Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2021, 17:00

Ильяс офицер буласаҡ

Юғары синыф уҡыусылары, бигерәк тә быйыл 11-сене тамамлаясаҡ йәштәр был көндәрҙә киләсәк һөнәрҙәре тураһында етди уйлана торғандыр. Сөнки шул алған һөнәрең һине ғүмерең буйы йәшәтергә: ашатырға, кейендерергә, ғөмүмән, аҫрарға тейеш. Йәнә ул һөнәрҙең күңелеңә ятыуы ла мөһим.

Юғары синыф уҡыусылары, бигерәк тә быйыл 11-сене тамамлаясаҡ йәштәр был көндәрҙә киләсәк һөнәрҙәре тураһында етди уйлана торғандыр. Сөнки шул алған һөнәрең һине ғүмерең буйы йәшәтергә: ашатырға, кейендерергә, ғөмүмән, аҫрарға тейеш. Йәнә ул һөнәрҙең күңелеңә ятыуы ла мөһим.
Санкт-Петербургта тимер юл ғәскәрҙәре йүнәлешендәге хәрби институтта белем алыусы Яңы Усман егете Ишморатов Ильяс Илдар улы менән әңгәмәбеҙ тап ошо юҫыҡта.
Ильястан был уҡыу йортона нисек барып эләгеүе хаҡында һорашҡас, ул, урта мәктәпте тамамлар алдынан хәрби һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһына башланым, шул маҡсатта хәрби комиссариатҡа барҙым һәм унда ошо уҡыу йортон тәҡдим иттеләр, тине.

-Электән ошо хәрби өлкә менән ҡыҙыҡһына инем. Ниндәй имтихандарҙың һөҙөмтәләре кәрәк икәнен белгәс, маҡсатлы рәүештә шул фәндәргә нығыраҡ иғтибар итә башланым. Тәғәйен алғанда, математика, физика, рус теле буйынса БДИ һөҙөмтәләре талап ителде. Бынан тыш, институтҡа барғас, сәләмәтлекте тикшерҙеләр, физик яҡтан һынауҙар үткәрҙеләр: йүгереүгә, турникта күтәрелеүгә иғтибар иттеләр. Унан һуң психологик тест булды. Шунан инде хәрби институтҡа уҡырға инергә тип килеүселәрҙе теҙеп ҡуйҙылар ҙа кемдәр ингән икәнлеген иғлан иттеләр. Шулар араһында үҙемдең дә исем-шәрифтәремде ишетеүемә бик шатландым. Тимәк, хыялға табан тәүге аҙым яһалды тигән һүҙ бит!

Казармаларҙа йәшәйбеҙ. Армия режимы. Тулыһынса хөкүмәт ҡарамағындабыҙ: көнөнә өс тапҡыр яҡшы итеп бушлай ашаталар, кейендерәләр. Өҫтәүенә, икенсе курстан башлап 10 мең һумдан артығыраҡ стипендия түләйҙәр.

Уҡыу артыҡ ауыр, тип әйтә алмайым. Рус телен яҡшы белеү мөһим. 5 йыл уҡыйбыҙ, унан 5 йыл эшләргә, йәғни хеҙмәт итергә кәрәк. Унан һуң, теләгең булһа, хәрби хеҙмәттән китергә лә мөмкин, йәки хәрби юлыңды артабан дауам итәһең. Әлбиттә, башта һағындыра ине, хәҙер өйрәнелде, - ти Ильяс.

- Һин уҡыған бүлектән тыш тағы ла ниндәй йүнәлештәр бар?
-Ер өҫтө транспорт-технологик средстволары, поездарҙың хәрәкәтен тәьмин итеү системалары, тимер юлдарҙы эксплуатациялау, тимер юлдар, күперҙәр һәм транспорт тоннелдәре төҙөү бүлектәре бар.

Институт юғары хәрби-махсус белемле офицерҙар әҙерләй. Уҡып бөткәс, лейтенант званиеһы, бынан тыш, “инженер путей сообщения” тигән квалификация менән дәүләт өлгөһөндәге юғары белем тураһындағы диплом бирелә.

Уҡыу йортоноң урта һөнәри белем биреү бүлеге лә бар. Уны тамамлаусыларға прапорщик званиеһы бирелә. Уҡыу срогы 3 йыл. Яндекс аша “Военный институт (железнодорожных войск и военных сообщений)” тип инһәң, тулыраҡ мәғлүмәттәр алырға була.

Ил һаҡлау – ир-егет өсөн иң мөҡәддәс бурыстарҙың береһе. Үҙенең тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләргә ниәт иткән Ильясҡа уҡыуында һәм киләсәк тормошонда уңыштар теләйек.
Читайте нас: