Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2021, 10:00

Исемдәре Рәмилә – ҡулы һәр эште белә

Егәрле ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, тейҙәр бит. Был һүҙҙәр Яңы Мөсәт ауылы һылыуы Рәмилә Ҡасҡынбаева хаҡында һымаҡ.

Егәрле ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, тейҙәр бит. Был һүҙҙәр Яңы Мөсәт ауылы һылыуы Рәмилә Ҡасҡынбаева хаҡында һымаҡ.
Була бит шундай бөтә эш ҡулынан килгән ҡатын-ҡыҙҙар.

Ул ғаиләлә 6-сы бала. Бәләкәйҙән тегенсе булырға хыяллана. Иҫке Собханғолда 11-се синыфты тамамлағас, тегеүсе һөнәрен алыу хыялы менән Салауат ҡалаһына юллана. Тик оптика заводында эш башлай. Унда биш йылдан ашыу эшләгәс, ауылға ҡайтып, яҙмышына яҙылған Мөҙәрискә тормошҡа сығып, дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр.

Бик егәрле ҡатын ул. Аш-һыуға оҫта, бәйләм, тегеү тейһеңме - ҡойоп ҡуя. Бауырһаҡ байрамында хаҡлы рәүештә беренсе урын алды, ҡораманы ла иң беренселәрҙән булып ҡорап ҡуйҙы. Ә Ғилминур Уразаева ойошторған селтәр, һаҡал эшләү оҫтаханаһында тәүгеләрҙән булып өйрәнсектән һөнәрсегә әйләнде. Күҙ генә теймәһен, бар яҡтан килгән килен. Әле аяҡ терәп ҡаршы торһа ла, “Нишләп уның ҡул эштәрен конкурсҡа ебәрмәнем икән”, тип үкенеп ҡуйҙым.

Яңы өй һалып инделәр, кәртә тулы мал, ишек алды тулы ҡош-ҡорт. Ә күпме ҡул эштәре... Әллә күпме ҡайнатмалар, турамалар эшләй ул. Ҡайҙан ваҡыт таба, көс ала, тейһең!?
Ике оло улдарына юғары белем алырға ярҙам иттеләр. 8-се синыфта уҡыусы Рәсилә лә уҡыу алдынғыһы. Бәләкәй Аиша – Миләүшә иһә - “ҡояш ҡыҙы”.

Бер зарланмай, уфтанмай донъя йөгөн һөйрәй ул. Туған йәнле. Һәр береһен тартып, үҙ итеп тора. Ҡорбан салдырып, аяттар уҡытып, хәйер-саҙаҡа бирергә лә онотмай. Балаларым, тип йән атып, нигеҙ ҡото булып йәм таратып йәшәгән Рәмилә кеүек әсәйҙәр күберәк булһын ине.
Читайте нас: