Юл – тормошобоҙ көҙгөһө. Уларҙың төҙөклөгө райондың социаль торошон билдәләй. Үткән йылда “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең филиалы - Бөрйән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы ҙур эштәр атҡарҙы. Ул республикала 2020 йыл күрһәткестәре буйынса 2-се урынға сыҡты.
Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Р. Динисламов, хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап:
- Үткән йылда беҙҙең идаралыҡ ҙур уңыштарға өлгәште. Эш күләме 311 миллион һум тәшкил итте. Был беҙҙең өсөн тарихта булмаған бик яҡшы күрһәткес. Яңы йылға 24 миллион һумлыҡ килем менән сыҡтыҡ. Генераль директорҙың да һәр ваҡыт ҙур ярҙамын тоябыҙ. Яңы “Гранта”, мастерҙарға бортлы УАЗ, экскаватор, капиталь ремонттан һуң 4 КамАЗ, 2 берәмек 20 тонналыҡ КамАЗ бирелде. Киләсәктә ГАЗель, ПАЗ автобусы, трал алырға иҫәп тотабыҙ. 500 мең һумлыҡ ярҙам буласаҡ, әммә ҡалғаны үҙебеҙҙән тора. Йәнә бәләкәй тейәгес (погрузчик) алһаҡ, эшкә бер ниндәй тотҡарлыҡтар булмаясаҡ, - тине.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәрен иң әүҙем, алдынғы, дәррәү эшләгән коллектив тип билдәләне.
- Ысынлап та, башҡарған эштәрегеҙ бихисап булды. Алдығыҙға ҡуйылған күләмле бурыстарҙы һеҙ оператив һәм сифатлы үтәйһегеҙ. Бигерәк тә ауыр пандемиялы йылда, бөтә ерҙә сикләүҙәр булғанда, ойошҡанлыҡ менән эшләнегеҙ. Артабан да ҙур, татыу коллектив булып ҡалығыҙ, - тине һәм идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Илдус Ғәйнуллинға, Айрат Баязитовҡа Рәхмәт хаттары, Йәмил Капаровҡа, Илнур Ҡасҡынбаевҡа, Сәлих Ғәбитовҡа, Хәфиҙә Аллабирҙинаға Почет грамоталары тапшырҙы. Айса Вәлиев БР Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Руслан Динисламовты район етәксеһе республика кимәлендәге “Йыл кешеһе” дипломына лайыҡ булыуы менән ҡотланы.
Шулай уҡ район советы рәйесе И. Ишбулатов, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы М. Ғүмәров та райондың юл комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы коллективының киләһе йылдарҙа ла берҙәмлектә, тулы ҡеүәтендә эшләүен теләне.