Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Указы менән 2021 йыл – Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителде.
Тәүҙә терминдарға академик аңлатма биреп үтәйек: Фән (ғәрәп) – 1.Тәбиғәт йәки йәмғиәттең үҫешендәге законлылыҡты һәм тирә-йүнгә тәьҫир итеү сараларын асып бирә торған белем системаһы; ғилем. 2.Шул ғилемдең бер тармағы (мәҫәлән,математика, тарих һ.б.).Технология (грек.”оҫталыҡ”+”фән”) – төрлө нәмәне эшләү һәм эшкәртеү ысулдары тураһындағы белем; эш алымдары.
Ресурстар өсөн көрәш, халыҡтар айҡашы ерҙә генә бармай бөгөн, ул виртуаль донъяла, интернет яландарында ла бара. Был күренешкә хәҙер һәр кем үҙе шаһит. Ә шул байлыҡтарҙың иң ҙур хәүеф алдында торғандарының береһе – тел. Ер йөҙөндә 7 мең тирәһе тел иҫәпләнә. Әммә күп телдәр юғалған, юғала һәм юғалыу алдында тора.Тел иң мөһим һәм халыҡты бар иткән, берләштергән, бер бөтөн иткән, ерле иткән беренсел рухи байлыҡ. Тел бөтһә, халыҡ та бөтә.Ошо өлкәлә кисектергеһеҙ саралар ҡабул ителмәһә, бер-нисә йылдан беҙ телһеҙ ҡалған халыҡтар сафында буласаҡбыҙ. Фән һәм технологиялар йылы иғлан ителгәндә, шул юҡ-был юҡ, теге ғәйепле-был ғәйепле тип һылтауҙар табып аҡланғансы, тота килеп бөгөн һәр кемебеҙ эшләй ала торған эштәргә тотонайыҡ, йәмәғәт! Ошо ике терминды бергә ҡушып торған,шул уҡ ваҡытта телебеҙҙе донъя кимәлендә һаҡлау һәм үҫтереү сараларының иң заманса йүнәлеше, өлкә бар ул. Ул да булһа – википедия!
Википедия – төрлө телдәрҙә төҙөлгән ирекле интернет энциклопедияһы. Кешелек туплаған барлыҡ ғилем, барлыҡ мәғлүмәт һәр халыҡтың туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш, тип иҫәпләй Википедия ирекмәндәре. Берҙән, бындай ҡараш Ер йөҙөндәге һәр кешегә ғилем туплау өсөн бер тигеҙ мөмкинлек бирә, һәр яңы быуын вәкилдәренең икенсе телде өйрәнеүгә тотонолған сығымдарын кәметә. Икенсенән, үҙ телендә сит милләттәрҙең мәҙәниәтен, тарихын, донъяға ҡарашын өйрәнгән кешенең сит телдәрҙе өйрәнеүгә теләге көсәйә. Өсөнсөнән, мөмкинлектәре киң булмаған халыҡтар өсөн туған телде ҡулланыу даирәһе арта. Сөнки Википедияны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Уның эсендә был маҡсатҡа ярашлы бик күп туғандаш проекттар бар:
* Викидәреслек – йәмғиәт милкенә күскән уҡыу-уҡытыу әсбаптары;
* Викиһүҙлек – күп функциялы һүҙлек;
* Викикитапхана – йәмғиәт милкенә күскән ғилми һәм әҙәби әҫәрҙәр тупланмаһы;
* Викиөҙөмтә – лаҡаптар, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр йыйынтығы;
* Викидата – барлыҡ ғилемдең структурланған мәғлүмәт базаһы;
*Викимилек – аудио, видео, фото файлдар тупланмаһы;
* Викияңылыҡтар – мәғлүмәт агентлығы, яңылыҡтар сайты;
* Викиверситет – интерактив мәғариф һәм асыҡ ғилми проекттары;
* Викитөрҙәр – биологик төрҙәр хаҡында белешмәләр йыйынтығы;
* Викисәйәхәт – туристар һәм сәйәхәтселәр майҙаны.
Йәгеҙ әле, кемегеҙ уның ҡайһы бүлеген байыта, үҙенең өлөшөн индерә ала?
Бөтә донъя кимәлендә электрон энциклопедия (Википедия) булдырыу эшен Викимедия алып бара. Башҡорт Википедияһы ошо өлкәлә бик әүҙем эшләүсе төркөмдәрҙең береһе булып тора. Уның эсендә Бөрйән википедистары айырым урын биләй. Бөрйән вики-клубының етәксеһе Көнһылыу Ҡотлобаеваның инициативаһы һәм энтузиазмы менән Викидәреслек бүлеге булдырылды. Бынан тыш, Бөрйән порталын төҙөүгә өлгәшелде. БР Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте тарафынан 2019 йылдың 15 мартында «О содействии развитию свободной энциклопедии «Башҡорт Википедияһы» некоммерческого партнерства содействия распространению энциклопедических знаний «Викимедиа РУ» исеме аҫтында ҡарар (N261-п) ҡабул ителгәйне. Ошо ҡарарға ярашлы, районда 2019/2020 уҡыу йылында районыбыҙҙа викихәрәкәтте киң йәйелдереү буйынса план ҡабул ителеп, уңышлы ғына эшләп киткәйне. Эш планына электрон энциклопедияға ил-көн, тел мәсьәләләре һәм беҙҙе уратып алған тәбиғәтебеҙ (йылға-күл, тауҙар, ҡоштар, хайуандар донъяһы һ.б.) менән бергә районыбыҙҙың ер-һыу атамалары тарихы һәм фотоларын, бай фольклор мираҫы өлгөләрен, милли кейемебеҙҙе, аш-һыуҙарыбыҙ, шәхестәребеҙҙе теркәргә; район йылъяҙмаһына тарихи үткәнебеҙҙе, еребеҙҙең хәтер китабын бергәләп яҙыу, паспортлаштырыу, патентлау бурыстары ҡуйылғайны.
Башҡорт википедияһына, Бөрйән порталына, Викидәреслеккә хеҙмәттәшлек итергә мәктәптәр аша һәр ғаиләне йәлеп итергә, тарихсылар, телселәр, фотографтар, мәктәп һәм ижади коллективтарҙы, китапхана һәм музейҙарҙы саҡырған инек. Үкенескә күрә, пандемия осорондағы карантин менән бәйле, яңы эш туҡталып уҡ ҡалмаһа ла, тағы шул бер-нисә кешенең әүҙемлегенә ҡайтып ҡалды. Уҙған йылдың декабрь айында Башҡорт википедияһында топонимика өлкәһенә ҡағылған мәҡәләләр яҙыу һәм фотолар ҡуйыу буйынса конкурс иғлан ителгәйне. Ундағы талаптар буйынса, тарихи Башҡортостан ерҙәрендәге башҡорт атамалары менән йөрөтөлгән ер-һыу атамаларын дәлилләгән риүәйәттәрҙе теркәү; сит халыҡтар күсеп ултырыуҙан урыҫлашып, тәүге атамаларынан алыҫлашҡандарын һәм онотолғандарын тергеҙеү бурысы тора ине. Барыбыҙ ҙа шаһитбыҙ, тел менән ҡуша беҙ ерҙәребеҙҙән дә яҙа барабыҙ. Шул тарихи мәғлүмәтте белгән ололар китеп бөтөп бара, мәктәптәрҙә уны аңлатҡан предметтар юҡ, ғаиләлә ата-әсә түгел, хатта олатай-өләсәйҙәр бындай ғилемде бирә алмай балаға. Ауылың эргәһендәге тау ниндәй ваҡиғалар арҡылы ошондай исем йөрөтә, йылға ниңә былай атала, теге йәки был яландың атамаһы нимә аңлата? Шишмәнең исемен кем ҡушҡан? Ауылдың исеме кем шәхесе менән бәйле? Был урында борон ниндәй ырыу, ниндәй халыҡ йәшәгән? Бөгөн унда ниндәй тормош ҡайнай? Бына ошо һорауҙарға һәр кем хәҙер генә яуап таба алһын өсөн төҙөлә ул википедияла мәҡәләләр. Ул турала китапта яҙылған, тиер кемдер. Ҡайҙа ул китап? Хәҙергеләр китапханаға барып эҙләмәй мәғлүмәтте, тиҙлек шулай: уға хәҙер генә, бына өйөндә ултырған килеш кәрәк мәғлүмәт! Электрон энциклопедиялағы мәғлүмәтте Ер шарының теләгән бер нөктәһенән алып була. Тик уны тәүҙә тултырырға кәрәк. Кем эшләй быны? Бармаҡ менән генә һанарлыҡ викиирекмәндәр эшләй уны әлегә. Дәлил өсөн декабрь айындағы топонимия буйынса конкурс һөҙөмтәләрен ҡарайыҡ: унда 16 райондан 26 кеше ҡатнашты. 94 яҙма «Бәйләнештә» селтәрендә «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмөндә әңгәмәлә баҫылды, күптәре Викидәреслеккә урынлаштырылды.Башҡаларға ҡағылмайса, үҙебеҙҙең Бөрйән ирекмәндәренең эш һөҙөмтәһен ҡарайыҡ.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 15 ғинуар һанында уҡығыҙ.