Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2021, 14:00

Фән юлында тапҡан үҙ урынын

Мәктәптә яҡшы уҡый. Математика буйынса мәктәп, район кимәлендә ойошторолған олимпиадаларҙа гел призлы урындар яулай.

Мәктәптә яҡшы уҡый. Математика буйынса мәктәп, район кимәлендә ойошторолған олимпиадаларҙа гел призлы урындар яулай.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Маликов Рәмил Фәруҡ улы 1951 йылдың 20 ғинуарында Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында донъяға килгән. Уға киләсәк һөнәрен һайлауҙа математика уҡытыусылары Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы менән Маликова Әнисә Самат ҡыҙының роле ҙур булған.
Мәктәптә яҡшы уҡый. Математика буйынса мәктәп, район кимәлендә ойошторолған олимпиадаларҙа гел призлы урындар яулай.

1967 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, 1972 йылда шул уҡ институтта өлкән лаборант булып хеҙмәт юлын башлай. 1973 йылда армия хеҙмәтенә алына. Демобилизацияланғандан һуң, 1974 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының теоретик һәм эксперименталь физика кафедраһында ассистент булып эшләй башлай. Ике йылдан А. И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтының теоретик физика кафедраһы янындағы аспирантураға уҡырға инә. Оптика һәм ҡаты матдәләр физикаһы буйынса билдәле ғалим, профессор Евгений Дмитриевич Трифонов була уның остазы. Аспирантураны уңышлы тамамлап, 1981 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1980 йылдан 1997 йылға тиклем Рәмил Фәруҡ улы теоретик һәм эксперименталь физика кафедраһы ассистенты, өлкән преподаватель, дөйөм физика кафедраһы доценты булып эшләй.
90-сы йылдар башынан, уҡыу процесына информатика һәм компьютер техникаһы ныҡлап инә башлағас, Р. Маликов педагогик программалар средстволары эшләүгә әүҙем ҡушыла. 1992 йылдан 1995 йылға тиклем – республикалағы мәктәптәр, лицейҙар, гимназиялар һәм башҡа уҡыу йорттары өсөн педагогик программа средстволары эшләү буйынса Үҙәк етәксеһе. 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетының математика советында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Рәмил Фәруҡ улы математик модулләү һәм һыҙыҡлы булмаған спектроскопия өлкәһендә әүҙем фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге алып бара. Был темаға илебеҙ һәм сит ил баҫмаларында уның 100-ҙән артыҡ фәнни эше баҫылған. Үҙебеҙҙең илдә һәм сит илдәрҙә көслө нурланыш һәм ультраҡыҫҡа импульстарҙы когерентлы көсәйтеү күренештәре буйынса классик эштәрҙең авторҙарының береһе булараҡ та билдәле.

1998 йылдан Р. Маликовтың ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе – информатика һәм ҡатмарлы системаларҙы компьютерҙа моделләү. Уның тарафынан информатика һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһе буйынса 30 фәнни эш, информатика һәм физика буйынса 2 монография, 15 уҡыу әсбабы һәм китап нәшер ителгән.
Рәмил Фәруҡ улы Маликов ВЛКСМ Өлкә комитетының һәм БДПУ-ның Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Ул – Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 19 ғинуар һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: