Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2021, 13:00

Атанан күргән – уҡ юнған...

Башҡорт халҡының элек-электән балалар тәрбиәләүҙә үҙ алымдары булған. Ябай ғына мәҡәл-әйтемдәрҙә лә, әкиәттәрҙә лә тәрән халыҡ аҡылы сағыла.

Башҡорт халҡының элек-электән балалар тәрбиәләүҙә үҙ алымдары булған. Ябай ғына мәҡәл-әйтемдәрҙә лә, әкиәттәрҙә лә тәрән халыҡ аҡылы сағыла.
Уҡ атыу ҙа йәштәрҙең сослоғон, етеҙлеген, ныҡышмалылығын һынаусы, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләүсе, ғөмүмән, рухи һәм физик тәрбиә биреүсе сараларҙың береһе булып тора.
Һуңғы йылдарҙа төрлө төбәктәрҙә уҡсылар һаны арта. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә был спорт төрөн үҙ итә. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа уҡ атыу менән мауыға. Әлбиттә, бындай сараларҙың тәүмаҡсаты - этно-спорт төрөн популярлаштырып, үҫеп килгән быуында фольклорға һәм тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Шуныһы ҡыуаныслы – Бөрйән районында ла уҡ атыу милли уйын булараҡ тергеҙелә килә.

Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың физкультура-һауыҡтырыу комплексында традицион яндан уҡ атыу буйынса район мәргәндәренең «Яңы йыл кубогы» үтте.
Ярышта егерменән ашыу уҡсы ҡатнашты. Күбеһе етди әҙерләнеп, милли кейемдәрҙә килгән ине. Ун һигеҙ йәшкә тиклем 5 егет һәм 3 ҡыҙ, өлкәндәр төркөмөндә иһә 10 ир-егет һәм 6 ҡатын-ҡыҙ көс һынашты.

Ҡыҙыҡлы бәйге ике өлөштән торҙо. Ололар 18 метрҙан мәргәнлектәрен һынаһа, йәш уғатарҙар – 15 метрҙан. 20 тапҡыр өсөшәр уҡ атҡандан һуң, мәрәйҙәр һаналды. Артабан беренселек өсөн көсөргәнешле алыш дауам итте. Хәҙер инде иң мөһиме алты мәрәй йыйып, финалға үтер кәрәк ине. Финалда иң сос һәм мәргән уҡсылар ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, 18 йәшкә тиклем ҡыҙҙар араһында Рәсилә Мәсәғүтова 192 мәрәй менән 1-се урынға лайыҡ булды, Мәсәғүтова Рәфилә 129 мәрәй йыйып - 2-се, Наҙгөл Назарғолова 111 мәрәй менән 3-сө урынды яуланы. 18 йәшкә тиклем егеттәр араһында Даян Юлбирҙин 265 мәрәй йыйып, 1-селеккә сыҡты, Батырша Боҫҡонов (154 мәрәй) – 2-се, Ильяс Аҫылбаев (137 мәрәй) – 3-сө. 18 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында ярыш бик сәмле барҙы. 288 мәрәй туплап, 1-селеккә Әлиә Ишморатова, 2-се урынға Альбина Ырыҫҡолова, 3-сөгә Лилиә Мөхәмәтғәлина сыҡты. Иң сағыу һәм көсөргәнешле алыш ир-егеттәр араһында барҙы. Еңеүселәр кем һуң? Бына улар: Сынбулат Юлбирҙин 370 мәрәй менән 1-се урынды яуланы һәм “Яңы йыл” кубогына лайыҡ булды. Салауат Юлбирҙин – 2-се, Дим Юлбирҙин 3-сө урындарҙы биләне. Шулай уҡ Илдар Ишморатов, Динис Юлбирҙин, Ғәбит Усманов, Исрафил Вәлиев, Азамат Ырыҫҡолов, Илгиз Муллағолов һәм Азат Ишкилдин яҡшы мәрәйҙәр йыйып, кесе йәштәге ҡатнашыусыларға өлгө күрһәтте.
Был ярыштан һәммәһе лә ыңғай хис-тойғо, сәм-дәрт, яҡшы кәйеф менән таралышты.
Читайте нас: