Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2021, 19:40

Байрам үҙенекен иткәнме?

Район хакимиәтендә коронавирус һәм пневмония сирҙәре таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы онлайн-брифинг үтте. Уны район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов алып барҙы.

Район хакимиәтендә коронавирус һәм пневмония сирҙәре таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы онлайн-брифинг үтте. Уны район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов алып барҙы.
Тәүге һүҙ менән сығыш яһап, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин районда эпидемиологик хәлдең ҡатмарлашыуын билдәләне. Быны түбәндәге һандар асыҡ дәлилләй: 2020 йылда районда ковид менән сирләүселәр һаны дөйөм 76 булһа, 2021 йылдың тәүге ике аҙнаһында ғына ла был күрһәткес 19-ға еткән. Улар араһында 20 йәшкә тиклемгеләр ҙә бар. Йәш арауыҡтарына килгәндә, пандемия башланғандан алып 20 йәшкә тиклемгеләр араһында – 3, 20-30 йәш арауығында – 10, 30-40 йәштәгеләр араһында – 19, 40-50 йәшлектәр араһында – 25, 50-60 йәштәгеләр араһында – 24, 60-70 йәштәгеләр араһында – 11, 70-80 йәштәгеләр араһында 1 кеше ковид менән сирләгән.

Сирҙең географияһы ла киңәйә. Былтыр 16 ауылда ауырыусылар булһа, хәҙер уның һаны 20-гә еткән. Әлеге мәлгә ауылдар буйынса картина түбәндәгесә: Иҫке Собханғолда – 45, Байназарҙа – 5, Яуымбайҙа, Ырғыҙлыла, Кейекбайҙа – 4-әр, Ҡотанда – 5, Әбделмәмбәттә – 7, Ҡурғашлыла, Брәтәктә, Яңы Собханғолда, Ғәҙелгәрәйҙә, Яңы Монасипта, Иҫке Мөсәттә, Тимерҙә – 2-шәр, Иҫке Монасипта, Әтектә, Нәбиҙә, Килдеғолда, Мораҙымда берәр осраҡ теркәлгән.

Ойошмаларға килгәндә, 2020 йылда 24 коллективта коронавирус менән сирләүселәр булһа, хәҙер был күрһәткес 27.
Октябрҙә - 8, ноябрҙә - 5, декабрҙә 4 кешелә коронавирус теркәлгән.

Ә 2021 йылдың тәүге ике аҙнаһында 30 пневмония, 19 ковид менән сирләү осрағы асыҡланған.
Әлеге ваҡытта район үҙәк дауаханаһына көн һайын 20-25 кеше мөрәжәғәт итә. 13 һәм 14 ғинуарҙа дөйөм 8 кешелә (ике көндә лә 4-әр осраҡ) ковид асыҡланған.

Күрһәткестәрҙең кире хөртәйеүенең сәбәбе билдәле – байрам көндәрендә тейешле режимды һаҡлаусылар кәмегән: кешеләр күп йыйылған урындарҙа йөрөү артҡан, ситкә ҡунаҡҡа, ялға барыусылар, ситтән ҡунаҡ саҡырыусылар күбәйгән.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 19 ғинуар һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: