Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2021, 10:00

Журналист һөнәрен алыштырҙы

Яҙмыштыр был

Яҙмыштыр был
Миңә үҙ ғүмеремдә кем генә булырға яҙманы? Уҡытыусы, журналист, яҙыусы. Оҙаҡ йылдар БР Урман хужалығы министрлығында эшләп, урмансы ла булып алынды. Хөрмәт менән хаҡлы ялға шунан оҙатылдым. Ә шулай ҙа Себерҙә үҙләштерәсәк һөнәрем ғүмеремдә лә башыма килмәне.

Нимә етмәй һуң тынғыһыҙ әҙип күңеленә? Шөкөр итеп, яҙ ҙа яҙ. Әммә илһам тоҡсайы бүҫкәреүе яман. Нимәгә тотонорға, ниндәй өлкәне ҡапшап ҡарарға, серҙәрен асырға белмәгән мәлдә күңел төшөнкөлөгөнә биреләһең. Сөнки һине ниндәйҙер серле көс яңы тәъҫораттарға саҡыра. Өр-яңы Алыҫ Себер тарафтарына сығып китеүемдең дә сәбәбе шул булды. Таныш ҡатындан телефон алып, Мәскәүгә, бер ойошманың кадрҙар бүлегенә шылтыраттым. “Иртәгә юлға сыға алаһығыҙмы?” – тигән тауышты ишеткәс, ҡаушап ҡалдым.
Яҡындарым менән кәңәшләшмәҫ борон ризалығымды белдерҙем. Ҡайһы берәүҙәр минең турала, бәлки: “Был ҡатындың башына тай типкән, ахыры”, – тип уйлар. Тик мин үҙемдең ошо тәүәккәл аҙымымдан ошо минутта бик ҡәнәғәтмен. Эсер һыуым, ашар ризығым шунда булғандыр, тип Аллама рәхмәт уҡыйым. Арктика һынлы Арктикаға барып эләгеү көтөлмәгәнерәк булды инде. Улай уҡ йыраҡ китермен тип уйламағайным да.

Өйҙәгеләр, әлбиттә, теше-тырнағы менән ҡаршы булды. Балалар бигерәк тә һаулығым өсөн хафаланды. Гөлгөнә киленем мин аэропортҡа барып етеп, самолетҡа ултырғанымса шылтыратып ыҙаланы. “Ҡәйнәм, кире уйла! Һин беҙгә, балаларыңа, һау-сәләмәт кәрәкһең!” – тине ул, үҙәге өҙөлөп. Ҡыпсаҡ ҡыҙын туҡтатып буламы инде ул? Башты яңы пландар, ижади маҡсаттар ялмап алған! Алда көткән ауыр һынауҙарҙы күҙ алдына килтереп тә булмай!

Иң тәүҙә беҙҙе Ҡазан ҡалаһының бер шифаханаһына карантинға ябып ҡуйҙылар. Бүлмәләшем, удмурт ҡыҙы Лена, бик илгәҙәк булып сыҡты. Ҡыҙыҡ күреп, удмуртса һөйләштерәм. Ғөрөф-ғәҙәттәрен һорашам. Уртаҡ тел таптыҡ. Ике аҙнабыҙ тар бүлмәлә зарығып үтте. Ярай әле, балкон бар. Күрше бүлмәләге ҡатындар менән шунда ғына аралашып ҡалабыҙ.
Ашау шәп инде. Хәрәкәтһеҙ ятҡас, ауырая ла башланыҡ. Көн дә гимнастика эшләйем, ноутбугымды ла алғайным, ижад итәм. Ике тапҡыр коронавирустан тест үттек. Карантинда саҡта бер иргә инфаркт булып үлеп китте. Тыуған яғына оҙаттылар. Беҙ, әлбиттә, уфтаныштыҡ та, шуның менән вәссәләм. Аллам һаҡлаһын, эшкә тип сығып китеп, тейәлеп ҡайтсәле... “Ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан” тигән әйтемдең хаҡлығын шунда аңланым.

Артабан минең яҙмышым Хоҙай ҡулына тапшырылды. Ҡурсаларға туғандар, серләшергә дуҫтар, һыйынырға балалар юҡ янда. Бөтөнләй ят мөхит, ят кешеләр, ят менталитет. Ҡәҙимге донъямдың аҫты өҫкә әйләнде. Тормошом түңкәрелде. Үҙем ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдә ҡалдым.
Материалдың дауамын "Таң" гәзитендә 19 ғинуар һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: