы матур бүләктәр, иң мөһиме, саф һауала бына тигән матур, күңелле һәм файҙалы ял көтә.
Быймалылар, баҫылған, хатта төпләнгән быймаларҙа ла барырға була байрамға! Берәү ҙә бүләкһеҙ булмаясаҡ!
Белешмәләр өсөн телефондар: 3-52-45, 3-53-33, 8-927-936-83-59.
Читайте нас: