Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2021, 10:00

Көнсығыш – ғәжәп илдәр донъяһы

Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында илдә ауыл хужалығы бик ныҡ алға китте. Мал һаны артты, ит, һөт етештереү юғары кимәлгә етте. Мелиорация эштәре уғата көсәйеп китте. Шунлыҡтан сәсеү майҙандары ҙурайҙы. Ғөмүмән, бар яҡтан да эштәр алға китте. Ул заманда совет кешеләренә ял йорттарына, шифаханаларға бушлай ял итеү мөмкинлеге бирелде.

Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында илдә ауыл хужалығы бик ныҡ алға китте. Мал һаны артты, ит, һөт етештереү юғары кимәлгә етте. Мелиорация эштәре уғата көсәйеп китте. Шунлыҡтан сәсеү майҙандары ҙурайҙы. Ғөмүмән, бар яҡтан да эштәр алға китте. Ул заманда совет кешеләренә ял йорттарына, шифаханаларға бушлай ял итеү мөмкинлеге бирелде.
1978 йыл тамамланырға бер ай ҡалғас уҡ йыл йомғаҡтары һөҙөмтәһендә беҙҙең “Урал” колхозының малсылыҡ буйынса беренсе урынды һаҡлап ҡалғанлығы билдәле булды. Унан алдағы ике йылда ла беҙ беренсе килә инек. Башҡа хужалыҡтар ҙа эш күрһәткестәре буйынса яҡшы барҙылар. Күрше ятҡан “Ҡыҙыл-таң” һәм “Ағиҙел” колхоздары ла иген үҫтереү буйынса шәп эшләйҙәр ине. Малсылары тулайым ит, һөт етештереүҙә гел алдынғы булдылар.

1978 йылдың 1 декабрендә кис кенә беҙҙең “Урал” колхозы етәксеһе Таштимер Әлибаков ағай район үҙәгенән ҡайтҡан да мине идараға саҡыртып кеше ебәргән.
Ҡараңғы төшкән ине инде был мәлдә. Барҙым идараға. Ул ваҡытта мин хужалыҡта зоотехник булып эшләй инем. Таштимер ағай ингәс тә миңә бер ҡағыҙ һондо. Яҡшылап ҡарамаһам да, мин был ҡағыҙҙың туристик юллама булыуын һәм Урта Азия республикалары буйлап поезд менән сәйәхәт итеүгә ҡағылышлы икәнен аңланым.

“Быны ҡайһы малсыға бирәйек?”, - тип етәксегә өндәшеүемә, ул: “Был путевка районға дүртәү килгән. Өсәүһе колхоздарға. Беҙгә берәүһе эләкте. Райондың ауыл хужалығы идараһынан путевканы мотлаҡ зоотехникка бирергә тәҡдим иттеләр. Так что, барып ҡайтаһың инде. Юлға йыйын. Турист поезы 3 декабрь көнө киске 11.00 сәғәттә Өфө тимер юл вокзалынан ҡуҙғалып китә”, тине.

...Поезд китергә бер сәғәт ҡалғанда беҙ, буласаҡ туристар, тимер юл вокзалы алдындағы майҙанда тора инек инде. Эскә инмәй тороғоҙ, хәҙер митинг була, тип иғлан иттеләр. Ысынлап та, митинг үткәрҙеләр. Тауыш көсәйткес ярҙамында матур-матур һүҙҙәр менән беҙгә хәйерле юл теләнеләр. Туристарҙың һаны 420, тинеләр. Тотош республиканан йыйылған хеҙмәт алдынғылары.

Оркестр уйнап ебәрҙе һәм музыка аҫтында һәр кем үҙ вагонына инде. Минең путевкаға 12-се вагондың 9-сы купеһы тип билдәләнгән ине. Был поездың иң һуңғы вагоны булып сыҡты. Күп тә үтмәне, купеға “Ағиҙел” колхозы агрономы Салауат Туҡтамышев килеп инде. Ҡалай һәйбәт булды, тип ҡыуанышып алдыҡ. Салауат ул арала үтә ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе: “Белмәһәң – бел, поезда райондан беҙҙән башҡа тағы ике кеше бар – Ғилман Сәфәрғәлин һәм уның ҡатыны Ләлә апай”. Быныһы бигерәк шәп яңылыҡ ине. Улар 11-се вагонда урынлашҡандар икән.

Купе дүрт кешелек булһа ла, башҡаса беҙҙең эргәгә бер кем дә инмәне. Уныһына ла ҡыуанған булдыҡ. Вагон проводницаһы килеп, исемлеккә беҙҙе теркәп тә китте.
Беҙҙең поездың һәр вагонына ҙур итеп “Башкирия” тип яҙылған. Туристар 12 вагонға урынлашты. Һәр 4 вагондың уртаһында ашхана бар. Тимәк, ашханалар өсәү тигән һүҙ. Унан тыш, поездың ҡап уртаһында штаб-вагон урынлашҡан.

Был штаб-вагонда, әйтеүҙәренсә, медицина хеҙмәткәре, милиционер, буфетта эшләүселәр, ашнаҡсылар, мәҙәниәт хеҙмәткәре, баянсы, поезд начальнигы бара. Ошонда уҡ радиоузел. Унан төрлө белдереүҙәр хәбәр итәләр. Йыр бәйгеләре лә үткәрәсәктәр икән.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 12 ғинуар һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: