...Беҙҙең юл дауам итә. Хәҙер беҙ Бохара ҡалаһында. Бик боронғо ҡала ул. Уға 3000 йыл.
Иң уңдырышлы ерҙәр ошонда. Өлкә аша Һырдаръя йылғаһы аға. Мамыҡ үҫтереү көслө алып барыла.
Киләһе бара торған урыныбыҙ – Тажикстандың баш ҡалаһы Дүшәнбе. Ҡала 1676 йылда төҙөлә башлай. Унда музейҙар күп. Үҙҙәренең бөйөк шәхестәренә һәйкәлдәрҙе күп ҡуйғандар: Рудаки, Садратдин, Айни, Әбүғәлисина, Самони һәм башҡаларға.
Зоопаркка барҙыҡ. Унда донъяның барлыҡ йәнлектәре лә бар тиерлек. Айырыуса Африка, Көньяҡ Америка йәнлектәре оҡшаны. Айырым урында йыландар мөйөшө урынлашҡан. 3 метр ярым оҙонлоғондағы быуар йылан тирәһендә кеше айырыуса күп.
Инде юлыбыҙ кире Үзбәкстан тарафтарына китте. Артабан беҙҙе ысын Азия көтә. Былары данлыҡлы тарихи ерҙәр. Беҙҙең эранан алда барлыҡҡа килгән Сәмәрҡәндте “Көнсығыш ынйыһы” тип йөрөтәләр. Олуғбәк мавзолейын ҡарап сыҡтыҡ. Гур Эмир мавзолейында Аҡһаҡ Тимер ерләнгән. Был дәһшәтле илбаҫар бер ваҡытта ла еңелмәгән, 1389 йылда ҡеүәтле Монгол армияһын ҡыйратып ташлаған. Монгол-татар иҙеүен бөтөрөүгә ҙур өлөш индергән.
Беҙҙең эраға тиклем 330-сы йылдар тирәһендә Македонский ғәскәре ошо ерҙәрҙе баҫып ала. Ул ваҡытта Сәмәрҡәнд Мараконы тип атала. Тағы ла унда Шайбонидтәр мавзолейы бар. Әгәр һин Эль Регистон майҙанына барып тораһың икән, үҙеңде ошонан бер нисә мең йыл алда йәшәп ятам тип хис итәһең. Был ерҙәр боронғо Персия батшалығы составында булған.
...Беҙҙең юл дауам итә. Хәҙер беҙ Бохара ҡалаһында. Бик боронғо ҡала ул. Уға 3000 йыл. Үзбәкстандың дини үҙәге. Һәр ҡоролмаһы үҙе бер сер һаҡлай. Унда Чашма-Аюб мавзолейына барҙыҡ. Саманидтәр мавзолейы эргәһендә йәш үзбәк егете бер сәғәттә байтаҡ аҡса эшләне. Ишәгенең арҡаһына түшәк бәйләп нығытҡан да туристарҙы фотоға төшөрә. Ишәккә менеп ултырған өсөн 1-әр һум ала. Фото өсөн йәнә 1 һум. (Ул ваҡыттағы 1 һум ҙур ғына аҡса). Фотоларҙы поезд ҡуҙғалмаҫ элек үк өлгөртөп, килтереп еткерә.
Башҡа ерҙәрҙә күрмәһәк тә, Бохарала пәрәнжә ябынған ҡатын-ҡыҙҙар булғыланы.
Сәйханаға барҙыҡ. Унда сәйҙе кешегә сәйнүк менән бирәләр. Касаға үҙең ҡойоп эсәһең. Үзбәктәр беҙҙе үҙҙәренекенән айыра алмай, үҙҙәренсә һүҙ ҡушалар, башҡортса әйтһәң, аңлайҙар. Беҙ бер ваҡыт Салауат менән бер үзбәккә рус телендә өндәшеп, әрләнеп ҡуйҙыҡ.
Декабрь уртаһы булһа ла көндәр йылы торҙо. Мамыҡ йыйыу тамамланған ине. Тәҙрәнән ҡарап барғанда, юл ситтәрендә мамыҡ эҫкерттәре күренә. Кәбән, эҫкерт ослаған кеүек, мамыҡтарын һыу үтмәҫлек итеп ослайҙар икән. Алыҫтан ҡараһаң, ап-аҡ тауҙар кеүек тойолалар.
Юлыбыҙ һаман дауам итә. Алда – Төркмәнстан республикаһының баш ҡалаһы Ашхабад. Унда ике ил сиге буйлап барырға кәрәк. Тәүҙә - Афған сиге буйлап, йәғни Термез ҡалаһы аша. Ҡалаға 2500 йыл. Бик тарихи ҡала. Баҫып алыусылар уны әллә нисә тапҡыр емергән. Ләкин халыҡ яңынан төҙөгән. Үзбәкстандың иң көньяҡтағы ҡалаһы. Ҡаланан Афғанстандың тауҙары күренеп тора. Был ерҙәр СССР-ҙа иң эҫе ерҙәр булып һанала икән. Йәйгеһен плюс 47 градус, ҡыш плюс 10 градус.
Ҡалала совет ғәскәрҙәре күп ине. Бик шомло булып китте. Был хәлде Афғанстанда барған революция менән бәйләйҙәр. Ысынлап та, күп тә үтмәне, бер нисә ай үткәндер, беҙҙең ғәскәр Афған еренә индерелде. Әйтәм бит, шул мәлдә үк беҙҙең һалдаттар ҡорал менән йөрөйҙәр ине.
Термездән Ашхабадҡа 800 саҡырым. Тимер юлы тик Иран сиге буйлап бара. Ашхабад үҙе лә сик буйына яҡын. Ҡанет-Даг тигән тау буйында урынлашҡан.
17 декабргә Ашхабадҡа барып еттек.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитендә (12, 15 ғинуар) уҡығыҙ.