демография
Райондың гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә йыл башынан алып 10 сабыйҙың тыуыуы теркәлгән. Ике яңы ғаилә барлыҡҡа килгән, 2 пар никахтарын тарҡатҡан. 13 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
02 хәбәр итә
Ғинуарҙың 8-енән 15-енә тиклемге ваҡыт эсендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 51 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә документтар юғалтыу (3), кеҫә телефоны юғалтыу (2), техникаға механик зыян килтерелгән юл-транспорт ваҡиғаһы (3), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (4), битлек режимын боҙоу (6), ғаилә низағы (5), тейешле документтарһыҙ ағас ташыу (2) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 65 протокол төҙөлгән. Шуларҙың 49-ы ЮХХДИ йүнәлешендә. 1 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.