Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2021, 12:05

ЮҒАРЫ БЕЛЕМ АЛЫП ҠЫНА КЕШЕНӘН АРТЫҠ БУЛЫП БУЛАМЫ ИКӘН?..

...Байтаҡ йылдар элек Өфөнән ҡайтҡанда дин буйынса белем алып йөрөгән бер апай менән автобуста юлдаш булдыҡ. Ҡайҙан булғандыр, Сермәндә төшөп ҡалды. Тыуған ауылына ҡайтып, әсәһен һуңғы юлға оҙатышып, етеһен уҡытышып ҡайтып барыуы икән. Үҙҙәренең районына юлланыусы автобуста урын булмағас, артабан юлайҡан машина булыр әле, тип беҙҙекенә ултырған.

...Байтаҡ йылдар элек Өфөнән ҡайтҡанда дин буйынса белем алып йөрөгән бер апай менән автобуста юлдаш булдыҡ. Ҡайҙан булғандыр, Сермәндә төшөп ҡалды. Тыуған ауылына ҡайтып, әсәһен һуңғы юлға оҙатышып, етеһен уҡытышып ҡайтып барыуы икән. Үҙҙәренең районына юлланыусы автобуста урын булмағас, артабан юлайҡан машина булыр әле, тип беҙҙекенә ултырған.
Мине иң аптыратҡаны - апайҙың туғандары хаҡында насар һөйләүе. Ә бит пәйғәмбәребеҙ, туғанлыҡ ептәрен өҙгәндәр минең өммәтемдән булмаҫ, тигән.

Атайҙары үлгәнгә байтаҡ икән. Әсәйҙәре баҡыйлыҡҡа күскәс, өйҙә ҡустыһының хужаларса ҡыланыуы зитына тейгән бының. Вафат булып ҡалған кинйә ҡустыһының улы менән ҡыҙына әсәһе васыят итеп әйтеп ҡалдырған әйберҙәрҙе биргәндәре лә оҡшамаған... “Юҡ, улайтып ҡуймайым. Минең дә өлөш бар ул өйҙә. Судҡа биреп, бүлдертәм донъяны.
Уҡырға йөрөр өсөн генә лә күпме сығым китә. Бер пенсияға иркен йәшәп буламы ней”, тип тә бурылдап алды апай. Әленән-әле уфылдап, үҙен был донъяла иң рәнйетелгән кеше итеп күрһәтергә тырышҡан апайға ҡарап, ниңә был йәштә уҡырға булдығыҙ, тип һорамай түҙмәнем.

-Йәш саҡта әллә нимә уйлап, уҡымағанмын. 18 йәштән кейәүгә сығып китеп, бөтә тормошомдо юҡҡа сығарғанмын. Баланы төндәр йоҡламай үҫтереү менәнме ней ул, ярҙам да итә белмәйҙәр. Ҡыҙым, ҡышҡыһын бер бот һуғым алыр өсөн, отпускыһын ҡәйнәһенә хеҙмәт итеп йә диңгеҙ буйында үткәрә, малай ҙа ҡайны-ҡәйнәһенә ҡол булып ғүмер итә. Әсә тине ни ҡалған...
Биш йылға бер класташтар менән осрашҡанда вуз бөткән класташтарымдың әллә кем булып ултырғаны йәнде көйҙөрә торғайны. Шуға уҡырға булдым.

-Апай, ғәмәл ниәткә ҡарап баһалана түгелме? Ниәтегеҙ тура килеңкерәмәй түгелме?
-Нишләп? Башта мин уҡыған китаптарҙы уҡып ҡара әле, шунан аҡыл өйрәтерһең.

Шулай тине лә, бөтөнләй ҡылтайып, миңә ҡабырғаһын ҡуйыбыраҡ ултырҙы был. Әңгәмәбеҙ артабан ялғанманы.
Их, апай, балаларығыҙҙың һыуыныуының да сере үҙегеҙҙә түгелме икән, тип уйлап ҡуйҙым, ләкин өндәшмәнем.

Ирекһеҙҙән, күҙ алдыма үҙем белгән тәүге дин әһеле килеп баҫты. Ул – ут күршебеҙ Сәлих бабай. Күршебеҙ ғүмерем буйы минең өсөн дин кешеһенең эталоны булды.
Һәр ваҡыт бөхтә һәм таҙа ғына кейемдә, башында йәйгеһен йә түбәтәй, йә ҡалпаҡ. Уның тауыш күтәргәнен бөтөнләй ишетмәнем. Хәбәрен ярымтауыш менән әкрен генә һөйләй.
Өйҙәре янындағы эскәмйәгә япмалы күлдәк кейеп, башына яулығын яҙып ябынған Йомабикә инәй менән сығып ултырһалар, тотош урта тошобоҙ нурға күмелгәндәй була ине. Уларҙың икеһенең дә йөҙөндә ярымйылмайыу ҡатып ҡалған ине булһа кәрәк. Беҙ, балалар, улар тирәһендәрәк йүгерешеп уйнарға тырышабыҙ. Ә улар шундай яратып ҡарап ултыралар. Шауламағыҙ, был тирәне ҡыйламағыҙ, тигәндәрен бөтөнләй хәтерләмәйем.

Өйҙәренең эсендә лә, ихаталарында ла ниндәйҙер айырым бер ҡот, нур булды уларҙың. Иман нуры булғандыр ул...

Теге апайҙы Сәлих бабай менән сағыштырып ҡарайым да... аптырайым. Сәлих бабайҙың дини белеме лә булмағандыр, моғайын, күңел ҡушыуы буйынса дин юлына баҫып, аят-доғалары менән генә түгел, үҙенең булмышы менән башҡаларға диндарҙарҙың үрнәге булып йәшәне ул. Уның юғары белеме булыуы-булмауы берәүҙең дә иҫенә лә инеп сыҡмағандыр. Уның ҡарауы ауылда уны барыһы ла – юғары белемлеһе лә, белемһеҙе лә үҙенән юғары күреп, ололоҡлап хөрмәт итте...

Эйе, юғары белем алып ҡына кешенән артыҡ булып булмай шул. Өҫтәүенә, дин юлында. Күңел киңлеге, күркәмлеге, юғарылығы, кешеләрҙе, донъяны яратыу, барыһына изгелек кенә теләү, асыуыңды йота, ғәфү итә белеү тәүшарт түгелме икән?..

(Юҡ, был яҙмам менән дин юлындағыларҙы кәмһетергә теләмәнем. Дингә ихлас бирелеп, башҡаларға матур йәшәү үрнәге күрһәтеп йөрөүселәр һоҡланыу ғына уята. Шөкөр, ундайҙар күберәк. Шуныһы ҡыуандыра).
Читайте нас: